Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәк йылыһын йәлләмәй өләште
Йөрәк йылыһын йәлләмәй өләште
...Яңы йыл кисәһенә әҙерләнәбеҙ –мәктәп-интернат гөр килеп тора. Һәр кем үҙенә байрам костюмы хәстәрләй, күңелдәрҙә – аҡ өмөттәр, хыялдар. Үҫмерҙәр генә түгел, хатта өлкәндәр ҙә байрамдан ниндәйҙер мөғжизә көткән кеүек. Йәм-йәшел ҡупшыҡай шыршы, биҙәнеп-төҙәнеп, күптән спорт залы түренән урын алған.

“Бына, вьетнам ҡыҙы костюмын таптым, һиңә килешер ул. Салбары бар, ә өҫтөн үҙең биҙәп, матурлап алырһың. Төҫлө ҡағыҙҙан күҙлек тә эшләп ебәрһәң, бер кем дә танымаҫ үҙеңде...” Тәрбиә­себеҙ бөтәбеҙ өсөн дә борсола, һәр беребеҙҙең байрамға әҙерлеген ентекле тикшерә. Ул, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы Ҡужи­на, беҙ мәктәп-интернатта уҡыған 1963 – 1966 йылдарҙа йәш кенә ине әле. Тупылдап атлап йөрөгән улы Азатҡа күп тигәндә йәш ярым булғандыр. Беҙ, ауылдан яңы килгән ҡыҙҙар һәм малайҙар, тәрбиәсе­беҙҙең һылыулығына, сәсенең оҙонлоғо­на ныҡ һоҡлана торғайныҡ. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы 37 уҡыусынан торған класы­быҙҙа татыу мөхит булдырыуға күп көс һалды, тәртипкә ҙур иғтибар бүлде.
IХ кластан алып төрлө йүнәлешкә бү­леп уҡыта башлайҙар ине. Беҙ, мәҫәлән, химияны төплө өйрәндек. Класс етәксе­беҙ Людмила Вождаева ошо предметты уҡытты, өҫтәмә дәрестәр бирҙе. Химияны үҙ итеүемдәнме, әллә тәбиғәтте яратыуымданмы, агроном булырға хыялландым. Математика кластарын нефть институты профессорҙары ла килеп уҡы­та торғайны. Киләсәк быуынды бына нисек хәстәрләгәндәр! Уҡыусыларҙың бай­тағы, мәктәпте тамамлағас, ошо институтҡа юлланды. Был йәһәттән ди­рек­торыбыҙ Төхвәт Аслаевтың тырыш­лығы тураһында әйтмәү хилаф булыр. Мәктәпте тамамлаған һәр уҡыусының ар­табанғы яҙмышын да атайҙарса хәстәр­ләне ул.
Класыбыҙҙа балалар йорттарынан кил­гән үҫмерҙәр ҙә бар ине. Улар менән эшләүе ни ҡәҙәр ауыр булмаһын, Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы был тәңгәлдә лә һынатма­ны. Һөҙөмтәлә Фәриҙә менән Лена спорт менән дуҫлашты, Әхмәт мәктәптәге бейеү түңәрәгенә йөрөнө, гармунда уйнаны. Башҡалары ла тәртип боҙоп йөрөмәне. Фәриҙәбеҙ әле лә спортты ташламаған икән – бала саҡта һалынған ғәҙәт ғүмерлек шул.
Уҡытыусыбыҙҙың бала сағы еңелдән булмаған. 1937 йылда уларҙың ғаиләһе репрессияға дусар ителә. Ҡулға алынған аталары ҡабат әйләнеп ҡайтмай. Әсәлә­ре биш баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Уҡытыусыбыҙҙың бер туған һылыуы Алма Сәлмән ҡыҙы мәктәп-интернатта биологиянан белем бирҙе. Биләмәгә йәм биреү өсөн ҙур тырышлыҡ һалды ул. Алма Сәлмән ҡыҙы менән ағас, сәскә ултырт­ҡан мәлдәр күңелдә матур хәтирә булып уйылған. Ғөмүмән, уҡытыу­сыларыбыҙҙың һәр береһе маҡтауға, ҙур­лауға лайыҡ. Әле иҫәндәренең барыһына ла Хоҙай һаулыҡ бирһен.
Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы, башҡа зыялы­ларыбыҙ менән бер рәттән, Өфөлә 20-се башҡорт мәктәбен асыуға күп көс һала. Мәсьәлә ыңғай хәл ителгәс, уны ошо милли уҡыу йортона башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп күсерәләр. Беҙҙең мәктәп-интернатта тарихтан бе­лем биргән Марат Хафизов иһә яңы урын­ға директор итеп тәғәйенләнә. Гөл­кәй Сәлмән ҡыҙы менән бергә эшләгән сағы тураһында “Яҙмышыма яҙғаны” тигән китабында ул бына нимә ти: “20-се мәктәптә ете йыл директор булыу дәүерендә күп дәресендә булдым. Миңә уның әҙәбиәтте үткәреүе айырыуса оҡшай ине. Балалар менән әҙәби әҫәрҙе өйрәнә башлағанға тиклем республи­калағы шул замандағы тарихи хәлгә күҙ һала. Ул үткәргән дәрес тормош, рухи тәрбиә биреү һабағы ине”.
Эш мәшәҡәттәре менән бер рәттән, үҙ балаларына ла иғтибарҙы кәметмәне Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы. Өлкән улы Азат нефть институтының архитектура факультетын тамамланы. Әле Польшала йәшәй. Уның һүрәттәре менән Башҡорт­остан “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан китаптар аша танышбыҙ. Уҡытыусыбыҙҙың икенсе улы Азамат та тормошта үҙ урынын тапты.
Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы әле лә баш ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй, спектаклдәр­ҙе, концерттарҙы ҡалдырмай йөрөй. Милли матбуғаттың яҙмышы өсөн борсолған, мәҡәләләр менән сығыш яһаған шәхестәребеҙҙең береһе ул. Сер түгел: ҡайһы бер уҡытыусылар, интеллигенция вәкилдәре башҡортса сыҡҡан гәзит-журналды алдырмай, уҡымай. Әллә аҡсаһын йәлләйҙәр, әллә битарафлыҡ көслө... Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы иһә, бәләкәй генә пенсияға йәшәһә лә, милли баҫмаларыбыҙҙан айырылмай.
Остазыбыҙҙың уҡыусылары араһында билдәле шәхестәр ҙә бар. Улар араһынан алда телгә алған класташым, балалар йортонан килгән малай, аҙаҡ телевидение режиссеры булып танылған Әхмәт Яҡупов, Өфөләге 21-се дауахананың тәжрибәле нейрохирургы, доцент Зиннур Собханғолов тынғыһыҙ хеҙмәтен әле лә дауам итә. Светлана Ҡадирова менән Земфира Әхмәҙиева – педиатр, Светлана Ассанова юрист һөнәрен һайланы. Егеттәребеҙ Рәжәп Мусин, Морат Маннапов, Ильяс Ҡоҙаҡаев, Салауат Хамматов яуаплы вазифалар биләне, байтағы әле лә эшләй.
Ауылда төпләнгән һабаҡташтарыбыҙ ҙа лайыҡлы хеҙмәт юлы үтте. Мәләүез районының Смаҡ ауылында оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән, мәғариф ал­дынғыһы тигән юғары исем яулаған класташыбыҙ Ғәлиә Татлыбаева интернатта уҡығанында үкһеҙ етем ҡалғайны. Үҙ көсө менән юғары уҡыу йортон тамамланы ул, тормош ҡороп, биш бала үҫ­терҙе. Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауы­лында ғүмер иткән Зәлифә Исмәғи­лева иһә бала саҡтан математиканы яратты, иҡтисадсы һөнәрен һайланы. Әле лә дәртләнеп донъя көтә, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итеп йәшәй ул. Һәр беребеҙҙең ҡаҙаныштарында, һис шик­һеҙ, хөрмәтле тәрбиәсебеҙ, Башҡортост­андың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлкәй Сәлмән ҡыҙының ҙур, ҡабатланмаҫ өлө­шө бар. Остазыбыҙҙы яҡынлашып килгән күркәм юбилейы, шулай уҡ данлыҡлы гимназия-интернаттың 70 йыллығы алдынан тәбрикләп, уға хеҙмәте, йәлләмәй таратҡан йөрәк йылыһы өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, ныҡлы һаулыҡ, ҡыуаныслы көндәр теләйбеҙ.

Миңлегөл ХИСАМОВА,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се башҡорт республика гимназия-интернатының 1966 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523