Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ана, Шурик китеп бара!”
“Ана, Шурик китеп бара!”
“Ы” операцияһы һәм Шуриктың башҡа мажаралары”. Мәшһүр артист Александр Демьяненко төп герой ролен башҡарған ошо һәм башҡа комедиялар нисә йыл экрандарҙан төшмәй. Яңыраҡ уны башҡорт телендә ҡарау бәхетенә өлгәштек. Әлбиттә, күптәрҙе шундай шәп артистың шәхси донъяһы ҡыҙыҡһындыра. Ҡайҙа тыуған, ғәҙәти тормошта ла мәҙәк кешеме икән?

Александр Демьяненко 1937 йылда Свердловск ҡалаһында донъяға килгән. Атаһы сәнғәт кешеһе булғас, малай бәләкәйҙән театр менән мауыға. Тиҙҙән ул Мәҙәниәт театрындағы үҙешмәкәр түңәрәккә яҙыла, унда тәүге ролдәрен башҡара. Бынан тыш, үќмер музыка мәктәбендә шөғөлләнә, фортепианола уйнай. Үќә төшкәс, туғандары уны баритон тауышлы йырсы булараҡ аса. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кино һөйөүселәр бер ваҡытта ла уның моңло тауышын ишетмәне.
1954 йылда, мәктәпте тамамлаған мәлдә, ҡалаға МХАТ-тан ҡабул итеү комиссияһы килә. Александр бәхетен һынап ҡарарға була. Имтихан ваҡытында, ныҡ тулҡынланыуы сәбәпле, уңышһыҙ сығыш яһай. Егет Свердловск университетының юридик факультетына һынау тота. Әммә бында ни бары ярты йыл ғына уҡый, оҡшатмай. Киләһе йылға Александр Мәскәүгә юллана. Бер аҙҙан ата-әсәһенә “Еңдем! ГИТИС-ҡа ҡабул иттеләр!” тигән телеграмма килә.
Иң яҡшы студенттарҙан һаналмай буласаҡ артист. Яҡшы уҡыуын-уҡый, әммә дәрестәрҙе күп ҡалдыра. Хатта дәрес уртаһында ҡул күтәреп: “Сығырға мөмкинме?” – тип рөхсәт һорай ҙа кире әйләнеп кермәй, поезға ултырып, Свердловскиға ҡайта ла китә. Шулай ҙа уны йыш ҡына кисерәләр. Айырыуса профессор Иосиф Раевский үҙен ныҡ ярата һәм егеттең уңышҡа өлгәшәсәгенә сикһеҙ ышана. Уға: “Саша, актер оќталығы дәресенә булһа ла кил”, – тип әйтер булған.
Икенсе курста уҡ Александрҙы киноға ролгә саҡыралар. Был осорҙа ул бер нисә фильмда төшөргә, тамашасыларҙың, кинематографистарҙың иғтибарын йәлеп итергә өлгөрә. 1959 йылда уҡыу йортон тамамлаған егетте Мәскәүҙең Маяковский исемендәге драма театрына әйҙүкләйҙәр. Әммә бында ул өс йыл ғына эшләй – актерҙы кино үҙенә нығыраҡ тарта.
Тиҙҙән Демьяненко, театрҙы ҡалдырып, Ленинградҡа юллана. Бының сәбәбе лә була – беренсенән, ул “Ленфильм”да киноға әүҙем төшә башлай, икенсенән, бында уға фатир бирәләр. Роль артынан роль. Александр тамашасыларҙың һөйөүен яулай. Уның тураһында гәзит-журналдарға яҙалар, киосктарҙа артистың фотоһүрәттәре төшөрөлгән открыткалар һатыла. Ә бер аҙҙан уны яҙмыш билдәле режиссер Леонид Гайдай менән осраштыра. Һәм башлана…
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Гайдай комедиялар төшөрә башлай. Сценарий “Етди булмаған тарих” (“Несерьезные истории”) тип атала, уның төп геройы студент Владик Арьков була. Бының өсөн Гайдай 40-лаған кешене һайлап ҡарай, әммә береһен дә оҡшатмай. Шул саҡ кемдер: “Һеҙ нимә юҡ менән баш ҡатыраһығыҙ? Ана, Ленинградта хәтәр шәп актер бар”, – ти. Леонид Гайдай бөтә эшен ташлап бында килә һәм яңылышмай.
Демьяненконың сәсе сөм-ҡара була. Ә фильмда уны һары төќкә буярға хәл итәләр. “Сәсенең төбөнә тиклем ныҡ буянылар, – тип хәтерләй ҡатыны Людмила Акимовна. – Ярай әле сәсе ҡуйы ине, нисек кенә ҡыландырмаһындар, ялтас ҡалманы”.
Эш башлана. Шул ваҡыт төркөмдән кемдер Гайдайҙың ҡолағына: “Шурик булһын да ҡуйһын”, – тип бышылдай. Леонид Иович шунда уҡ ризалаша. Бына шулай “Ы” операцияһы һәм Шуриктың башҡа мажаралары” тигән картина барлыҡҡа килә.
Был хаҡта Александр Демьяненко бер нисә тапҡыр: “Ул саҡта йәш, дәртле инем, киноға ҙур теләк менән төштөм. Ролде уйнайым тип этләнмәнем, ижад ғазабы кисермәнем. Бөтәһе лә үҙенән-үҙе килеп сыға ине. Хатта ҡайһы ваҡыт Шурикты уйнамаған да кеүек тойола торғайны. Артистың ҡатыны Людмила: ”Гайдайҙың яҡындары Шурик образында уның үҙен күргән. Тыштан ҡарағанда икеһе ике кеше булһа ла, холоҡ-фиғеле оҡшаш һымаҡ ине. Икеһе лә күҙлек кейә, ҡиәфәттәре һөйкөмлө, юморға бай”, – тип һөйләй был хаҡта.
Шурик роле артисҡа кеше ышанмаќлыҡ уңыш, ғәжәп танылыу килтерә. Тамашасылар уны үлеп ярата. Фильмды ҡабат-ҡабат күрһәтеүҙәрен һорайҙар. Ике йылдан һуң режиссер халыҡтың яратҡан артисы ҡатнашлығында шул фильмдың “Кавказ тотҡоно йәки Шуриктың яңы мажаралары” тигән дауамын төшөрә.
1973 йылда “Иван Васильевич профессияһын алмаштыра” тигән комедия донъя күрә. Бөтә был фильмдар совет комедия сәнғәтенең алтын фондына инә. Ә Демьяненко, күҙ менән ҡаш араһында тигәндәй, комедия артисына әүерелә, даны бөтә илгә тарала.
“Шурик” ҡушаматы уға мәңгелеккә йәбешә. Хәҙер артистың урамға сығыр әмәле юҡ, бөтәһе уны һырып ала. Кемдер елкәһенә дуќтарса ҡулын һала, икенселәр күҙлегенә ҡағылып ҡарарға ынтыла, өсөнсөләре ҡолағынан тотоп ҡарай. Тәбиғәте менән баќалҡы, һөйләшеп бармаған егетте былар барыһы ла ялҡыта. Әммә бындай табыныуҙы туҡтатыу мөмкин булмай.
Шурик булғаны өсөн генә хәҙер уны осрашыуҙарға йыш саҡыралар. Был, әлбиттә, артисҡа өќтәмә табыш өсөн икенсе сығанаҡ була. Шулай ҙа тиҙҙән образ көйөнөстәр алып килә – күп етди режиссерҙар ҡыҙыҡлы ролдәрҙе бирмәй башлай. Улар үҙҙәренең геройын Шурик менән бутауҙарын теләмәй. Демьяненкоға ниндәй генә образ тапшырһаң да, халыҡ уны барыбер: “Бәй, был Шурик үҙе бит”, – ти ҙә ҡуя. Был хаҡта Демьяненко: “Әлбиттә, ҡыйын ине. Бик танылған булһам да, киноға төшөргә саҡырманылар. Эшһеҙлектән дә ауыр нәмә юҡ. Шулай итеп, был популярлыҡ миңә әллә ни шатлыҡ алып килмәне. Холҡом буйынса йомоғораҡ кешемен. Шуға ла урамда бөтә кешенең тишә яҙып ҡарауы, күреү менән көлә башлауы йәнемде шул тиклем көйҙөрә торғайны”, – ти.
Хәҙер инде Александр Демьяненконы театр менән телевидение ҡотҡара. Фильмдар тәржемә итә. Әлбиттә, бынан һуң да ул “Йыр уҡытыусыһы”, “Йәшел фургонда” һәм башҡа киноларҙа ҡыҙыҡлы ролдәр башҡара. Артист ғүмеренең ахырынаса бөтәһе 73 фильмда төшә.
Күптәрҙе артистың шәхси тормошо ла ҡыҙыҡһындыра. Йәшлек мөхәббәте – тәүге ҡатыны менән ун алты йыл ғүмер иткәндән һуң, юлдары айырыла. Һуңынан “Ленфильм”да режиссер ассистенты булып эшләгән Людмила Акимовнаға өйләнә. Уға тәүге никахтан тыуған ҡыҙын үќтерергә ярҙамлаша. Александр Сергеевичтың йөрәге ауыртҡанын берәү ҙә белмәй. Уға кисекмәќтән операция кәрәк була.
1999 йылдың йәйе. Артист табиптарҙың талабы буйынса операцияға әҙерләнә. Ул 1 сентябргә тәғәйенләнә. Әммә 22 августа миллионлаған халыҡтың күңелен әсир иткән мәшһүр артистың йөрәге тибеүҙән туҡтай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521