Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күстәрҙе арттырыу өсөн иң уңайлы осор
Күстәрҙе арттырыу өсөн иң уңайлы осор
Күп умартасылар яңы умарталарҙы тултырыу өсөн бал ҡорттарының күс айырыуын файҙалана, икенселәре иһә уларҙы үҙе бүлә.
Көслө күстәрҙә инә ҡорттар күп йомортҡа һала. Айҙың икенсе ун көнлөгөндә бал ҡортоноң һан яғынан үҫеше тамамлана, ә инә ҡорттар, ғәҙәттә, тыуымды кәметә. Шуға күрә умарталарҙа ҡорттарҙың осоуы һүлпәнәйә, уларҙың күбеһе ояла эшһеҙ ҡала. Умарталағы эштәрҙән һәм татлы һут йыйыуҙан бушаған ҡорттар һаны арта бара. Улар ситке рамдарҙа, ҡайһы саҡта умартаның тышҡы яғында өйкөмләшеп ваҡыт үткәрә.


Үҙең бүлеү

Умартасы эшсе ҡорттарҙың барыһын да эш менән тәьмин итеү маҡсатында күсте икегә бүлә. Яңы күстәрҙе ояла 8-9 кәрәҙҙә үрсеме һәм 11-12 рамда ҡорт­тары булған ғаиләләрҙән ойошторалар. Уның ысулдары күп, һәм һәр умартасы был эште үҙенсә башҡара.
Бал ҡорто ғаиләһен бүлеү инә ҡортто табып (рамы һәм ҡорттары менән бергә), яңы умартаға күсереүҙән башлана. Шу­лай уҡ яңы умартаға асыҡ үрсемле 3-4 кәрәҙ, бер нисә буш һәм баллы рамдар урынлаштырыла. Үрсеме көпләнгән кә­рәҙ­ҙәрҙе урынында ҡалдырыу яҡшыраҡ. Инәһеҙ ҡалған төп умартаны икенсе ҡа­ҙыҡтарға күсерәләр, ә инәһе булған яңы умартаны төп умартаның урынына урынлаштыралар. Осҡан ҡорттарҙың ба­ры­һы ла элекке урынға, яңы умартаға, ҡайта.
Ситкә күсерелгән төп умартала осма­ған йәш ҡорттар ғына ҡала. Кискә табан, ҡорттар тыныслана башлау менән, ситкә ҡуйылған төп умартаға инә көбөн йә иһә йәш инә ҡортто үрсеме булған рамдар­ҙың өҫкө өлөшөнә ҡуялар.
Төп умарталағы яңы ойошторолған, әм­мә осҡан ҡорттары булмаған күскә тәүге көндә шәкәр шәрбәте бирелә.

Тәбиғи айырыу

Бал ҡортоноң күс айырыуы тәбиғәттең бик матур ваҡытына тура килә. Беренсе айырылған күстәр майҙың һуңғы көндә­рендә осоп сыға, ә күпләп айырыу – июнь урталарында. Был бал йыйыу осоро буйы дауам итә.
Күс айырыуҙың кире һәм ыңғай яҡтары бар. Айырылған күстәрҙе һоҫоу, ябыу буйынса (бигерәк тә күпләп айырылған ваҡытта) умартасыларға мәшәҡәт өҫтә­лә. Инә ҡорттарҙың юғалыу һәм күс­тәрҙең таралыу осраҡтары күҙәтелә. Умартала күс айырыу алдынан һәм унан һуң бер аҙ ваҡытҡа кәрәҙ төҙөү туҡта­тыла, инә ҡорттарҙың бала һалыуы аҙая. Эшсе ҡорттарҙың осоуы кәмей, умартаға бал һуты һәм сәскә һеркәһе аҙ ташыла. Шуға күп умартасылар ҡорттарҙың күс айырыуына юл ҡуй­мау, йә иһә уны кәметеү сараһын кү­рә. Беренсеһе – умартала инә ҡорт­тоң йәш булыуы мөһим. Йәш инә ҡорт, ҡарт инәләр менән сағыш­тыр­ғанда, баланы 30 процентҡа күберәк һала. Икен­сенән, ҡорт ғаиләләрен ҙур умарталарҙа аҫрау (ояларҙы ва­ҡы­тын­да ҙурайтыу), тәби­ғәттә бал һуты бул­­ма­ғанда, ҡорт­тар­ҙы емләү яҡшы һөҙөмтә бирә.
Шулай итеп, эшсе ҡорттар бала тәрбиәләй, кәрәҙ төҙөй, бал һуты йыя, ояларын таҙарта һәм уларҙың күс айырырға ваҡыты ҡалмай. Ҡайһы бер эште ваҡы­тында башҡарырға һуңлаһағыҙ, ҡорттар­ҙың күс айырыуға күскәнен күрһәгеҙ, уларҙы бүлергә мөмкин.
Яңы күс булдырыу төп инә умартаһын бер яҡ ситкә (кәмендә 2-3 метр) илтеп ҡуйыу менән ойошторола. Төп бал ҡорто ғаиләһе урынына яңы умарта ултыртыла. Уға ҡуйылғанынан алып, үрсеме һәм ҡорттары булған 4-5 рам күсереп ҡуялар һәм буласаҡ инә ояһы, ем, буш кәрәҙ бирелә. Ситкә ҡуйылған һәм осоусы ҡорттарҙан мәхрүм ителгән күс айырыуға әҙерлекте туҡтата, осоу көсәйә, инә ҡорт бала табыуҙы арттыра. Иҫке урында ҡалған яңы умартаны 6-7 көндән ентек­ләп ҡарарға кәрәк. Бында артыҡ инә көптәрен юҡ итәләр, иң өлгөргәндәренән береһен һайлап ҡалдыралар.
Күс айырыуҙың ыңғай яҡтары ла бар. Күсте умартаға япҡандан һуң, ул кәрәҙ төҙөү һәм бал һуты йыйыу эштәрен ихлас башҡара. Йыл һайын бал йыйыу алдынан күстәрҙең айырылыуы ҡарт инәләрҙе йәштәре менән алмаштырыу мөмкинлеген бирә. Иң яҡшы бал ҡорто инәләре күс айырған ғаиләләрҙә тыуа. Бал һуты йыйыр алдынан һәм был эш башланған мәлгә тура килһә, ыңғай һө­ҙөмтә бирә. Ваҡытлыса үрсем үҫтереү туҡтатыла, кәрәҙҙәрҙә бал һуты өсөн урын бушатырға мөмкинлек бирә, ә үрсем тәрбиәләүҙән арынған эшсе ҡорттар бал һуты йыйыуҙа, эшкәртеүҙә ҡатнаша.
Шуныһы мөһим: үрсемде үҫтереүҙәге тәнәфес үңәҙ, варроатоз (талпан) ауы­рыуҙары булғанда уларҙың үҫешен ваҡытлыса туҡтатыусы бер сара булып то­ра. Күс айырыуҙың ыңғай яҡтарын иҫәпкә алып, һәүәҫкәр умартасылар һәр бал ҡорто ғаиләһенә бер күс айырырға мөмкинлек бирә. Әгәр ҡорттар һанын арт­тырырға кәрәк булһа, бер күс айырған бал ҡорто ғаиләһен уртаға бүлеп, икәү итеп була.
Шулай итеп, ҡышлап сыҡҡан һәр бал ҡорто ғаиләһен өсәү итергә лә мөмкин. Икеһе (йәш инәләре) ҡышҡылыҡҡа ҡал­дырыла, ә ҡарт инәле күсте, төп бал йы­йыу башланып өс көн үткәс, ҡышлаясаҡ ҡорттарҙың береһенә ҡушалар. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: ҡушыла торған күстәр бер-береһенә яҡын урынлаш­ҡанда ғына уларҙы берләштереп була.

И. Шафиҡовтың “Бал ҡортоноң наҙы бар” китабынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523