Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әжәлеңде үҙең саҡырма
Рәсәйҙә үҙ-үҙеңә ҡул һалыу темаһы күптән инде яңылыҡ түгел. Был турала матбуғатта йыш яҙалар, Дәүләт Думаһында ла һүҙ алып баралар, әммә илебеҙҙә ошондай хәлдәргә юл ҡуймау йәһәтенән ҡәтғи саралар күрелмәй.


Рәсәй йәмғиәте һәм бюрократия машинаһы Пре­зи­денттың, был афәтте социаль сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше тип иғлан итеп, Федераль Йыйылышҡа мөрә­жәғәтен көтәлер, бәлки. Әлегә иһә үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы иҫкәртеү, уға ҡаршы сара күреү йәһәтенән ҙур әүҙемлек күрһәткән Европа илдәренән өлгө алырға ғына ҡала.
10 сентябрҙә Бөтә донъя үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы иҫкәртеү көнө ун икенсе тапҡыр билдәләнә. Быйыл ошо датаға арналған барлыҡ саралар “Бөтә донъяла үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы иҫкәртеү: һаҡлау факторҙарын көсәйтеү һәм өмөттө нығытыу” тигән девиз аҫтында үтте.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер йөҙөндә көн һайын өс мең самаһы кеше үҙ ғүмерен ҡыя. Был күрһәткес Көнсығыш Европа илдәрендә айырыуса юғары, ә бына Үҙәк һәм Көньяҡ Америка илдәрендә – Перу, Мексика, Бразилия, Колумбияла – түбән.
2009 йылда Рәсәйҙә – 37 570, 2010 йылда 33 480 суицид осрағы теркәлгән. 1990 йылдан алып 2010 йылға тиклем илебеҙҙә бер миллиондан ашыу кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған. ХХ быуаттың һуңғы сирегендә Рәсәй ошо йәһәттән Европала алдынғылар рәтенә баҫҡан. 1985 йылдан алкоголгә ҡаршы иғлан ителгән кампания һөҙөмтәһендә хәл әкренләп яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлаған, әммә СССР тарҡалыу менән суицидтар һаны ҡайтанан ҡырҡа артҡан. Ә уның иң юғары кимәле 1994 йылда теркәлгән. Бигерәк тә йәштәрҙең үҙ теләге менән был донъянан күпләп китеүе борсоуға һала.
“Suicide prevention in Europe” докладындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Европалағы 48 илдең 17-һендә үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән милли стратегия һәм программа бар. 17 дәүләттең 14-ендә был документтар хөкүмәт йәки профилле министрлыҡ кимәлендә ҡабул ителгән. Дания, Грузия, Ирландия, Литва, Норвегия, Швеция һәм Бөйөк Британияла бындай башланғыстар парламент тарафынан раҫланған. Ошо уҡ докладта Рәсәй был афәтте иҫкәртеү буйынса милли стратегияһы һәм программаһы булмаған, әммә уларҙы төбәк кимәлендә тормошҡа ашырған дәүләттәр иҫәбенә индерелгән. Шул уҡ ваҡытта илебеҙҙә ошо юҫыҡтағы сараларҙы ойоштороуҙа һәм көйләүҙә ҡатнашырлыҡ ғилми үҙәктәрҙең барлығы билдәләнә. Әле Рәсәйҙә наркомандар, эскеселәр, квалификацияһыҙ эшселәр, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кешеләр араһында иҫкәртеү эше алып барыла.
Илебеҙҙә үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы айырыуса ирҙәр араһында киң таралған. Мәҫәлән, 2010 йылда ир-егеттәрҙең ошо рәүешле үлем күрһәткесе гүзәл заттыҡы менән сағыштырғанда алты тапҡырға юғарыраҡ булған. Ғилми әҙәбиәттә үлем кимәлен асыҡлау өсөн 100 мең кешегә тура килгән суицид һанын файҙаланалар. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, әгәр 100 мең кешегә 20 үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы тура килә икән, был күрһәткес юғары тип иҫәпләнә. Төбәктәргә килгәндә, Рәсәйҙең 83 субъектының 71-ендә был хәл ярайһы уҡ ҡырҡыу. Ете төбәктә – Чукотка, Ненец автономиялы округтарында, Йәһүд автономиялы өлкәһендә, Тывала, Байкал аръяғы крайында, Бүрәт һәм Алтай республикаларында – кимәл (100 мең кешегә – 20 үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы) яҡынса 5,5 тапҡырға юғары. Суицидтар күренеше Чечен, Дағстан, Төньяҡ Осетия – Алания республикаларында, Мәскәү ҡалаһында һирәк. Рәсми статистикаға ярашлы, Ингушетияла 2010 йылда ирҙәр араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы бөтөнләй теркәлмәгән. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында үҙ ғүмерен ҡыйыусылар Алыҫ Көнсығыш һәм Себер федераль округтарында (Ненец автономиялы округынан тыш) байтаҡ. Рязань өлкәһендә, Төньяҡ Осетия – Алания, Ҡарасәй-Черкес республикаларында, Дағстанда, Һамар өлкәһендә һәм Мәскәү ҡалаһында был күрһәткес ярайһы уҡ түбән. Ингушетияла һәм Чечняла ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы теркәлмәгән.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521