Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Был ярыш беҙҙең өсөн Олимпия уйындарына тиң!”
“Был ярыш беҙҙең өсөн Олимпия уйындарына тиң!”
Уҡытыусыға элек-электән ҙур ышаныс бағланған. Бөгөн иһә өмөт, талап айырыуса көслө: педагог йәш быуынға, тимәк, киләсәкте үҙ ҡулына аласаҡ кешегә, белем биреү менән бергә уны һәр яҡлап үҫтерергә, етеҙ үҙгәргән тормошҡа яраҡлашырға өйрәтергә тейеш. Бындай бурыстарҙы атҡарыу өсөн уҡытыусыға даими камиллашыу мөһим.

Ә үҫеш йәһәтенән мөмкинлек күп беҙҙә. Шуларҙың иң ҙуры — “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсы. Быйыл 24-се тапҡыр ойошторолған был бәйгелә 120-гә яҡын педагог көс һынашып, 35-е финалға сыҡты. Еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы һәр ваҡыттағыса тулҡынландырғыс уҙҙы, ихлас, баланыҡылай саф күңелле уҡытыусылар ҡыуанды ла, шатлыҡлы күҙ йәштәренә лә юл ҡуйҙы. Байрамдың Мәҙәниәт йылына ярашлы булыуын да билдәләмәү мөмкин түгел: йәш күңелгә әҙәп-әхлаҡ, матурлыҡ, һөйөү тойғоларын һалыуҙа педагогтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур бит.
Сарала иң тәүҙә биш номинацияла (“Йөрәгемде балаларға бирәм”, “Мәҙәни мираҫты һәм халыҡ йолаларын һаҡлаған өсөн”, “Һөнәргә тоғролоҡ” һәм башҡалар) билдәләнгән бәйгеселәр тәбрикләнде. Конкурстың йылдан-йыл киңерәк майҙан биләй барыуына бер дәлил: еңеүселәрҙе бүләкләүселәр араһында быйылғы Олимпиада чемпиондары Семен Елистратов менән Кирилл Михайлов та булды!
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова иһә сәхнә түрен биҙәгән педагог ҡатын-ҡыҙҙың, эшенең ни ҡәҙәр ауыр, яуаплы булыуына ҡарамаҫтан, матур, ыҫпай ҡалыуына һоҡланды. “Гүзәллек бәйгеләре йыраҡ торһон!” — тине ул.
Номинация хужалары билдәләнгәндән һуң Ейәнсура районының Ишемғол мәктәбенән Хөрмәтулла Ғөбәйҙуллинға М. Аҡмулла исемендәге БДПУ тарафынан булдырылған Сухомлинский миҙалы тапшырылды.
Артабан урыҫ, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында I урынды яулаған педагогтар асыҡланды: Салауат ҡалаһындағы 1-се лицейҙан Ирина Саутина (урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) менән Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбенән Илгиз Фазуллин (татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы).
Байрамға “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2014” конкурсының финалына сыҡҡан педагогтар ҙа килгәйне. Уларҙы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова ҡотланы.
— Хеҙмәтегеҙ игенсенеке кеүек: балаларҙың күңеленә туған телгә һөйөү орлоҡтары сәсәһегеҙ. Һеҙ — рухи хазиналарыбыҙҙы яҡлаусы һәм үҫтереүсе, — тине Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы.
Артабан иң тулҡынландырғыс мәл етте: “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2014” һәм бәйгенең абсолют еңеүсеһе исеменә кем лайыҡ булыр? Быны иғлан итеү бурысы республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязовҡа йөкмәтелде. Быйылғы еңеүсе — Ишембай ҡалаһындағы 12-се лицейҙың биология уҡытыусыһы Светлана Ермакова!
— “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы педагог өсөн Олимпия уйындарына тиң! — тине тулҡынланыуын йәшерә алмаған еңеүсе. — Ошондай матур тойғолар бүләк иткәне өсөн сараны ойоштороусыларға, беҙҙең өсөн янып-көйгәндәргә ҙур рәхмәт!


Раил ӘСӘҘУЛЛИН, жюри рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры:
— “Уҡытыусылары насар эшләгән дәүләт йәшәүгә һәләтле түгел” тигән һүҙҙәр бар. Бының хаҡлығына йылдан-йыл нығыраҡ инана барабыҙ. Хәҙерге мәғариф тармағында уҡытыусыларҙы Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе буйынса баһалау ғәҙәткә инде. Әлеге конкурс иһә педагогтарыбыҙҙың башҡа йәһәттән дә булдыҡлылығын, уңғанлығын күрһәтте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523