Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бейеклеккә ынтылған күңел
Бейеклеккә ынтылған күңел
Шағир күңеле һәр саҡ юғарыға, бейеклеккә ынтыла. Ул үҙе ерҙә, ә зиһене кеше күңеленең иң төпкөл мөйөштәрен байҡай, күҙҙәре матурлыҡ донъяһын гиҙә, ә хыялы уны барыбер зәңгәр күк диңгеҙенә, Йыһанға әйҙәй. Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Рәми Ғарипов өсөн дә осоу – ябай теләк кенә түгел, ә ҙур хыял. Балалыҡ хыялы. Хәйер, ул йылдарҙа Советтар Союзында һауаға, Йыһанға осоу тураһында хыялланмаған малай бик һирәк осрағандыр.

...Дүрт-биш йәшлек кенә Рәми ул ваҡытта ата-әсәһе менән Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһы эргәһендәге хәрби ҡаласыҡта йәшәй. Дивизияның көндәлек тормошон күҙәтеп, малай самолет, танк, пушка кеүек хәрби техникаға күнегеп китә, ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та һалдаттарҙың, тигеҙ рәттәргә теҙелеп, маршта йөрөгәнен күҙәтә. Бер саҡ ул атаһына: “Мин дә һинең кеүек командир булам”, – тип хәбәр ҙә һала. Ғаилә башлығының сираттағы бер ялында Ғариповтар илебеҙҙең баш ҡалаһына сәфәр ҡыла. Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙан өҫтөндә, реактив самолеттарҙың осоуын, уларҙың һауала ғәжәйеп төҙөк һәм иҫ китмәле ҡатмарлы хәрәкәттәр (вираждар) яһауын күреп, Рәми тамам хайран ҡала. Бәлки, тап шул мәлдә уның күңелендә авиация менән мауығыу осҡоно ҡабынғандыр ҙа. Шуға күрә лә ул, бер нисә йылдан һуң, Өфөгә уҡырға килгәс, бындағы Пионерҙар һарайында эш-ләгән авиамодель түңәрәгенә йөрөй башлағандыр... 1948 йылдың октябрь айында Рәми уҡып йөрөгән республика мәктәп-интернатынан бер нисә үҫмер аэроклубҡа яҙыла, медицина комиссияһы үтә башлайҙар. Ошо ваҡиғанан һуң уҡырға һәм яҙырға өйрәнгәндән тип әйтерлек алып барған көндәлегенә үҫмер, шатланып һәм ғорурланып: “Беҙ – осоусылар. Комиссия булды. Осоусы хеҙмәтенә яраҡлымын”, – тип теркәп ҡуя. Әммә аэроклубта шөғөлләнә башлау өсөн комиссия үтеү генә етмәй, мәктәптән яҡшы характеристика кәрәк. Ә Рәмигә ыңғай характеристика бирмәйәсәктәр, сөнки шиғри рухлы егет физика, математика кеүек теүәл фәндәргә тейешле иғтибар биреп еткермәй, улар буйынса бер нисә “икеле” эләктереп тә өлгөрә. Класташтары уны “икеле”ле шағир” (поэт-двоечник) тип шаярта ла. Әммә Рәми төшөнкөлөккә бирелеп, ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. Сәмләнеп, әлеге фәндәрҙе тырышып үҙләштерергә тотона. Һөҙөмтәлә контроль эштәрҙе “бишле”ләргә яҙып, кәрәкле характеристика ала. Шул көндән алып уның өсөн ифрат мауыҡтырғыс тормош башлана. Аэроклубта теория фәндәре практик күнекмәләр менән сиратлаша. Егеттең көндәлегендә "аэронавигация", "вираж", "спираль" һәм башҡа махсус терминдар, төрлө самолет һүрәттәре барлыҡҡа килә. Ул осорҙа бәләкәйҙән китап яратҡан Рәмиҙе бөтәһенән дә бигерәк авиацияға ҡағылышлы әҙәбиәт ҡыҙыҡһындыра. Ул Бөйөк Ватан һуғышында дан ҡаҙанған "ЯК" самолеттарын төҙөгән, исеме бөтә донъяла билдәле совет авиаконструкторы Александр Яковлевтың "Тормош маҡсаты" тигән китабын иғтибар менән, ентекләп, ҡабат-ҡабат уҡып сыға, уның унарлаған битен үҙенең дәфтәренә күсереп яҙып та ҡуя. Осоусы һөнәренә эйә булыу теләге менән янып йәшәп, ул үҙ маҡсатына өлгәшеү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Байтаҡ йылдар гимназияла эшләгән Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, халыҡ-ара категориялы спорт алыштары судьяһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рәүеф Кәримов иҫән сағында, үҙенең Рәми Ғарипов менән аэроклубҡа йөрөгән көндәрен иҫенә төшөрөп, уҡыусыларға йыш ҡына былай тип һөйләр булған: “Аэроклуб хәҙерге Зорге урамы урынында булған иҫке аэропортта ине. Беҙ ул йылдарҙа үҙебеҙ йәшәгән Коммунистик урамынан шунда йәйәүләп барабыҙ һәм ҡайтабыҙ. Парашюттан һикерәбеҙ, уны төрнәйбеҙ, “У-2” еңел самолетын йөрөтөп ҡарайбыҙ. Рәми бик тырыш булды, инструкторҙарҙың ҡушҡанын гелән еренә еткереп үтәй ине...”
Буласаҡ шағир осорға өйрәнеү өсөн бөтәһенә лә әҙер. Бына Рәми бер нисә ай зарығып көткән мәл – 1949 йылдың март айы ла килеп етә: осоуҙар башлана! Ниһайәт, Рәми – һауала! Самолет юғарыға ынтыла – йөҙ, ике йөҙ, өс йөҙ метр!.. Уның ҡулында ысын штурвал! Рәми самолет менән идара итә! Рәми – ыласын! Сикһеҙ ҡыуанысынан һәм бәхетенән ул үҙен яурындарына пар ҡанат үҫеп сыҡҡандай хис итә. Тәүге тапҡыр осҡандан һуң: "Мин осоу өсөн аҙна буйы ашамайынса йөрөргә лә риза булыр инем", – ти. Көндәлегенең тышында “Осоусы яҙмалары” тигән һүҙҙәр барлыҡҡа килә. Бер нисә йылдан һуң ул үҙенең “Интегралдар” поэмаһында тәүге тапҡыр зәңгәр күккә күтәрелгәндән алған тойғоларын түбәндәге шиғри юлдарында әйтеп бирә: “Тик барыбер остом, /Ҡостом күкте,/ Һәм таныным осоу ҡомарын,/ Штурвалдың әле, /Балыҡ һымаҡ,/ Ҡыймылдауын тойҙо ҡулдарым”. Булмышы, тәбиғәте хыялға бай Рәми өсөн бейеклектәр романтикаһы, ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек талап иткән осоусы тормошо башлана. Ҡайһы ваҡыт уға көнөнә бер нисә тапҡыр күккә күтәрелергә тура килә. Йәйҙәрен аэродромда тәүлек әйләнәһенә ҡалған саҡтары була. Серәкәйҙән таланып, палаткаларҙа йоҡлайҙар. Курсанттарҙан нәҡ армиялағы кеүек ҡаты, хәрби тәртип талап ителә. Араларында иң йәше булыуына ҡарамаҫтан, эшкә бик етди һәм яуаплы мөнәсәбәте өсөн Рәмиҙе иптәштәре лә, инструкторҙар ҙа ихтирам итә. Өс тапҡыр һауаға үҙаллы осҡандан һуң аэроклуб етәкселәре уға авиация училищеһына уҡырға инергә кәңәш итә. Бындай тәҡдим алһа, һәр кемдең башы әйләнер ине, моғайын. Әммә йәш шағир уҡытыусыларына яуап бирергә ашыҡмай, тәрән уйға ҡала. Тормошҡа ғашиҡ, ғүмерҙең кешегә бер генә тапҡыр бирелеүен һәм уны мөмкин тиклем мәғәнәлерәк итеп йәшәү зарурлығын бик иртә төшөнгән егет һәр минуттың ҡәҙерен белә. Аэродромда ла дәрестәр менән осоуҙар араһында ҡулына йә китап ала, йә яҙышырға тотона. Кемдер унан, "профессор" тип, көлөп маташа. Рәми төрттөрөүҙәргә иғтибар итмәҫкә тырыша, ауыр һүҙҙәрҙе күңеленә яҡын алмай. Ә бына әҙәпһеҙлекте, наҙанлыҡты йәне һөймәй. Нисектер бер майор Ғариповтың ҡулынан китабын тартып ала ла, ергә ташлап, ярһып тапарға тотона, йәнәһе, һин бында китап уҡырға килмәгәнһең. Рәми, үҙен тыйып, саҡ түҙеп ҡала, әммә эстән генә туҙынып ҡоторонған “солдафон"ға "егерменсе быуаттың ҡырағайы" тип үҙенсә баһа бирә. Яңы тормош егетте ҡанатландыра, әммә уның ҡанаттарын ҡыҫҡартырға йә һындырырға теләүселәр ҙә табылып тора. Ләкин Рәмиҙе уның йөрәгендә ныҡлы урын биләгән легендар летчиктар Чкалов, Байдуков, Беляков һәм Гастелло образдарынан дүндерә алырлыҡ ҡөҙрәт бармы һуң!.. Ҡасандыр көнөнә бишәр тапҡыр килеп, уҡыу ҡасан башлана тип ҡыҙыҡһынып йөрөгән һәм башҡаларҙан күпкә яҡшыраҡ уҡыған егеттең авиация училищеһына керерҙән ҡәтғи рәүештә баш тартыуы аэроклуб уҡытыусыларын сикһеҙ аптырата. Күренеүенсә, шул ваҡытта уҡ Рәми Ғариповта осоусы булыуға ҡарағанда үҙенең тормошон шиғриәткә, әҙәбиәткә бағышлау теләге өҫтөнлөк алған булған. Ҡыштарын көрт ярып, йәйҙәрен серәкәйҙәрҙән таланып яфаланыу мотлаҡ инеме һуң? Ниңә ул йөҙәрләгән тапҡыр самолетта оса, ниңә арымай-талмай туҡтауһыҙ махсус ҡатмарлы күнекмәләр яһай? Был һорауҙар бик урынлы – әммә кемебеҙҙең Ергә, исмаһам, бер генә тапҡыр ҡоштар осҡан бейеклектән ҡарау теләге булманы? Ниңә Хоҙай ҡоштарға ҡул бирмәгән, ә кешеләргә ҡанат ҡуймаған? Ә нисәмә тапҡыр беҙ төштәребеҙҙә осабыҙ! Ләкин был төштә осҡан һәр кем осоусы булырға тейеш тигәнде аңлатмай бит. Әммә Рәми Ғариповҡа төштәрендә генә осоу етмәгәндер инде, күрәһең. Шуға ла ул осоусыларҙың тәьҫораттары менән генә лә ҡәнәғәтләнеп ҡала алмаған һәм барыһын да үҙе татып ҡарарға хәл иткән. Әммә ғәмәлдә Ер һәм Күккә ҡарағанда ла көслөрәк стихия барлығы асыҡлана. Ул да булһа – шиғриәт стихияһы, уның тартыу көсө. Һөҙөмтәлә Рәмиҙең йөрәгендә йәш осоусы йәш шағирға юл бирә... Аэроклуб уҡытыусылары нисек кенә өгөтләһәләр ҙә, курсант Ғариповты ҙур авиация юлына бора алмайҙар. Дөрөҫ, уның осоусы һөнәренән баш тартырға кәрәк, тигән ҡарарға килеүенә тағы бер сәбәп барлығы асыҡлана: баҡтиһәң, бала саҡтан китап уҡырға яратҡан егеттең күҙҙәре лә аламараҡ күргән икән. Был хаҡта ул үҙенең Мәләүез районының Томансы ауылынан баш ҡалабыҙға музыка серҙәренә өйрәнергә килгән дуҫы Миңнулла Дәүләтбаевҡа сер итеп кенә әйтеп ҡуйған да була. Иртәме-һуңмы күреү һәләте кәмеү барыбер Рәми алдында авиация юлын ябыр ине бит. Шуныһы айырыуса мөһим: авиаторҙар клубына Рәмиҙе хыялы һәм ҡыҙыҡһыныусанлығы ғына түгел, ә тәбиғи булмаған шарттарҙа үҙенең булмышын, рухын һәм ихтыяр көсөн һынап ҡарау теләге лә килтерә. Күпме тапҡыр күккә күтәрелә ул! Күҙҙәре түбәндәге гүзәллеккә хайран ҡала, ә уй-фекере ғүмерҙең бөйөклөгө, кеше аңының тәрәнлеге, тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе тигән төшөнсәләр тирәһендә сыуала. Шағирҙың: “Аҙаҡ мин османым. /Остом бары/ Ҡанатында хыял, илһамдың”, – тигән юлдары ла бар. Бер яҡтан, был юлдар ниндәйҙер кимәлдә уның авиация менән мауығыу осорона нөктә ҡуйыуы кеүек тә ҡабул ителә. Ә асылда улар – Рәми Ғариповтың тормошта тағы ла бейегерәк, тағы ла бөйөгөрәк юғарылыҡтарға күтәрелеү халәтен һәм дә ҡеүәһен һынландыра. Моғайын, ана шул Хыял һәм Илһам ҡанаттары уны, уның саф, ихлас, изге күңелен Ҡояшҡа нығыраҡ ынтылдырып, Әҙәбиәт һәм Шиғриәт тип аталған серле, мөғжизәле донъяларҙа сағыуҙарҙан-сағыу, нурлыларҙан-нурлы Йондоҙ булып балҡытҡандыр ҙа инде...
...Әйткәндәй, Рәми Ғарипов – башҡорт шағирҙары араһында иң беренсе, ә бәлки берҙән-бер, осоусы булғандыр... Ә шағирҙың “Осоусы яҙмалары”, гүйә, бейеклектәргә ынтылып, күктәргә осорға хыялланып йәшәүсе йәш быуынға – үҙе бер тулы мәғлүмәтле, йөкмәткеле һәм фәһемле тормош дәреслеге...

Зөһрә МУЛДАШЕВА
әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513