Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыл башы яңылыҡтары
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы былтыр майҙа алынған берҙәм һалымды (килемгә һалым, өҫтәмә килемгә һалым, ойошмалар милкенән алынған һалым һәм берҙәм социаль һалым урынына индерелгәйне) патентҡа нигеҙләнеп ябайлаштырыу тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Ғәмәлгә инеү ваҡыты кисектерелде
Уға ярашлы алынған берҙәм һалым 2014 йылға тиклем юҡ ителергә, урынына патент нигеҙендә һалым һалыу ҡалырға тейеш ине. Быйылдан ғәмәлгә инергә тейешле проект кәм тигәндә бер йылға кисектереләсәк. Ошо турала яңыраҡ Рәсәй Финанс министрлығының Һалым һәм таможня тарифтары сәйәсәте департаменты етәксеһе Илья Трунин белдерҙе.
Закон проекты ҡабул ителгәндән һуң уға байтаҡ төҙәтмә тәҡдим ителде. Ә бизнес даирәләренә уны ике ысул буйынса ла түләүҙе рөхсәт итеү һорауы айырыуса бәхәс тыуҙырҙы. Илдең иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина былтыр декабрҙә бәләкәй предприятиеларға ваҡытлыса икеһе менән дә ҡулланыу мөмкинлеген биреү тәҡдиме менән сығыш яһаны.
"Патент системаһы тураһында ныҡлы бәхәстәр юҡ, – тине Илья Трунин. – Дәүләт Думаһы закон проектын икенсегә ҡарарға йыйылғанда берҙәм фекергә киленәсәк".
Закон проектына ярашлы бер айҙан бер йылғаса ваҡытҡа патент һатып алған шәхси эшҡыуар (һатыуҙан алынған табыш 60 миллион һумдан артмаған саҡта) тиҫтәгәсә эшсе яллау мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Яңы һалым 47 төр эшмәкәрлеккә ҡағылмаҡсы. Уның буйынса һалым ставкаһы 6 процентҡа тиң. Йыйылған сумманың 10 проценты – Рәсәй субъекты, 90 проценты муниципалитет бюджетына тәғәйенләнәсәк.

Өсәү генәме икән?
Ил Президенты Дмитрий Медведев Рәсәй эшҡыуарына аяҡ салған өс төп сәбәпте – административ баҫымды, баҙарҙарҙың монополистар ҡулында булыуын һәм энергия сығанаҡтарынан файҙаланыуҙы (шул иҫәптән уларға тоташыуҙы) – билдәләне. Был турала ул вице-премьер Игорь Шувалов, “Внешэкономбанк” рәйесе Владимир Дмитриев, “Газпромбанк” идараһы рәйесе Андрей Акимов һәм “ВТБ банк” президенты-идара рәйесе Андрей Костин ҡатнашлығында үткән һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ торошо һәм уға ярҙам сараларына арналған кәңәшмәлә һөйләне. "Әлбиттә, был проблема энергетиктар һәм эшҡыуарҙарға ғына ҡағылмай. Был – системалы проблема һәм уға мотлаҡ рәүештә иғтибар итергә кәрәк", – тине ул.
Эшҡыуарлыҡҡа аныҡ ярҙам тураһында һөйләп, Игорь Шувалов һуңғы өс йылда федераль бюджеттан 124,5 миллиард һум аҡса күсерелеүен телгә алды.

Үҙең белмәһәң, кәңәшкә кил
Эшҡыуарлыҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса теләгәндәрҙе бушлай консультациялау Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ойошторола. Баш ҡалала аҙна һайын шаршамбы һәм йома, Стәрлетамаҡта шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә белгестәр эшҡыуарҙарҙың һәм үҙ эшен асырға теләк белдергәндәрҙең бөтә һорауҙарына ла яуап бирер. Кәңәшкә Өфөләге Пушкин урамының 43-сө йортонда урынлашҡан "Рәсәй һаҡлыҡ банкы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 8598/0197-се Башҡортостан бүлексәһендә, Стәрлетамаҡта шул уҡ йәмғиәттең Ленин урамындағы 38-се йортта урынлашҡан бүлексәһе офисында көтөп ҡалалар.
Күҙалланыуынса, быйыл оҡшаш мәғлүмәт–консультация үҙәктәре республиканың 30 районында ойоштороласаҡ. Уларҙа һәр кем бизнес асыу һәм уны үҫтереүгә ҡағылышлы һорауҙарына юғары квалификациялы аңлатма ала аласаҡ.

Даими көйһөҙлөктәр асыҡланасаҡ
Эшҡыуарҙар мәнфәғәтен кем генә яҡлап ҡараманы, әммә әлегәсә улар иң ҡыйырһытылған ҡатламдың береһе булып ҡала килә. Хәҙер системалы рәүештә ҡабатланған проблемалар Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил тарафынан йыйылып, хәл итеү юлдары тәҡдиме әҙерләнеп, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә оҙатыласаҡ. Урындарҙа йүнселдәрҙең хоҡуғын боҙоу тураһындағы мәғлүмәтте "Рәсәй терәге" ижтимағи хәрәкәтенең төбәк бүлексәләрендә лә туплаясаҡтар. Был эште ойошманың федераль башҡарма власть органдарындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Светлана Халфина контролдә тотасаҡ. Төбәктәр бер-бер артлы тейешле закон ҡабул итә, үҙ вәкилдәрен тәғәйенләй башланы. Был фекерҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте лә хуплай. Вәкилде икенсе төрлө омбудсмен тип тә йөрөтәләр. Уңың бурысы бизнес һәм вәкәләтле кеше араһында килеп тыуған аңлайышһыҙлыҡтарҙы, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә аралашсы булыуҙан ғибәрәт. Омбудсмен проблеманы асыҡлай, хәл итеү юлдарын эҙләй һәм уны ыңғай хәл итеүҙә координатор булып тора, мөмкин булған ерҙә эште судҡа хәтлем хәл итеү өсөн тырышлыҡ һала.

Теркәтеү яңыса башҡарыласаҡ
Контроль-касса аппаратын һатып алғандан һуң уны теркәтергә кәрәк. Был эште башҡарыу өсөн яҙылған ғаризаның формаһы быйылдан үҙгәрҙе һәм машина тарафынан эшкәртелә алырҙай шартҡа килтерелде. Бланкта хәҙер кодланған мәғлүмәт бар, ул титул бите һәм ике бүлексәнән тора. Титул битендә ғариза менән мөрәжәғәт итеүсе, уның менән бәйләнешкә инеү тураһындағы мәғлүмәт һаҡланһа, беренсе бүлектә контроль-касса техникаһының моделе, завод номеры, сығарылған йылы, аппаратты хеҙмәтләндерәсәк техник үҙәк, уның менән килешеү тураһындағы (бөтәһе 17 төр) мәғлүмәт урынлаштырыла.
Икенсе бүлектә аппараттың ҡайҙа урынлаштырылыуы, бина хужаһы күрһәтелә.
Яңы форма касса аппаратын ҡайтанан теркәтеү үткәргәндә һәм ғәмәлдән сығарғанда ла ҡулланыласаҡ.
В. БОРИСОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521