Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Килә шофер, елә шофер...
Килә шофер, елә шофер...
Өфө юлдарында – көн дә мәхшәр, ығы-зығы. Быға иртә-кис һайын маршрут автобустарында йөрөргә мәжбүр булған ҡала кешеләре шаһит. Берәүҙәр “яу”ҙа ҡатнашып ҡына ҡалмай, ҡайһы саҡта хатта зыян күреүсегә лә әүерелә.


Һуңғы йылдарҙа ниндәй генә автобусҡа ултырһаң да, юл хәрәкәтенең “автоуҙыш”ҡа әйләнгәненә һәм, пассажир булараҡ, теләмәһәң дә, унда ҡатнашырға тейешлегеңә инанаһың. Ни эшләйһең, “маршрутка”ға көн дә тейәлергә тура килә. “Тейәлергә” тим, сөнки юлда саҡта водителгә ҡарата әйтелгән “Ипләберәк йөрөт, утын тейә­неңме ни?” тигән киҫәтеү-һорауҙы йыш ишетәм.
Юлдағы ярыштарҙың, әлбиттә, килем артынан ҡыуыу арҡаһында барлыҡҡа килеүе көн кеүек асыҡ. Барыһына ла нәфсе сәбәпсе: шәберәк йөрөп, автобусҡа күберәк пассажирҙы тыңҡыс­лаһаң, аҡса күберәк булыр, тип уйлайҙар, ахырыһы.
Бер заман, көн кискә ауышҡан мәлдә, 255-се маршрутта күп һөйләргә яратҡан водитель тура килде. Автобуста өс-дүрт кенә пассажирбыҙ. Водителебеҙ хәмер йотоп алғандай ҙа тойола, бәлки, артыҡ тулҡынланғандыр: биттәре алһыу­ланып тора. Тәүге туҡталышта халыҡ йыйылғанын көтөп ултырған саҡта, аҡсаһын һанай-һанай, ул үҙенең бөгөн етерлек килем алмағанына беҙ ишетерлек итеп борсола ине. Мин инде, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышып, уртаса табышы тураһында һораштым.
– Тырышып эшләһәң, көнөнә 5 000 һумдан да артып китә. Бөгөн иһә 2 500 һум тирәһе генә йыйылды. Әллә ниндәй көн булды... Етмәһә, автобусты бер ра­йонға барыу өсөн ялларға теләйҙәр... 8 000 һум өсөн йөрөмәҫмен инде.
– Көн һайын эшләйһегеҙме?
– Юҡ, ике көн аша. Ҡәнәғәтмен бы­лай...
Төпсөнөүемә аптыраманы был ағай. Тағы ла тормошондағы төрлө хәлдәрҙе бәйән итә башлағайны, туҡталышыма етеп, төшөп ҡалдым.
“Автобуста ҡыйын, бәрелеп-һуғылып йөрөйбөҙ” тигән тәнҡит буш урында барлыҡҡа килмәй. Мәҫәлән, сит ил маркалы маршрут автобусы салонындағы “Ултыра торған урындар —16, ә баҫып барыусылар һаны — 0” тигән яҙма ни өсөн ысынбарлыҡта тормошҡа ашырылмай, ҡағиҙә һаҡланмай? Йә, ярай, беҙҙә баҫып бармайынса ла булмай, ти... Ләкин аяғөҫтө торғандар тиҫтәнән ашып китһә, тығыҙлыҡта барыуы ифрат ауыр бит. Ә водитель, баҫып торорлоҡ әмәл ҡалмаһа ла, һәр туҡталышта кеше йыя, эшкә тиҙерәк барып етергә теләгәндәр тығылыуын дауам итә. Һауа етмәй, халыҡ асыулана, тормозға баҫылған һайын бер-береһенең өҫтөнә ауалар. Етмәһә, сит ил транспорттарының күбеһендә баҫып барыусылар өсөн бер ниндәй уңайлыҡ юҡ. Һауаға тотонорға тейешһеңме икән ни?.. Тын етмәүҙән кешеләр һушын юғалтып ҡолаған осраҡтар ҙа йышайып китте.
Көн дә автобусҡа ултырырға тура килһә лә, водителдәрҙең ҡылығына ныҡ­лап иғтибар иткән дә юҡ... Ҡыҙыҡ­һы­ныуымды еңә алмайынса, “Сипайлово” туҡталышына килдем. Күпме машина бында! “ПАЗ”, “ГАЗель”, “Ford Transit”, “Peugeot Boxer”... Миңә юлға сығырға әҙерләнгән 6-сы маршрут автобусы ишеген асып тора. Ултырҙым, тик һаман ҡуҙғалмайбыҙ, кеше йыябыҙ. Аныҡла­быраҡ әйткәндә, сиратыбыҙ еткәнен көтәбеҙ: был маршрут автобустары 12 минут һайын йөрөргә тейеш. Водителдең янында бөтә нәмәне күҙәтеп бармаҡсы булып, алға күсеп ултырҙым. Ҡайышты эләктерәм тиһәм, урыны юҡ, әллә боҙолған, шуға күрә бер яҡ ситен һул ҡулым менән тотоп ултырырға мәжбүр булдым. Ҡуҙғалдыҡ. Юрамал күҙәтеп, тирә-яғыңды байҡап барһаң, бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ һымаҡ. Водителдең иғтибарын туҡтауһыҙ шылтыраған телефон кәметә төшә. Бер маршрутта йөрөгәндәр үҙ-ара бәйләнеш тота, уларҙың һөйләшеүе үҙенә күрә отчет кеүек һүҙ теҙмәһенә ҡайтып ҡала:
– “Трикотажка”ламын, теге “етенсе”не светофорҙа уҙҙым. Минең арттан килгән Саняға шылтырат, алда – “тығын”, яйыраҡ килһен...
Ошондай һөйләшеүҙәрҙең пассажир­ҙар­ҙың күбе­һен сығырынан-сығарғанына шаһит бул­ғаным бар.
Ҡайһы бер водителдәрҙең туҡ­та­лыш­тарҙың исемен, уның ҡайҙа урын­лаш­ҡанын белмәүе аптырата. Автобусҡа ултырыр алдынан “Мин фәлән ергә барып етә аламмы?” тип һораусылар күп осраҡта унан түгел, ә пассажирҙарҙан дөрөҫ яуап ала. Белгәндәр табылмаһа инде, әлеге кешегә икенсе транспортты көтөргә тура килә. Был хәл айырыуса “ПАЗ”дарҙа йыш осрай, сөнки сит илдән эшкә килгәндәрҙең байтағы шул “маршрутка”лар­ҙы йөрөтә.
Бер көндө автобусҡа инһәм, көньяҡ музыкаһы яңғырап тора. Салондағы биш кеше, аптырашып, йыр тыңларға мәжбүр­беҙ. Бер туҡталышта ҡыҙы менән ингән мәрйә апай: “Нимә был? Әллә дискотека барамы?” — тип музыка тауышын кәме­теүҙе һораны. Тағы бер аҙ барғас, был водитель тәмәкеһен төтәтеп ебәрҙе, салонға уҡшытҡыс еҫ таралды. Баяғы апай: “Тәмәке тартмағыҙ, балалар бар бит!” — тип шунда уҡ тауыш күтәрҙе. Водителдәр халыҡ менән эшләгәнен онотмаһын ине лә бит!..
Ә бер мәл Октябрь проспекты буйлап елдерә инек. Салонда кеше аҙ, шуға күрә водитель һораған туҡталышта ғына тормозға баҫа. Икенсе рәттән ҙур тиҙлектә килеп, беренсегә күсергә булғайны, урам араһынан бер автомобиль, төп юлға сығырға ниәт итеп, алдыбыҙға килеп туҡтаны. Ҡуҙғала алмай тик ултыра. Автобусыбыҙ, ҡапыл һулға сайҡалып, йәнә беренсе рәткә күсте. Бындай һелкенеүгә әҙер булмағас, саҡ тотоноп өлгөрҙөк. Ә бер урта йәштәрҙәге ҡатын “лап” итеп иҙәнгә ултыра төштө. Кейеме бысранып, ауыртынып, автобустан төшөп китте. Дәғүә белдереп ҡарағайны ла, килеп сыҡманы: юл хаҡы йыйып ултырған ханым, бер ни өндәшмәгән водителде яҡлашып, уға ҡаты ғына һүҙҙәрен “бәрҙе”.
Халыҡ шәп йөрөүгә өйрәнеп тә бөткәндер инде: шоферға яйлыҡ өсөн дә һүҙ тейә. Мәҫәлән, бер иртәлә, бөтә кеше эшкә ҡабаланғанда, автобусыбыҙ, шик тыуҙырып, ныҡ яй барҙы. Асыуы йөҙөнә сыҡҡан бер апай түҙмәйенсә:
– Беҙ китеп барабыҙмы, әллә шыуышабыҙмы? — тип ҡысҡырҙы.
– Ошо тиҙлектән арттырырға ярамай, — водитель ҡырыҫ ҡына яуапланы.
Бына һиңә мә! Апай, ауыҙ эсенән һөйләнә-һөйләнә, ҙур-ҙур сумкаларын йыйып алды ла:
—Былайтып барғансы, шәберәк йөрөгән автобусҡа ултырам! — тип төшөп ҡалды.
“Әҙәм балаһына ай ҙа, ҡояш та ярамай” тигән әйтем юҡтан бар булмағандыр инде...
Әле мин ултырып барған 6-сы маршрут автобусының водителе, телефондан һөйләшкеләп алһа ла, ҡәнәғәтһеҙлек белдерерлек бер ни ҙә эшләмәне кеүек. Киреһенсә, салондан сыҡҡан һәр кемгә:
— Зинһар, алығыҙ, һеҙҙең сдача, — тип аҡса тоттора. Кешеләр ихтирамлы водителгә рәхмәт әйтеп төшөп ҡала.
Хәйер, был ағайҙың Менделеев урамы буйлап урман араһынан үткәндә берәй хилафлығын аңғарырмын, тип уйлайым: был юлда сәғәтенә 110 – 120 саҡрым тиҙлек менән елдергәндәр ҙә бар. Ә беҙ “80” менән тыныс ҡына барҙыҡ. Бәлки, әле ваҡыты шулайҙыр: баҫып барыусылар юҡ. Ә бит ошо Менделеев урамының икенсе осонда машина күбәйеп, үтеп китеү ауырлашҡас, салон пассажирҙар менән тулы булыуға ҡарамаҫтан, водителдәр трамвай юлына төшөп алып, даңғыр-доңғор елдереү яғын ҡарай. Юлдарҙың соҡор-саҡырлы, тар булыуы, йәйәүлеләрҙең дә, водителдәрҙең дә юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуы төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға юлыҡтыра. Был хаҡта көн дә тиерлек ишетеп, уҡып торабыҙ.
Һуңғы туҡталышҡа етеп киләбеҙ. Ғәжәп, был водитель автобусты тәртипле генә йөрөттө, әллә минең үҙе тураһында яҙырға йыйынғанымды һиҙенде инде…
“Телеүҙәк” туҡталышында автобус­тар­ҙан оҙон сират теҙелгән. Алдараҡ торған 255-се “маршрутка”ға инеп ултырҙым. Бындай “ПАЗик”тарҙа, урын күберәк, һауа иркенерәк булһа ла, тауыш көслө. Был водитель, баяғынан айырмалы, киҫ­кен хәрәкәттәр менән автобусты “уйнаҡлатып” алып бара. “Үҙәк баҙар” туҡта­лышында пассажирҙарҙы юлдың икенсе рәтендә төшөрҙө лә ишек асыҡ көйө урынынан ҡуҙ­ғалды. Тап шул мәлдә инергә ынтыл­ған бер әбей саҡ йығылманы. Салондағы өлкән йәштәге апайҙар: “Туҡта, туҡта! Ҡайҙа ҡарайһың? Әбейҙәргә һан юҡмы ни?” – тип шаулашып алды. Бындай осраҡтар йыш була: автобусҡа инеүең менән водитель газға баҫа — йә тотоноп өлгөрәһең, йә башҡаларҙың өҫтөнә ауаһың. Бер заман шулай бер апайҙың йәш ирҙең алдына килеп ултырыуы көлкө кеүек тойолғайны. Киреһенсә килеп сыҡһа, ҡатынға, бәлки, травмпунктҡа ла барырға тура килер ине…
Маршруткалар араһындағы иң ҡыҙыу ярыш Октябрь проспектында баралыр, моғайын: юл киң, автобус та, туҡталышта кеше лә күп. Йәмәғәт транспорты беренсе рәттән йөрөргә тейеш булһа ла, водителдәр икенсегә, хатта өсөнсөгә сығып елдереүсән. “Час пик” ваҡытында бында ҡолаҡ тона, йөрәк дөпөлдәп тибә, баш ауырта башлай.
Сипайлово урамынан түбәнгә ҡарай төшөп барабыҙ. Мин был ерҙе электән “осош һыҙаты” тип йөрөтәм. Аҫҡа ҙур тиҙлектә елдергәндә, ысынлап та, бына-бына осоп китербеҙ һымаҡ. Етмәһә, юл соҡор-саҡырлы: салонда иң артта ултырырға тура килһә, эсәктәрең ҡойолоп төшөр төҫлө…
Сәйәхәтемдең аҙағына еткәс, иркен тын алып, автобустан төштөм. Туҡталышта шығырым тулы халыҡ үҙ “маршрутка”һын көтә. Ошондай ҙур ышаныс бел­де­рел­гән водителдәр юлда тәртипкә ынтылһын, ҡағи­ҙәләрҙе теүәл үтәһен ине лә бит. Үҙенең генә түгел, ә күпме кешенең ғүмере өсөн яуаплы бит улар.
Шуға иғтибар иткәнем бар: ҡайһы бер води­телдәр яғыулыҡты экономиялау маҡсатында түбәнгә ҡарай, тиҙлек алмаштырыу ҡумтаһына ял биреп, “нейтралка”ла барыуҙы хуп күрә. Әлбиттә, былай йөрөү-йөрөмәү һәр кемдең үҙ теләгенән торалыр, ләкин пассажирҙар менән тулы автобуста хәүефһеҙлекте тәьмин итеү иң мөһим талап булырға тейеш түгелме ни?
Әгәр водитель юл ҡағиҙәһен боҙһа, бының өсөн уға ҡануниәткә ярашлы яза бирелә: йә таныт­маһын күпмелер ваҡытҡа тартып алалар, йә штраф түләтәләр. Минеңсә, бынан фәтүә бар, шулай ҙа ҡағиҙәләргә ихтирамлы ҡараш, юлда ­­бер-береңә итәғәтле мөнәсәбәт иң элек мәҙә­нилектән, әҙәплелектән киләлер.
Юлдағы тәртипһеҙлек мәсьәләләре Хөкүмәттә лә, баш ҡала хакимиәтендә лә йыш ҡарала, «маршрутка»лар йөрөшө тейешле органдар тарафынан күҙәтелә лә һымаҡ, тик үҙгәрештәр әллә ни тойолмай. Ниңә беҙ берәй фажиғә булғанын көтөп торабыҙ ҙа, шунан һуң ғына ашығып-ашҡынып, быға ҡағылышлы бар нәмәнең аҫтын-өҫкә кил­терәбеҙ? Машина йөрөтөүселәрҙе туҡтауһыҙ иҫкәртеп, хатта штраф һалып ҡаңғыртҡансы, бәл­ки, уларҙы маҡтап та алырға кәрәктер? Мәҫәлән, йыл буйына юл ҡағиҙәһен боҙмағандарға бүләккә бер бак бензин биреү йәки түләнмәгән штрафтарын “онотоу” акцияһын ойоштороу файҙа кил­термәҫме? Алда нимә булырын белә алмаһаҡ та, юлда йөрөү мәҙәниәте мәсьәләһендә лә, минеңсә, сикләү генә түгел, маҡтау ҙа килешер ине.

Өфө урамдары буйлап БДУ студенты
Динара КӘРИМОВА сәйәхәт итте.


Фото: Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521