Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Арҡа терәр ағайҙар бар
Беҙҙең Учалы ауылында тиҫтәгә яҡын егәрле, дәртле, һәр береһе лайыҡлы эшҡыуар йәшәй. Шуларҙың береһе — Фәнүз Йәғәфәров.


Ул егерменән ашыу кешене эш урыны менән тәьмин иткән, ағас ҡырҡыусы егеттәрҙән бик дәртле, берҙәм коллектив туплаған. Улар районда ағас, утын әҙерләй. Пилорамала таҡта ярҙыралар, рәшәткә, бурса һәм башҡа хужалыҡ кәрәк-ярағы етештерәләр. Әйткәндәй, Фәнүз Ғәйнан улы үҙенең һөйөклө ҡатыны Зөһрә еңгәнең тыуған ауылы Һәйтәктә бынамын тигән иман йорто – ҙур мәсет – төҙөттө.
Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр. Матур ғаиләнең йолаһын дауам итеп, Йәғәфәровтарҙың 28 йәшлек Азат исемле улдары Учалы ауылында үҙ эшен асҡан. Уның “Нева” йәмғиәте ағас күмере әҙерләү менән шөғөлләнә. Әҙер продукцияны улар, ҙур тоҡтарға тултырып, “Русский алюминий” компанияһына оҙата. Әлбиттә, күмерҙең сифаты бик юғары булырға тейеш, сөнки ул төҫлө металл әҙерләү цехтарында ҡулланыла.
— Беҙ компанияға ай һайын 500–600 кубометр күмер ебәреп торабыҙ. Уның дымлылығы һәм химик составы талап ителгәнгә тап килергә тейеш. Шуға ла эште еренә еткереп, сифатлы башҡарыу зарур, — тине йәш эшҡыуар Азат Йәғәфәров.
Тәүҙә ҡыҫҡа ғына итеп бысылған, ярылған ҡайын утындарын ҙур тимер күнәктәргә – реторттарға – тултыралар. Улар тығыҙыраҡ булған һайын, күмерҙең дә сифаты юғарыраҡ. Йәш кешенең шундай ғәҙәти булмаған технологик йәһәттән ҡатмарлы эшкә тотоноуы — үҙе бер ҡыуаныслы ваҡиға.
Фәнүз Азаттың уңыштары менән ғорурлана, сөнки ул үҙенең ун алты ауылдашына һәйбәт кенә хеҙмәт хаҡы түләнгән даими эш булдырған. Етмәһә, кинйә улы Айнур ҙа йәйгеһен ағаһы Азатҡа эшкә яллана. Уның төп бурысы — реторттарға утын тултырыу. Физик көс талап иткән шөғөл булһа ла, Айнур каникулда үҙенә һәйбәт кенә аҡса эшләп ала.
Яңыраҡ Учалы районына Мәскәү ҡалаһының бер ҙур фармацевтика фирмаһынан вәкилдәр килеп, “Нева” йәмғиәте сығарған күмер менән ҡыҙыҡһынған. Билдәле булыуынса, был продукцияны медицина өлкәһендә лә ҡулланалар.
Тимәк, Азат Фәнүз улына киләсәктә яңы офоҡтар асылыуын, уның арымай-талмай яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләргә ҡала. Учалымдың алтын ҡуллы кешеһенә, йәғни Фәнүз Йәғәфәровҡа арнап ошо юлдарҙы яҙғайным.
Ҡояш кеүек кешеләр бар,
Тик ҡояш юғарыла.
Ә һин халыҡ араһында —
Нур сәсәң Учалыла.
Ошо нурҙар киңәйтәләр
Дүрт тарафта офоҡто.
Һәйтәктәргә мәсет төҙөп,
Ҡыуандырҙың халыҡты!
Һин сәмле лә, егәрле лә,
Эшле иттең күптәрҙе.
Ил ағаһы тип атайҙар
Тап һинең кеүектәрҙе!
Алтын кешеләр булғанда,
Ни кәрәге алтындың?!
...Арҡа терәр ағайҙар бар,
Таянысы халҡымдың!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 123

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 473

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 111

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 918

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 680

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 263

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 446

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 524

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536