Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙ әсәйҙең биш шатлығы инек...”
“Беҙ әсәйҙең биш шатлығы инек...”
– Ҡул суғындағы биш бармаҡ кеүек, туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, берҙәм йәшәнек беҙ, — тине Фәрхейыһан Әхмәтйәнова, ғүмер йомғағын һүтә-һүтә. — Биш бер туғанбыҙ, барыбыҙ ҙа пенсионер хәҙер. Ҡустым менән һеңлем ауылда донъя көтә, аралашып, кәңәшләшеп йәшәп ятҡан мәл.

Фәрхейыһан апай ауыл Советында 35 йыл буйы секретарь булып эшләгәнгә күрә, Түрештәге һәр кемдең донъя хәлен, һәр ғаиләнең һулышын, проблемаларын белеп-күреп тора.
– Уңған, сәмле халыҡ йәшәй беҙҙә. Ҡарттар ҙа ҡул ҡау­шырып ултырмай, бала-сағаһы тыуған йорттарынан ҡош­соҡ­тай осоп таралышып бөтһә лә, һаман да үҙаллы, мул­лыҡта йәшәү өсөн тырыша: мал тота, умарта ҡарай, ҡош-ҡорт аҫрай, йәй буйы ейән-ейәнсәрҙәрен ҡунаҡ итә. Ауылдың шифалы һауаһын һулап, тәмле һөт-ҡатығын эсеп үҫкән балалар күңелендә ауыл тормошо ожмах мөйөшөндәй оҙаҡ йылдар һынланасаҡ әле, – ти Фәрхейыһан апай.
Уның да балалары, үҫеп еткәс, һөнәр алып, төрлө тө­бәк­тәргә таралышҡан. Әлфиәһе – Ноябрьскиҙа, Әлфи­нәһе Өфө ҡалаһында төпләнгән, улы Ильяс Бүздәктә ғаилә ҡорған. Бер саҡ Әлфинәгә, балаһы бәләгә тарығас, дауаханала оҙаҡ ятып дауаланырға тура килә. Өләсәлә­ре ғаи­ләнең иң ауыр, мәшәҡәтле мәлендә ярҙамға ашы­ға – Әлфинәнең ваҡытлыса әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡал­ған ҡыҙын үҙенә алып, өс йыл буйы ейәнсәрен ҡурсалап үҫтерә, балалар баҡсаһына йөрөтә.
“Беҙ әсәйҙең биш шатлығы инек...”Тынғыһыҙ Фәрхейыһан апай йәй баҡса тултырып картуф үҫтерә, өй алдындағы күҙҙәрҙе иркәләгән аллы-гөллө сәс­кәләр ҙә, баҡсаларында күпереп үҫкән күстерә үләне лә – уның тырыш хеҙмәте емеше.
– Бесәнде туғандарҙың мал-тыуары өсөн үҫтерәм, — тип аңлата апай. — Ә улар мине һөт-ҡаймаҡтан өҙмәй. Ер бит барыһын да бирә, туйҙыра, йәшәтә — ҡәҙерләй белергә генә кәрәк үҙен.
Түрештең киң урамы ҡаңғылдашҡан ҡаҙҙар тауышына тулды. Йәшел сирәмде аҡ болоттар кеүек ҡаплаған ҡоштар, хужабикәһен танып, Фәрхейыһан апайға табан ыңғайланы. Алсаҡ та, ябай ҙа ауылдың һоҡланғыс йәме бит улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519