Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәжәрәнең бер ботағы
Шәжәрәнең бер ботағы
Бынан дүрт йыл элек миңә Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте ойошторған йомғаҡлау шәжәрә байрамында ҡатнашыу бәхете тейгәйне. Космонавт В. Комаров исемендәге Пионерҙар йортонда йыйылған халыҡ алдында республикабыҙға күренекле шәхестәр биргән Өмөтбаевтар шәжәрәһе тураһында һөйләнем.

Был нәҫел ағасы Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев төҙөп ҡалдырған вариант буйынса эшләнде. Мин уны бөгөнгө көндәргә тиклем дауам иттем. Өмөтбаевтар шәжәрәһе XVII быуат урталарынан башлана (һүҙ Әбйәлил районының Өмөтбаевтары тураһында бара). Шәжәрә ағасы 13 быуын вәкилен эсенә ала. Бөгөнгә тиклем был ырыуҙа уҡытыусылыҡ йүнәлеше өҫтөнлөк итә. Ошо шәжәрә буйынса, Рамаҙан Ғимран улы менән атайым Ғайса Әхмәтйәр улы дүрт туған булалар. Бынан сығып, ошо юлдарҙың авторы Рамаҙан ағайға биш туған булып сыға. Ләкин беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәт бер туғандарҙыҡы кеүек ине. Ошо йылдың 7 апрелендә Рамаҙан ағайға – 90, минең атайға быйыл 104 йәш тулыр ине. Улар икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан (атайым 1941 йылдың июль айында хәбәрһеҙ юғала).
Түбәндә мин Өмөтбаевтар ырыуы шәжәрәһен юғалтмай, ошо ҡомартҡыны һаҡлап ҡалыуға, үҫешенә күп көс һалған һәм уны мираҫ итеп бөгөнгө һәм киләсәк быуындарға ҡалдырған билдәле яҙыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рамаҙан Ғимран улы тураһында хәтирәләрем һәм уйланыуҙарым менән уртаҡлашмаҡсы булам.
Рамаҙан Ғимран улы һәм уның тормош иптәше Мөхтәрәмә Таһир ҡыҙы менән мин үткән быуаттың урталарында беренсе тапҡыр осраштым. Төпкөлдә урынлашҡан ауыл малайына, беренсе тапҡыр Өфөлә күреп, нефть институтының икенсе генә курсында уҡып йөрөгән студентҡа биргән иғтибары мине бөгөн дә һоҡландыра, һабаҡ булып ҡала. Рамаҙан Ғимран улы ҙур урындарҙа эшләгән дәүерҙә, ул һинең туғаныңмы, тип һораған кешеләргә, фамилиялашбыҙ, тип яуап бирә инем. Бының сәбәбе, йәнәһе, үҙемә артыҡ иғтибар йәлеп итмәҫкә, бәлки йәшлек менән бәйләнгән, тормош тәжрибәһе һәм тәрбиәһе етмәү арҡаһында ҡылынған ҡылыҡтар менән Рамаҙан ағайға шәүлә төшөрмәҫкә.
1970 – 1997 (баҡыйлыҡҡа киткән йылы) йылдарҙа беҙ йышыраҡ күрешеп, телефон аша аралашып йәшәнек. Бөгөн миндә уны һүрәтләгән байтаҡ фотолар һәм магнитофон таҫмалары һаҡлана. Ҙур аҡыл эйәһе, мәрхәмәтле, иғтибарлы, мөләйем, бик күпте күргән һәм белгән шәхес менән аралашып, бер дәүерҙә йәшәп, уның арымай-талмай үҙ халҡына хеҙмәт итеүен, үҙенә генә хас булған матур һәм тәмле тел менән яҙылған әҫәрҙәре баҫылып сығыуын күреп һәм уларҙы уҡып йәшәү бәхете тейеүенә мин бик шатмын.
Рамаҙан Ғимран улы үҙенең туғандарына, яҡташтарына һәм халҡына ҙур терәк булды. Уны оҙағыраҡ күрмәһәк тә, ишетмәһәк тә, барыбер уға ышанып, таянып йәшәй торғайныҡ. Рамаҙан ағай бөтә яҡтан һәләтле кеше ине. Ул беҙҙең менән фән, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, көндәлек тормош тураһында ябай ғына, үҙенең фекерҙәре менән бүлешкән кеүек әңгәмәләшә ине. Хәҙер уларҙы баһалап бөткөһөҙ тормош дәрестәре булған икән тип иҫкә алабыҙ.
Рамаҙан Ғимран улының беҙҙең аранан китеүенә 17 йыл самаһы. Ләкин ул бөгөн дә беҙҙең менән кеүек. Йәй көндәре үҙенең аҡ фуражкаһын кейеп, мыҡты ғына атлап йөрөгәнен Өфө урамдарында күреп, эстән генә, афарин, Рамаҙан ағай, тип уйлап ҡуйған минуттар күҙ алдына килеп баҫа. Ул беҙҙең бөгөнгө тормошто ла, ҡылған эштәрҙе лә бик ентекләп күҙәтеп барған кеүек. Бынан сығып, күберәк изге эштәр эшләйһе ине лә, әллә ни булдырып булмай шул. Был яҡтан уның улы, билдәле журналист Рауил Өмөтбаев күп эш башҡара. Атаһының әҙәби мираҫын баҫмаға әҙерләп баҫтырып сығарыу сараһын күрә, уның иҫтәлегенә арналған йыйылыштарҙа сығыш яһай, үҙ халҡының һәм ырыуының проблемаларына битараф ҡалмай йәшәй. Әбйәлил халҡы һәм район хакимиәте лә Рамаҙан Ғимран улын онотмай. Былтыр Әлмөхәмәт ауылында өс шәхес – Рамаҙан Өмөтбаевҡа, Ким Әхмәтйәновҡа һәм Ҡолдәүләткә арналған музей асылды. Бындай изге эштәргә рәхмәт әйтәһе генә ҡала.
Рамаҙан Ғимран улын яратыу, уны онотмау, уның менән ғорурланыу – ул беҙҙең тормоштоң бер генә яғы. Ҙур бурыс – уның иҫтәлегенә тап төшөрмәй көн күреү. Уның кеүек, үҙ халҡының тарихына, рухи байлығына таянып һәм уларҙы тағы ла байытып, тыуған яҡ – Әбйәлил ере тәбиғәтенән һәм халҡынан көс алып, хәлебеҙҙән килгәнсә уларға хеҙмәт итеп йәшәргә кәрәк беҙҙең бөтәбеҙгә лә.
Рамаҙан Ғимран улы бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелеп йөрөмәне. Уның тормош юлы еңел булманы, бик күп һикәлтәләрҙе осратты ул үҙенең 73 йыллыҡ ғүмерендә. Ләкин береһенә лә бирешмәне, һәр ваҡыт үҙ йөҙө, намыҫы менән ҡала килде.
Уйланыу-хәтирәләр аҙағында, беҙҙең атай-олатайҙарҙы, Рамаҙандарҙы, Кимдәрҙе, Ҡолдәүләттәрҙе һәм башҡа уҙаман шәхестәрҙе тыуҙырған Әбйәлил районы Әлмөхәмәт (Ҡолбаҡты) еренә баш эйеп, беҙҙең аранан киткәндәрҙе онотмаған, уларҙың иҫтәлеген һаҡлап йәшәгән, бай рухлы, көр күңелле Әлмөхәмәт халҡына рәхмәт әйтке килә.

Вил ӨМӨТБАЕВ,
техник фәндәр докторы,
профессор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521