Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Комиссар Әлибаев көндәлеге
Комиссар Әлибаев көндәлеге 30 март. Көн аяҙ. Ҡәҙимгесә оборона менән шөғөлләндем. Мин Нәзировҡа барып хосуси бер мәсьәләне ҡуйҙым. Ул хәҙер хәл итә алмауын, бер нисә ай мөмкин булмауын әйтте. Кәйеф бик тә насар. Полкта бүтән ҙур үҙгәреш юҡ.
31 март. Оборона районын йөрөп сыҡтым. Сәйәси работниктар менән, командирҙар менән һөйләшеп, установка, указаниелар бирҙем. Мин оборонаны әйләнеп сығыуға начштабдив Голенев килде. Ҡайһы бер замечаниелар яһаны ла беҙгә инеп төшкө аш ашаны. Шунда ул Шайморатовтың юғалыу алдынан нимәләр кисергәнен, "галопом" тип команда биргәнен, генерал Борисовтың хулиганский ыҙалатыуы арҡаһында башы әйләнеп китеүен, Борисовтың Шайморатовҡа ике сәғәт револьвер терәп тороуын һәм башҡаларҙы һөйләп ултырҙы. "Килер бер ваҡыт, хәҡиҡәт асылыр", — тип ҡуйҙы. Шул уҡ Борисовтың әсир төшөп, Берлинға самолетта оҙатылыуы тураһында әйтте. Рейдтан сыҡҡандағы уңышһыҙлыҡта һәм юғалтыуҙа Штакурҙы ғәйепләп һөйләне.
Кискәрәк яҙыусы Ҡадир Даян килде. Кисен оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Таһир юлда күргәндәрен һөйләп ултырҙы. Ҡадир Даян 1937 йылда дәреслек яҙҙырыуҙа ниндәй ҡыйынлыҡтар үтеүҙәрен иҫкә төшөрөп алды.
1 апрель. Шул уҡ эште дауам иттем. Бөгөн көн йылы. Сәғәт 9-ҙа бөтә полк командирҙары занятиеға йыйылды.
Улар менән эште башлауға генерал-майор Голованский килде. Батареяларҙың позицияларын ҡараны, мин сопровождать иттем. Наркомпрос Чалдеевтан мөләйем генә хәл белешеп алды. Тотош оборонағыҙ яҡшы, был турала корпус командирына хәбәр итермен, тип китте. Төшкә занятиеларын бөтөрөп, командирҙар килде. Ҡыҙып, геүләшеп алдылар. Белов, Фандарасов, Кусимов һәм 3-сө полк командиры кавказлы Маркарьян бейеп алдылар. Беҙгә Фәйзи Ғәскәров менән Вера Касицкая килде. Был мәжлестә улар ҙа ҡатнашты. Касицкая аккордеон тигән инструментында бик шәп уйнаны. Ҡунаҡтар киткәс, мин полк составын йыйҙырҙым. Берәй сәғәт самаһы халыҡ аккордеон тыңлап, йырлап-бейеп алды. Шунда бер нисә номер ҙа һайланды. Кисә госпиталдән рейдтан яраланып сыҡҡан һәм уға тиклем йәрәхәт алған ун-егерме егет ҡайтты:
1) ҡурайсы Ф. Ибраһимов (Баймаҡ районы, Түбә руднигы).
2) пулеметсы Ғиниәт Фәхретдинов (Кушнаренко районы, Әхмәт ауылы).
3) Әхмәтжан Зарипов (Краснокама районы, Яңғыҙнарат ауылы).
4) Барый Мөхәмәтов (Көйөргәҙе районы, Ҡунаҡбай ауылы), скрипкасы.
5) (юйылған — М.Н.).
6) бер нисә көн элек Ғибаҙулла Хәлимов (Йомағужа районы, Ялсы ауылы) килде госпиталдән.
Рейдта ҡатнашыусыларҙан бер нисә кешене наградлау тураһында фарман бар. Кисен иртәгә буласаҡ занятиеға әҙерләндем. Устав буйынса.
2 апрель. Сәғәт 10-да ятып, 1-се 24 минутта уяндым. Нервы ҡаҡшаған, йоҡлап булманы. Тик ғасабыланып ята бирҙем. Бөгөн йылылы-һыуыҡлы өҙлөкһөҙ ямғыр, кистән башланғайны. Сәғәт 8-ҙә штабдивҡа замполиттар занятиеһына киттем. Полк оборона эше менән шөғөлләнә. Сәғәт 9-ҙан 1-гәсә. "Эскадрон в обороне" темаһына Гулиев бик матур занятие үткәрҙе. (Окоптар өҫтөндә). Унан һуң яҙыусы Карнай, Кирәевтәрҙең дивизия тураһында яҙған материалдарын уҡыныҡ. Карнай прорывты фәҡәт 2-се полк үткәрҙе мәғәнәһендә яҙған. Бында ниндәйҙер хикмәт бар.
Беҙҙең полкка бик күп кешеләр, командирҙар килә башланы:
1) Командир Валуев Петр Александрович бисәһе Матрена Яхимовна менән килгән. Үҙе — Свердловск ҡалаһынан, ҡатыны — Воронеж өлкәһенең Богучар районынан.
2) Хужалыҡ эшенә Ильчук (уҡылмай — М.Н.). Иванович (Житомир өлкәһенең Юлуни районы Закринчи ауылы).
3) Тағы кәрәкмәгәнгә бер хужалыҡ эшенә Долин Алексей Иванович (Горький өлкәһенән).
4) Лейтенант Вәлиев Бәкер Вәли улы (Баймаҡ районының Этҡол ауылы).
5) Сумов Сергей Николаевич (Воронеж өлкәһенең Ветхий Карачан районы Дмитриевка ауылы), лейтенант.
3 апрель. Оборона эше менән учеба. Элекке хәлдә. Ямғырлыраҡ көн булды. 3-сө полкка ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Командиры Маркарьян тигән әрмән. Беҙ һуңлап барҙыҡ. Унда Белов, Кусимов, Нәзиров та бар. Күңелләнеп алғандар. Кемдер бер өлкән лейтенант рейд тураһында һөйләне. Беҙ ҙә ултырҙыҡ. Берәй сәғәт үтеүгә, генерал-майор килде тип, Беловты саҡырып алдылар. Бер аҙҙан Нәзиров та китте. Белов берҙәмлеккә, дивизияның боевой көсөн арттырыуға саҡырып телмәр тотто.
Беҙ Кузнецов менән ихласлап һөйләшеп торҙоҡ. Ул үҙенең дивизия хәлдәренә ҡарашын, етешһеҙлектәр, айырым кешеләрҙең ҡылыҡтары һәм башҡалар тураһында бик киҫкен генә фекерҙәр әйтеп ҡуйҙы. Күптәре миңә билдәле ине, мин дә шулай уйлайым, тинем.
Көслө генә ямғыр яуа башланы. Мин ҡайтырға сыҡтым. Мәжлестә Башаев тигән бер капитан үзбәк мәғәнәһеҙ ҡыланды. Кусимов, Маркарьян һәм был Башаев хеҙмәт буйынса айырым мәсьәләләргә ҡараштары тураһында бәхәсләшеп-әңгәмәләшеп ултырҙы.
Ҡайтҡас, кисен бюро үткәреп, түбәндәге иптәштәрҙе партияға алдыҡ:
Ағзалыҡҡа:
1. Фәхретдинов Ғиниәт Абдул улы.
2. Мәримов Мөхәмәтгәрәй Мәхибгәрәй улы.
Кандидатлыҡҡа:
1. Хохлов Сергей Петрович.
2. Холод Алексей Васильевич.
3. Хәбибуллин Зәйнулла Зиннәт улы.
4. Ҡаҙаҡҡолов Ғата Абдул улы.
5. Әхмәтшин Ғәләүетдин Әхмәтша улы.
6. Борисович Павел Григорьевич.
Кусимов тегенән ҡыҙып ҡайтыу һөҙөмтәһендә Чангулов тигән егетте әрләп ташланы. Ул ҡайтып килгәндә Палков тигән малай (часовой) атып ебәргән. Старшиналарҙы йыйып, буласаҡ кәңәшмәләренә әҙерлек тураһында аңлаттым.
4 апрель. Яҙғы аяҙ көн. Политзанятиелар. Старшиналар генерал-майор Шараповтың кәңәшмәһенә китте. Бик матурлап кейендереп-ҡырындырып оҙаттыҡ. Оборона районына политзанятие (Ғөбәйҙуллиндың) ҡарарға барҙым. Ул үткәрмәй икән. Бик эсем бошоп ҡайтты. (Артабан юйылған — М.Н.). Мин ҡайтыуға яҙыусылар Ҡадир Даян, Али Карнай килгән. Дивизия тарихы тураһында Карнай — "Дивизия рейдта", Даян "Дивизия оборонала" бүлеген (...) яҙа. Шул турала материалдар алырға килгәнлектән, мин күп кенә мәғлүмәт бирҙем.
Кусимов яңы уставтан КПС-занятие үткәрҙе. Мин унда ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында указаниелар биреп, 5 минутлыҡ собрание үткәрҙем. Уччастан бары Зыя Латипов ҡалған. Өҫтәп Бузинов, Шафиҡов, Әсәҙуллин, Әсәҙуллаев, Коростелев иптәштәрҙе һайланыҡ. Бер аҙ стройподготовка була. (Уҡылмай — М.Н.). менән Кусимов был яҡты эшләргә шәп инде. Кисен лампа алғас, тағын Даян менән ултырҙыҡ. Мин диктовать итәм, ул яҙа. Бик һуң йоҡланым, йоҡо бармай.
5 апрель. Кривенко тигән бер яуыз ҡасып китте. 30 мартта эскадронға тип киткән. 4 апрелдә генә унда юҡлығы беленә. Үҙемдең эштә бындай сикәләү эләккәне булдымы икән? 4–5 көн берәү белмәгән. Кривой Рогтан. Һөйләнеп йөрөгән, ишеткәндәр, иғтибар итеүсе булмаған. Коммунистарҙы йыйып, 1-се эскадронда һөйләшеп алдым. Бик күңелһеҙ хәл. Кусимов комсостав менән занятие үткәрҙе.
Яҙыусы Даян менән тағы ултырҙыҡ. Бер төрлө черновой схема булды. Фәттәхов килде. Парткомиссияның ултырышы булып, 11 кеше ҡабул ителде. Юғарыла теҙмәһе бар (бюрола ҡаралғайны). Бик шәп сабынып мунса индек.
Парторг, комсоргтарҙың семинары. Бер мәҡәләне өйрәнеп, конкрет указаниелар бирҙек.
6 апрель. Бюро ултырышы: старшина Кривенконың китеүенә юл ҡуйыусы партия кандидаты Хәлимов, комвзвода Хәбирәхмәтовтарҙы тикшереп, шелтә бирҙек. Береһен — партбюрола, икенсеһен комсомол бюроһында. Комсорг Хәбибуллин бик йомшаҡ, уставты белмәй, уны эшенән алдыҡ. Оборона эше, хәрби әҙерлек менән шөғөлләндек. Мин оборона районында булып ҡайттым.
Кискә парткомиссияға саҡырҙылар. Ярандоков тигән бер ҡабарҙа егетенең эше ҡаралды. 3-сө полктан иҫереп ҡайтып, бер командирын ҡыйнаған. Бөгөн теге Кривенко ваҡиғаһы айҡанлы һиҙгерлек тураһында партсобрание үткәрҙек. Мин доклад яһаным. Һигеҙ кеше сығып һөйләне. Баязитов, Яҡуповтарҙың һуғыш серен асып, ситтәрҙе килтереп йөрөүҙәрен һөйләнеләр.
7 апрель. Көндәр бер көйө. Шул уҡ задача. Иптәшлек суды Баян Ямғуров тигән сержантты (Шишмә) поста йоҡлаған өсөн хөкөм итте. 67 кеше ҡатнашты. Бик киҫкен, уҫал тәнҡитләнеләр. Разжалование һорап, хөкөм сығарҙылар. Иртә менән "Итоги зимней компании" тигән информбюро ултырышын урта командирҙар менән үткәрҙем.
8 апрель. Бөгөн беҙҙең районда — полк командирҙарының занятиеһы. Кусимов показательный занятие үткәрә. Мин полкта, төркөмдәрҙә булдым. Элекке командир Иҙрисов ҡайтҡан. Ул килде. Партбюро секретарҙары семинарға барҙы. Кусимов занятиеға киткәндән ҡайтманы. Үҙешмәкәрлек түңәрәгендә булдым. Самат Назаровты секретарь КСМ итеп ҡуйҙым. Думайский партбюроға ҡуйылды. 3-сө эскадронға Ғәйнуллин Хәкимйәнде (Учалы) замполит иттем. Ҙур үҙгәрештәр юҡ.
9 апрель. Кривенконы эҙләргә китеүселәр ҡайтты. Юҡ. Уның тураһында тәнҡитләп яҙылған корпустың, дивизияның фарманын алдыҡ. Күңелһеҙ хәл. Ҡасан беҙҙә шулай булғаны бар? Приказды командирҙарға уҡыныҡ. Политсостав менән айырым һөйләшеү үткәрҙек. Старшина Ҡәйүм Әхмәтшин Бахунсув тигән лейтенанттың һүгенеүенә зарланып рапорт яҙған. Иҙрисов көнө буйы булды (Артабан йыртылған — М.Н.). Әхмәтйәнов ауырый. Уҡытыусы. Мансур Думайский минең яҙмаларҙа күп телгә алына. Үҙе — Благовар районынан, ә ғаиләһе Кушнаренко районының Иҫке Ғүмәр ауылында ҡалған. Самат — Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылынан.

(Дауамы. Башы 34-се һанда).
Миңлеғәле НӘҘЕРҒОЛОВ
әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 313

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 1 008

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 203

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 308

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 114

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 345

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 083

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 408

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 386

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 328

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 358

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 278