Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таныш булығыҙ: агросәнәғәт колледжы!
Таныш булығыҙ: агросәнәғәт колледжы!
Күптән түгел ХIV махсуслаштырылған мәғариф форумында юғары, урта һәм башланғыс һөнәри белем биреү йорттарының иң яҡшылары билдәләнде, араларынан Өфө районының Михайловка ауылындағы 83-сө лицей II дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Таныш булығыҙ: агросәнәғәт колледжы! Бөгөн был уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән яҡындан танышмаҡсыбыҙ. Яңы закон буйынса башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары урта һөнәри белем биреү колледждары итеп үҙгәртелә. 83-сө лицейға ике уҡыу йорто — Иглиндәге 95-се һәм Шишмә районындағы 48-се училищелар — филиал булараҡ ҡушыласаҡ. Һөҙөмтәлә республикабыҙ ҡыҙҙары һәм егеттәре оҙаҡламай "Башҡортостан агросәнәғәт колледжы" тип аталған уҡыу йортонда белем аласаҡ.
Абруйлы уҡыу йортоноң сифатлы белгестәр әҙерләү өсөн матди-техник базаһы ныҡлы, белем алыусыларға бөтә шарттар булдырылған. 2009 йылда "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектында ҡатнашып, 31 миллион һумлыҡ федераль грантҡа эйә булыу уҡыу йортона яҡшы йыһазландырылыу мөмкинлеген биргәйне. Шул йылдарҙа уҡыу корпустары, ятаҡхана капиталь төҙөкләндерелде. Ауыл хужалығы культураларын эшкәртеүсе заманса трактор һәм комбайндар, картуф баҫыуын эшкәртеүсе "Гримме" техникаһы йәштәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Лицейҙың үҙ баҫыуҙарында үҫтерелгән иген, картуф һәм йәшелсә балаларҙы ашханала көнөнә өс тапҡыр бушлай туҡландырырға мөмкинлек биргән.
Таныш булығыҙ: агросәнәғәт колледжы!Михайловка лицейы 45 йыл эсендә ете меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған. Бөгөн иһә унда 260 бала белем ала. Бында йәштәр ашнаҡсы-кондитер, тракторсы, шофер, йәшелсәсе, һатыусы профессиялары менән бер рәттән, умартасы һөнәрен дә үҙләштерә. Хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжды иҫәпкә алып, бер юлы әллә нисәмә һөнәргә өйрәтәләр. Уҡыу йорто умартасылыҡ продукттарының сифатын билдәләү, бал ҡорто һәм иңкеш үрсетеү лабораториялары, ҙур умарталығы менән хаҡлы ғорурлана ала. Уҡыусылар был һөнәрҙең бөтә нескәлектәрен өйрәнеп, оҫта белгескә әүерелә: балды пакеттарға тултырыуҙы, инә ҡорттарҙы яһалма үрсетеүҙе лә үҙләштерә. Ә хеҙмәт баҙарында бындай белгестәргә ихтыяж арта ғына. Данлыҡлы "Алексеевка" хужалығы һәм баш ҡаланың йәмәғәт туҡланыуы тармағы предприятиелары Михайловкала уҡыған йәштәрҙе үҙенә практика осоронда уҡ эшкә йәлеп итә. Башҡортостан дәүләт аграр университетында иһә килешеү нигеҙендә ошо йүнәлештә уҡыуҙы дауам итеп, юғары белем алып сығырға була.
Таныш булығыҙ: агросәнәғәт колледжы!Юғары квалификациялы уҡытыусылар коллективы студенттарға һөнәр оҫталығы менән бергә яҡшы тәрбиә, рух ныҡлығы биреүгә, уларҙы ысын шәхес итеп тәрбиәләүгә көс һала. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре эшләй, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ә инде йәшәү шарттары хаҡында шуны әйтергә була: 2012 йылда 80 уҡыу йорто араһында үткәрелгән "Иң яҡшы ятаҡ" республика бәйгеһендә михайловкаларҙың беренсе урынды яулауы осраҡлы түгел.
Егеттәр һәм ҡыҙҙар!
83-сө Михайловка һөнәрселек лицейының яңы исемен хәтерҙә ҡалдырығыҙ. Күп профилле агросәнәғәт колледжына заманса эшсе һөнәрҙәрен үҙләштерергә рәхим итегеҙ!
Колледждың директоры Илшат Әминев, баш ҡалалағы Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағандан һуң, Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем алған, Баймаҡ районында башланғыс һөнәри белем биреү буйынса тәжрибә туплап, оҫта ойоштороусы, уңған етәксе булып өлгөргән. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Илшат Нәжметдин улы "Башҡортостандың мәғариф отличнигы" тигән маҡтаулы исем, Рәсәй Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.


Автор: Г. СӘЛИХОВА.
Фото: Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Район: Өфө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523