Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәттә үткән ғүмер
Хеҙмәттә үткән ғүмер
Һәләүек буйындағы Әхмәр ауылында тыуып үҫкән Миңлеғәлим Хисам улы Хәйбуллин хаҡында тулҡынланмай һөйләп булмай. Хоҙай Тәғәлә юҡҡа ғына оҙон ғүмер бүләк итмәгәндер — быйыл ул 85-се йәшенә аяҡ баҫты.

Тормошо, хеҙмәттә үткән сынығыу йылдары менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы белеп, уҙаман беҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләне.
— Беҙҙең быуын иңенә төшкән ауырлыҡ, аслыҡ-яланғаслыҡ холоҡ-фиғелебеҙҙе сыныҡтырҙы, көслө булырға өйрәтте. Йәшәү өсөн тырыштыҡ. Яҙ етеү менән серегән бәрәңге йыйҙыҡ, ҡуҙғалаҡ, балтырған, кесерткән барыбыҙ өсөн дә аҙыҡ та, дарыу ҙа булды. Ҡар иреп бөткәс тә шатланышып яланға сығып, уйындар ойошторҙоҡ. Беребеҙҙең дә аяҡ кейеме булманы, бөтәбеҙҙең дә — бер яҙмыш.
Ғаиләлә алты бала үҫтек. Атайым бәләкәй генә саҡтан атҡа ултырып күбә тарттырырға өйрәтте. 12 йәштән һабан менән ер һөрә башланым. "Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың" тигән мәҡәлде иң тәүҙә атай ауыҙынан ишеттем. Ул ғүмерлек тормош девизым булды.
Һуғыш башланғанда миңә ни бары 12 йәш ине. Ауылдың аҫыл ирҙәре яуға оҙатылды. Йәйҙең иң матур көнөндә, бөтә донъя сәскәгә күмелгән мәлдә, был ҡот осҡос хәбәр һәр кемдең йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Халыҡ йөҙөндә — ҡайғы-хәсрәт һөрөмө. Был хәл оҙаҡҡа бармаҫ төҫлө тойолһа ла, йыртҡыс Гитлерҙың нәфсеһе көслө булып сыҡты. Ләкин бөтә ауырлыҡтарға ҡаршы тора алған, теҙ сүкмәгән халҡым үҙенең еңеренә ныҡлы ышанды. Беҙ, үҫмер малайҙар, эштән арып ҡайтабыҙ ҙа һуғыш уйынын уйнарға керешәбеҙ, дошман яғы гел еңелә ине. Шуға күрә "фашист" булып уйнарға теләүселәрҙе табыуы ҡыйын булды.
Һуғыш бөткәндә мин иң тырыш комбайнсы булып иҫәпләндем, сөнки оло ағайҙарҙың һәр эшен, оҫталығын аҡылға һеңдереп барҙым. Иҫәп-хисапҡа ла шәп булғас, 18 йәшемдә Ҡырмыҫҡалыға курсҡа ебәреп, уҡытып алдылар. Бөтә көсөмдө һалып эшкә тотондом. Ләлә исемле ҡыҙҙы оҡшатып, 23 йәшемдә ғаиләле булдым. Ун йыл яуаплы бухгалтер эшен башҡарҙым, биш йыл буйы партком секретары вазифаһын намыҫлы үтәнем.
1965 йылда артта ҡалған "Коммунар" колхозына (Биксән, Ҡарлар, Арлар ауылдары) рәйес итеп ебәрелдем. Халыҡта аҡса юҡ, эш бармай, маҡсат бөткәйне. Иң тәүҙә колхозсыларҙы ҡыҙыҡһындырыу юлдарын эҙләнем. "Кем дә кем тырышып эшләй, шуға йыл аҙағында — бер быҙау" тигәнгә халыҡ ышанманы. Йылға йомғаҡ яһағанда ҡулдарына бушлай берәр быҙау эләккәс, кәйефтәре күтәрелде. "Хәйбуллин һүҙендә торҙо бит, ни өсөн тырышмаҫҡа?" — тип сәмләнгәндәр булды. Минең исемде күптәр белмәне лә, ишетмәне лә, сөнки ауылда хөрмәтле кешене фамилияһы менән атап йөрөттөләр.
"Коммунар" колхозында эш гөрләп торҙо. Ауыл балалары иген елгәртеүҙә әүҙем ҡатнашты, сөнки аҡса түләнде. Кескәйҙәрҙең хеҙмәте ҙур әһәмиәткә эйә булды. Аҡса күрә башлағас, халыҡтың дәрте, дарманы артты.
Тормош иптәшем Ләләгә бер ниндәй ҙә ташлама яһалманы. Башҡа ҡатын-ҡыҙ менән бер сафта тороп сөгөлдөрөн дә эшкәртте, бесәнен дә эшләне ул. Оло инәйҙәр ҙә, тырма тотоп: "Һәйбуллин туғаным, көн эҫелә бесәнде йыйып ҡалайыҡ", — тип ярҙамға сыҡты.
Халыҡ шул тиклем ғәмле, сәмле ине. Бесән әҙерләү осоронда яланда иң һимеҙ иттән ҡаҙан-ҡаҙан аш бешерелә, эш байрамға, ярышҡа әйләнеп, көнөнә әллә күпме кәбән ҡойола. Тормош гөрләп торҙо, хатта ситкә киткәндәр ҙә ҡайтыу яғын ҡарай ине. Йәштәр матур йорттар һалды, ғаилә ҡорҙо.
Иген һуҡҡанда көндәрҙең ҡоро, эҫе тороуы кәйефте күтәрә. Яландағы ашлыҡты ваҡытында һуҡмаһаң, бөтә эшең юҡҡа сыға. Шуға ла аҙыҡ-түлек тейәп, комбайнсылар эргәһенә йыш килер булдым. Эш хаҡы иҫәбенә тонналап игенен дә бирҙек, аҡсаһын да йәлләмәнек. Етәкселәрҙең шифаханаға, курортҡа ял итергә китеүе хаҡында бер һүҙ ишетелмәне.
"Коммунар" колхозы районда алдынғылар рәтенә инде, һабантуйҙарҙа ауыл эшсәндәренә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Колхоз умарталары йөҙгә еткәс, бик күп бал алынды. Республика кимәлендә ойошторолған күргәҙмәләрҙә лә эшебеҙгә ҙур баһа бирелде.
1977 йылда Әхмәр ауылына күсеп ҡайтып, пенсияға ла ошонда сыҡтым. Ике тапҡыр Ленин орденын тапшырҙылар, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән дә бүләкләндем. Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемен йөрөтәм. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Улым Мөхәмәт — Башҡортостан дәүләт аграр университеты профессоры, ейәнем Азамат — хирург, медицина фәндәре кандидаты. Ҡыҙҙарым Әминә менән Зәйтүнә — уҡытыусылар, уларҙың балалары әле аграр университетта белем ала. Хәләл ефетем Ләлә генә яҡты донъяла юҡ инде, шулай ҙа һаман да күңелемдә, йөрәгемдә йәшәй.
Вараҡа ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА
яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523