Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя баҙарында – үҙ урыныбыҙ
Донъя баҙарында –  үҙ урыныбыҙ
Башҡорт балы. Башҡорт бал ҡорто. Хәҙер был төшөнсәләр республиканың визит карточкаһы һымаҡ ҡабул ителә. Умартасылыҡтың тамырҙары меңәр-меңәр йыллыҡ тарих тәрәнлегенән һут ала. Төп халыҡтың ғына түгел, Башҡортостан ерлегендәге барыһының да мәҙәниәте, көнкүреше, социаль үҫеше йылдан-йыл ошо тармаҡҡа бәйләнә бара. Умартасылыҡтың бөгөнгө хәл-торошо, үҫеш кимәле, өлкәләге яңы асыштар тураһында һөйләүен үтенеп, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге дәүләт учреждениеһы директоры, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Минәхмәт улы ИШЕМҒОЛОВҠА мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

— Һуңғы ун биш йыл эсендә умар­тасылыҡ өлкәһе һиҙелерлек уңыштарға ирешеп килә. Халыҡ араһында умарта һаны, етештергән продукция күләме артып бара. Кемдеңдер, ул ниҙә сағыла, нисек иҫәпләнә, тип һорауы мөмкин. Бөгөн тулыһынса иҫәп алынып, статис­тика идаралығы мәғлүмәт биреп тора. Әйтәйек, бер йыл эсендә генә лә күстәр һаны 13 процентҡа артты. Уның өсөн хатта ниндәйҙер статистика ла кәрәкмәй. Бөтә райондар буйынса йөрөп шуны күрәбеҙ: халыҡта ата-бабабыҙҙың шө­ғөлөнә, кәсебенә ҡыҙыҡһыныу уянды. Шу­лай уҡ умарталар һаны ла бәшмәк кеүек үҫә, тип өҫтәр инем. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр 10 умарта тота ине, хәҙер 50-гә, 100-гә еткерҙе. Хатта ғүмерҙә шө­ғөлләнмәгәндәр ҙә был эшкә иғти­бар итте, сөнки тармаҡ иҡти­сади яҡтан отошло, тиҙ арала сы­ғым­дарҙы ҡаплай. Һүҙем буш булмаһын өсөн үҙебеҙҙә эшләгән бер егетте миҫалға килтерге килә. Ул һөнәре буйынса умартасы түгел. Эште биш умартанан башлағайны, уларҙың һанын биш тапҡырға арттырҙы ла инде. Әйтегеҙ әле, ауыл хужалы­ғының ҡайһы тармағында тиҙ арала ошондай үҫешкә өлгәшергә мөмкин?
Тағы мөһим бер нәмәне әйтеп китергә кәрәк: республикала етәкселек тарафынан да умартасылыҡҡа иғтибар ҙур. Һуңғы өс йылда ғына ла тармаҡты үҫтереү өсөн ике тапҡыр субсидия бирелде. 2011 йылда ҡорт тотҡан кешегә һәр умарта иҫәбенән 600-шәр һумдан иҫәпләнде, ә 2013 йылда инде башҡорт тоҡом ҡорттарын үрсетеү, умарта һатып алыу өсөн бүленде. Кем һатып алған, уларға 50 процентҡа тиклем аҡсаһы кире ҡайтарылды.
Рәсәй, донъя күләмендә беҙҙең тоҡом ҡорттары ҡышлап сығыуы, ауырыуҙарға бирешмәүе, күпләп бал биреүе менән айырылып тора. Бөгөн уны Ҡаҙағстан, Монголия, Германия һәм башҡа илдәр һорай. Шуға өлкәләге иҡтисадтың 50-60 процентын тоҡом ҡорттарын, 40 процентын башҡорт балын һәм 10 процентын һеркәһен, инә ҡорт менән кәрәҙле бал һатыу буйынса көйләргә кәрәк. Мәҫәлән, Монголияға алып барған күстәрҙең ҡайһы берҙәре 114 килограмм бал биргән. Унда климат күпкә ауырыраҡ. Беҙҙең ҡорттар бирешмәйенсә, урындағы тә­биғәткә яраҡ­лаша алған. Ҡайһы бер кешелә ошондай һорау ҙа тыуыуы мөмкин: башҡорт тоҡом ҡортон таратып, аҙаҡ үкенмәҫбеҙме, йәнәһе. Юҡ. Әйтәйек, башҡорт аттарын Францияға алып барып, унда ҡымыҙ етештерһәң, сифаты беҙҙеке һымаҡ булмаясаҡ. Ҡорттар менән дә шул уҡ хәл. Башҡорт балын тик Баш­ҡор­тостанда ғына алырға мөмкин. Ә һатыу, беренсенән, иҡти­сади яҡтан отошло булһа, икенсенән, респуб­ликаның да­нын донъяға тара­тасаҡ, визит карточкаһы һы­маҡ ҡабул ите­ләсәк.
Беҙҙең икенсе брендыбыҙ — башҡорт ҡымыҙын иҫкә алғас, шуны әйтке килә: эсем­лектең шифаһы баһалап бөт­көһөҙ. Ләкин ГОСТ талабы буйынса уның биш кенә көнлөк “ғүмере” бар. Был бик аҙ. Шуға ла уны Мәскәүгә лә, башҡа ергә лә алып барып еткерә алмайбыҙ. Ғилми яҡтан ҡарап, ҡулланыу ваҡытын оҙай­тыу буйынса эш башланыҡ. Бөгөн шуны беләбеҙ: бал, прополис төрлө бактерияларға үрсергә бирмәй. Шуға ла улар нигеҙендә башҡорт ҡымыҙын етештереп ҡараныҡ. Бер йыл дауамында ғилми эш үткәреп, ҡымыҙ “ғүмере”н 20 көнгә саҡлы оҙайта алдыҡ. Ҡымыҙҙы һаҡлау ваҡытын арттырып, Башҡортостан иҡтисадына ҙур өлөш индерәсәкбеҙ.
Бөгөн тағы бер мөһим йүнәлеш буйынса эшләйбеҙ: йылҡы ҡымыҙы ни­геҙендә 14 төр косметик продукция сығарыуҙы күҙаллап, ғилми тикшере­неү­ҙәр алып барабыҙ. Экологик яҡтан таҙа тауар етештереүгә сертификат алырға йыйынабыҙ. Әлегә Рәсәйҙең бер ниндәй косметик продукцияһы ла ундай сертификат алмаған. Был, берҙән, ил, донъя күләменә беҙҙең косметиканы сығарырға мөмкинлек бирәсәк, сөнки биологик косметикалар юҡ, икенсенән, ҡымыҙҙы һа­тыуға яңы юлдар асасаҡбыҙ.
Яңы асыштарҙың тағы береһе шул: прополис нигеҙендә һыу сығара башла­ныҡ. Был йүнәлештә эш өс йыл барҙы. Шуны яҡшы беләбеҙ: спирт нигеҙендә яһалған прополис төнәтмәһе ашҡаҙан, аш һеңдереү ауырыуҙарына ҡаршы тора.
Һыуҙа прополис иремәй. Шуға тәүҙә уны бальзамға әйләндерҙек, яйлап һыуҙы тарата торған формаға еткерҙек. Бөгөнгө көндә прополислы һыу тәжрибә рәүе­шендә сыға башланы. Был ҙур ғилми эш һанала.
Стәрлетамаҡ икмәк заводына умар­тасылыҡ продукцияһы нигеҙендә 10 төр­лө ризыҡ сығарыуҙы тәҡдим иттек. Мәҫәлән, бал ҡорто һөтө нигеҙендә кәнфит, мармеладтар, прополис, карамель нигеҙендә “чупа-чупс” һымаҡтары. Бал ҡушып етештерелгән перәник, керәндилдәрҙе лә атарға мөмкин.
Әлбиттә, барыһын да һанап сығып булмай. Тик шуныһын ғына әйтке килә: Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеп, сит илдән продукция ағылһа ла, үҙебеҙҙекен бер ҡасан да сит илдеке алыштыра алмаясаҡ. Иң мөһиме — 200-ҙән ашыу төр продукция етештерҙек. Был өлкәлә ошондай күләмдә ғилми эштең донъяның бер илендә лә башҡарылғаны юҡ. Шуға баҙарҙа тауар тик Башҡортостандыҡы ғына буласаҡ.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521