Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир-егеттең йәшен һорамайҙар, ә башҡарған эшен һанайҙар
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 69 йыллығы билдәләнәсәк осорҙа һуғыш ветерандары, уларҙың тол ҡалған ҡатындары хаҡында күрелгән хәстәрлек, башҡа төрлө күркәм саралар һәр кемдә ҙур кинәнес тойғоһо уята. Ниһайәт, йәмғиәтебеҙ үҙ ғүмере, һаулығы бәрәбәренә кешелек донъяһын фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарып алып ҡалған яугирҙәрҙе тейешенсә хөрмәт итеү, уларға ҡартлыҡтарында мөмкин тиклем уңайлы көнкүреш шарттары булдырыу мөмкинлегенә эйә.

Шул уҡ ваҡытта уларҙың арабыҙҙан киткәндәрен юҡһыныу тойғоһо көсәйә, һуғыш йылдары тураһындағы хәтирәләре йышыраҡ иҫкә төшә. Күберәк һөйләтеп, яҙып алып ҡалмағаныбыҙға үкенес тойғоһо ла биләй күңелде. Атайҙарының тормош юлын, һуғышта ҡайҙарҙа, кем сифатында ҡатнашыуын да белмәгәндәр бар бит юғиһә.
Илгиз Фәйзрахман улы Мәрәсовтың, атаһы менән утты-һыуҙы бергә кисеп йөрөгәндәй, уның һуғыштағы тормошо, күргән-кисергәндәре тураһында ентекле белеүе, һәр һүҙен тиерлек ниндәйҙер документ менән раҫлап һөйләүе һоҡландыра. Хәрби кеше шундай инде: һәр һүҙе дәлилле, аныҡ. Был теүәллек, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, һәр эштә етдилек, бөхтәлек кеүек башҡа ыңғай сифаттар менән бергә атаһынан күскән уға.
Фәйзрахман бабай иҫ белә башлағандан алып үҙенең тормошона, яҙмышына ҡағылышлы бөтә документтарҙы бөхтә итеп йыя барған. Шымарып бөткән папкалағы һарғайған, яҙыуҙары уңа башлаған ҡағыҙ киҫәктәре үткән быуаттың ҡатмарлы осорҙарын күҙ алдына баҫтыра. Айырым дәфтәрҙә зат-зәүеренең тәрәнгә киткән тамырҙарын да теркәгән ул. Был аманат Илгиз Фәйзрахман улына Мәрәсовтарҙың шәжәрәһен төҙөү өсөн төп нигеҙ була.
Илен-ерен дошмандан ҡурсалап ике яуҙа ҡатнашҡан, яңы тормош төҙөүҙә, һуғыш касафатынан емерелгән хужалыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа фиҙакәр хеҙмәт иткән Фәйзрахман Зәйнетдин улы – районыбыҙ үҫеше тарихында яҡты эҙ ҡалдырған кешеләрҙең береһе. Ул 1908 йылда Әтек ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһе тиф ауырыуынан үлеп, дүрт бала етем ҡала. Фәйзрахманға туғыҙ йәш була, һеңлеһе Сәғиҙә менән туғандары ҡулында үҫәләр. Ағайҙары Лоҡман Беренсе бөтә донъя һуғышында башын һала, 1921 йылғы аслыҡта ҡустыһы үлеп ҡала.
Уҡыу бөтөнләй эләкмәһә лә, ҙур теләге, тырышлығы, зирәклеге арҡаһында уҡырға-яҙырға өйрәнеп, заманына күрә белемле генә егет булып китә. 1928 йылға тиклем ауыл байҙарына ялланып эшләй. Шул йылда ауылда ерҙе бергәләп эшкәртеү буйынса ширҡәт (общество) төҙөлә, артабан ошо нигеҙҙә “Ҡыҙыл юл” колхозын ойошторалар. Әүҙем комсомол егете Ф. Мәрәсов беренселәрҙән булып колхозға инә, башҡаларҙы ла әйҙәй, бригадир була.
1930 йылдың октябрендә ул Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһендә хеҙмәт итә, республикала баҫмасылар хәрәкәтен баҫтырыуҙа ҡатнаша.
– Ибраһимбәк тигәнен иң аҙаҡ әсиргә алып ҡуйҙыҡ, тип һөйләй торғайны атайым, – тип, тарихи ҡағыҙҙар араһынан ошо осорға ҡағылышлыларын, шул дәүерҙәге фотоны күрһәтә улы.
1932 йылдың ноябрендә хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, тыуған ауылында бригадир булып эшен дауам итә. 1938 йылда партияның район комитеты бюроһы ҡарары менән колхоз рәйес итеп тәғәйенләнә һәм 1941 йылдың авгусына, йәғни фронтҡа алынғанға тиклем эшләй. Ошо осорҙа Өфөлә белемен камиллаштырыуы тураһында ла документтары һаҡланған.
Быға тиклем һуғыштың нимә икәнен күргән, кешеләр менән эшләү тәжрибәһенә эйә булған ир-уҙаман ҡыйыу яугир була, Волхов фронты составында Ленинградты обороналауҙа, легендар ”Йәшәү юлы”н һаҡлауҙа, поляр һыҙығы аръяғын азат итеүҙә ҡатнаша. Артабан Карелия фронтында һуғышып, Мурманскиҙан Норвегияға сығалар. Уҡсылар полкында взвод командиры ярҙамсыһы булған сая башҡорт егетен 1942 йылда уңышлы үткән бер операциянан һуң партия сафына алалар. (“Отличный разведчик” тигән знактың документы ла һаҡлана ғаилә архивында).
Билдәле, һуғышта аҙым һайын яугирҙе дошман пуляһы, үлем һағалай. Ф. Мәрәсов та фронтта өс тапҡыр яралана. Береһе ауыр йәрәхәт була.
– Атайым һөйләй торғайны. Разведкаға баралар ҙа, засадаға эләгеп, ун кешенән ни бары икәүһе генә иҫән ҡала. Үҙе ауыр яралы булһа ла, атай бер Татарстан егетен һөйрәп алып сыға. Ул да һуғыштан иҫән ҡайта, хатлашып торҙолар. Бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырыша торғайнылар, ләкин күрешә алманылар. “Фәйзрахман абый, шунда һин булмаһаң, мин дә бу донъяда йәшәмәгән булар идем бит”, – тип хаты һайын ут эсенән алып сыҡҡанына, иҫән ҡалғанына рәхмәтен белдереп яҙыр ине Мөслим районынан Нуриәхмәт Мөхәмәтов тигән ағай, – ти Илгиз.
Бөхтә итеп мендәрсеккә беркетелгән наградалар араһында яугир өсөн иң юғары баһаланғандары, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлем менән йәшәү араһында яуланғандары – Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән “Батырлыҡ өсөн” миҙалы – хужаһының батыр йөрәкле, сая һуғышсы булыуы тураһында һөйләй. Улар эргәһенә “Совет поляр аръяғын азат иткән өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” юбилей миҙалдарын тағып, Еңеү көндәрендә ауылыбыҙ урамдарынан уҙғандыр, һуғыш юлдарын, яуҙаштарын хәтеренә алғандыр яугир.
– Атай-әсәйең ҡасан өйләнешкән? – тип һорайым класташтан. Беләме икән? Күптәр белмәй ҙә, ҡыҙыҡһынмай ҙа бит ата-әсәһенең йәшлеге, ғаилә тарихы менән.
– Атай хеҙмәт итеп ҡайтыуға ауылда матур-матур ҡыҙҙар үҫеп тора. 1933 йылда 16 йәшлек Мәстүрәгә өйләнә атайым. Ул фронтҡа киткәндә әсәйем ҡулында 1938 йылда тыуған Фәниә апайым була, ә үҙе икенсегә ауырлы тороп ҡала. Бер айҙан – сентябрҙә тыуған улы оҙаҡ йәшәмәй, һуғыш осоронда үлеп ҡала. Атайымдың шулай күрмәгән улы ла була, – тип, әңгәмәсем ғаилә тарихының тағы бер битен аса.
1945 йылдың декабрендә ауылға ҡайтҡан фронтовик был ваҡытҡа промартелгә әйләнгән “Ҡыҙыл юл” хужалығында рәйеслек эшен дауам итә. Өс йылдан депутаттарҙың район Советы рәйесе урынбаҫары итеп эшкә алына. Шул уҡ йылда райондың ауыл хужалығы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Ә 1955 йылдың мартында уның хеҙмәт биографияһына Ватан тарихына бәйле тағы бер бит өҫтәлә. Бөтә ил буйынса 25 мең коммунисты ауыл ерҙәренә етәксе итеп эшкә ебәрергә тигән партия ҡарарын ғәмәлгә ашырып, Фәйзрахман Зәйнетдин улын Буденный исемендәге колхозға рәйес итеп тәғәйенләйҙәр. Хужалыҡ “Ағиҙел” колхозы тип үҙгәртелә. 1958 йылға тиклем эшләй ул бында. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта хужалыҡ ҙур үҙгәреш кисерә. Районда тәүгеләрҙән булып колхозға ике йөк автомашинаһы, бер еңел машина, тракторҙар һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы алына. Игенселекте, малсылыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Мал аҙбарҙары төҙөлә. Төҙөүселәр бригадиры Сәләхетдин Хафизов, баш бухгалтер Рамаҙан Маликов кеүек етди, намыҫлы кешеләргә таянып, кәңәшләшеп эшләй рәйес. Ә иң ҙур уңыштарының береһе – ошо төпкөлгә һөргөнгә ебәрелгән украин кешеһенең агроном булып, тотош районда беренселәрҙән йәшелсә үҫтереүе. Кәбеҫтә, ҡыяр, помидор бик уңа, колхозсыларға эш көнөнә тараталар, һаталар.
– Ғүмер буйы ат йәнле булған атай хужалыҡта йылҡы үрсетеүгә лә ҙур иғтибар бирә. Йөк аттары менән бер рәттән юртаҡтар ҙа тотола. Әлбиттә, ул саҡта ат сабышы кеүек ярыш-фәлән уҙмағандыр ҙа. Юл һәм техника булмағас, Өфөгә, Стәрлегә тиклем берәшкәләп егелгән шул юртаҡтарҙа бара торғайны. Унда аттарҙы ҡалдырып, артабан поезд менән китә ине. Ауыл халҡы әле лә сиғандарҙан һатып алынған “Вихрь” ҡушаматлы юртаҡты яҡшы хәтерләй. Колхоз рәйестәре райком, райсовет йыйындарына аттары менән район үҙәгенә сәмләшеп, ярышып барған. Шунда уға етеүсе булмаған. Уны оҙаҡ йылдар колхозда ат ҡараусы булып эшләгән Сәлмән апа* менән атайым ғына йөрөтә алған, – тип атаһының эшлекле сифаттарына һоҡланып һөйләй яугир улы.
Ошо осорҙа, хөкүмәт ҡарарына ярашлы, хужалыҡта һөрөнтө ерҙәрҙе киңәйтеү эштәре лә башҡарыла. Бының өсөн рәйесте “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр.
Фронтта күргән-кисергәндәр ҙә, үҙ-үҙен аямай эшләү ҙә эҙһеҙ үтмәй – Фәйзрахман ағай йөрәгенә инфаркт булып йығыла. Бик оҙаҡ Өфөлә дауалана, өйҙә түшәктә оҙаҡ ятҡандан һуң уның тәбиғи көсө, һынмаҫ рухы барыбер еңеп сыға.
Һаулығы бер аҙ нығынғас, 1959 йыл аҙағында, район комитеты уны Бөрйән леспромхозының ОРС бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләй. Эшселәрҙе өҙлөкһөҙ аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән тәьмин итеп, ағас етештереү үҫешенә булышлыҡ итә ул. 1971 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас та ғүмер буйы әүҙем тормошта йәшәгән Фәйзрахман Зәйнетдин улы йәмәғәт тормошонан ситләшмәй. Уҡыусылар, йәштәр менән осрашыу тиһеңме, башҡа төрлө эштәрме – хәстәрлек-мәшәҡәттәр табылып ҡына тора.
– Эй тынғыһыҙ ине атайым. Ул тиклем көс-ғәйрәт, энергияны ҡайҙан алғандыр?! Һис уҡыу эләкмәгән кеше, үҙаллы белем алып, тегеһен-быныһын өйрәнеп, шулай эшләһен әле!
Ғүмер буйы тиерлек район Советы депутаты, партия райкомы пленумы ағзаһы, тағы әллә күпме йәмәғәт эштәре атҡарҙы. Пенсияла сағында ла комсомолдар менән эстафетаға сығып китһенме, әллә кемдәргә ярҙам итһенме... Мәҙәниәт йортондағы бер концертты, бер сараны ҡалдырмай йөрөр ине, – тип һоҡлана яугирҙең улы.
Ҡыҙы Фәриҙә лә атаһын йыш телгә ала.
– Шул тиклем ихлас, егәрле, сос, бөхтә кеше ине ул. Хөкүмәт эшендә лә, донъя көтөүҙә лә тырыш булды. Һарайҙарҙы, ишек алдарын таҙартып, һепереп ҡуя торғайны хатта. Уға оҡшап, ағайым да уңған. Мин тормошҡа сығып, башҡа йәшәй башлағас, көн дә килеп хәлде белер ине. Ҡурсалап йөрөүе булғандыр инде атайҙың, – ти ул.
Тәүәккәл, ҡырҡа һүҙле Мәстүрә инәй ҙә – тылда оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән ҡатындарҙың береһе. Хәләленең дошманды тиҙерәк еңеп ҡайтыуы хаҡына “Бөтә нәмә фронт өсөн!” тигән аяуһыҙ һуғыш осоро ҡанунын үтәү, ас-яланғас ауылдаштарын эшкә йәлеп итеү еңел булмағандыр колхоз рәйесе, бригадир вазифаларын башҡарған йәш ҡатынға. Туғыҙ балаһының етәүһен ер ҡуйынына һалғанда ла бәғер генәһе өҙгөләнгән-теткеләнгәндер. Боронғо йола буйынса тәҙрә аша "һатып" алынған Һатыбал-Илгиз менән Фәриҙәләре, шөкөр, үҙҙәренә таяныс булып йәшәп китә.
Мәстүрә инәй йәшләй генә донъя ҡуя. Бала ҡайғылары ла, һуғыш осоронда күргән михнәттәр ҙә эҙһеҙ үтмәгәндер, күрәһең.
Армияла хеҙмәт иткәс, улдары кәләшлеккә алып ҡайтҡан ҡурсаҡ кеүек кенә килендәрен ярата Мәрәсовтар. Эльза Фәрхулла ҡыҙы ауырыу ҡәйнәһен туғыҙ йыл тәрбиәләй, ҡайныһы менән 23 йыл бергә йәшәйҙәр. Ошо үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй түгелме?!
– Улар беҙҙе йәшәргә өйрәтте, ҡайным – Илгизде, ҡәйнәм мине донъя көтөү серҙәренә төшөндөрҙө, – ти хужабикә. – Уларҙың баҡсала үҫкән пар шыршылар кеүек татыу ғүмер итеүҙәренә, тырышып, матур донъя көтөүҙәренә һоҡланмаған кеше булмағандыр.
Илгиз Фәйзрахман улы ғүмер буйы Бөрйән район хәрби комиссариатында хеҙмәт итеп, әллә нисәмә быуын ир-егетте армияға оҙата, ҡаршы ала, үҫмерҙәрҙе әрмегә әҙерләй. Хәҙер ул, хәрби бурыс эстафетаһын улы Азаматҡа тапшырып, отставкала. Подполковник Азамат Мәрәсов – часть командиры урынбаҫары. Ҡыҙҙары Гүзәл юғары уҡыу йортон тамамлаған, үҙ эшен асҡан.
“…Бишенсе быуын олатайҙы үҫмер сағында ҡаҙаҡтар малайлыҡҡа урлап алып китеп, ул шунда ир етеп, ҡаҙаҡ ҡыҙы Аймикәнгә өйләнә. Балалары булып, аҙаҡ хәлләнеп киткәс, ҡаҙаҡтар һыйҙырмай башлаған, олатай тыуған яғына – Әтеккә ҡайта. Шунан таралып киткәнбеҙ беҙ…”
Хәтер һандығы хазиналарға бай булып сыҡты әңгәмәсемдең. Ул тағы ла яңы быуындарҙың яҙмыштары, данлы эштәре менән тулыланыр әле.


*Апа – беҙҙең яҡта ата-әсәйҙән оло ир кешегә ҡарата әйтелгән һүҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521