Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәмиевтәр тураһында нимә беләбеҙ?
Закир Рәмиев (1859 – 1921)

Рәмиевтәр тураһында нимә беләбеҙ?
Төркиәлә уҡып ҡайтҡас, ул алтын приискылары менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмаған. Ағаһы Шакирға: "Алтын приискыларына һин хужа бул, кәрәк саҡта миңә матди ярҙам итерһең", — тигән. Шакир Рәмиев Рәсәйҙә танылған эшҡыуар булһа, Закир Рәмиев Дәрдмәнд атлы шағир булып таныла.
Диңгеҙ тулҡындарын ярып ингән карап һымаҡ, 1908 йылда ул үҙенең тәүге "Караб" исемле шиғыры менән әҙәбиәткә килеп ингән.
Ҡупты тулҡын —
Ил карабын ел һөрә!
Ҡайһы юлдар,
Ниндәй упҡын
Тарта беҙҙе йән һорап?..
Дәрдмәндтең әҙәби мираҫы әллә ни күп түгел, әммә ул ифрат үҙенсәлекле. Ижадының төп темалары тыуған ер, тәбиғәт, йәшәү һәм үлем, халыҡ яҙмышы — барыһы ла ғәҙеллеккә, ғилемлеккә, матурлыҡҡа, татыулыҡҡа өндәй. Юлыҡ һауаһын һулап, Мағаш, Төгөн һыуҙарын эсеп, матур-матур ҡыҙҙарын, киң күңелле кешеләрен күреп үҫкән Закир-Дәрдмәнд күңелдәргә тәьҫирле шиғырҙар ижад иткән. Ул ошо башҡорт ерҙәрен, уның тәбиғәтен, уға көс һәм дәрт биргән халҡын данлай. Үҙҙәрен алтынға төргән донъяларын байыҡтырған башҡорт ерҙәренә һөйөүен шиғырҙары аша еткерә.
Буласаҡ шағирҙың бала саҡ һәм үҫмер йылдары Юлыҡ, Муллаҡай ауылдарында уҙған. Юлыҡта йылына ике тапҡыр үткәрелгән йәрминкәләрҙә ҡулға өйрәтелгән ау ҡоштарын — ыласын, шоңҡар, бөркөт, сапсан кеүек затлы ҡош-ҡортто күреп үҫкәнгәлер, уның ижадында уларҙың символик образдарҙа һүрәтләнеүе осраҡлы түгел.
Урыҫ яҙыусыһы С. Аксаков, сыуаш шағирҙары К. Иванов, Я. Ухсай, татар әҙәбиәте оҫталары Ғ. Ибраһимов, Н. Иҫәнбәт, М. Әмири, Ә. Еники, И. Юзеев, Р. Ғаташ, Р. Миңнуллиндыҡы кеүек, Закир-Дәрдмәндтең ижади тормошо ла башҡорт ерлегенә бәйләнгән.
“Дәрдмәнд” хәсрәтле, ҡайғылы, моңло тигән төшөнсәне аңлата. Етеш ғаиләлә тәрбиәләнеп, артабан юҡлыҡтың ни икәнен төшөндә лә күрмәгән шағирҙың ни өсөн Дәрдмәнд ҡушаматын алыуы сер булып ҡала. Әммә Закирҙың бер генә шиғырында ла моңһоулыҡ һиҙелмәй.
Алтын хужалары Октябрь революцияһы башланыу менән башҡа байҙар кеүек сит илгә сығып китмәй, барлыҡ приискыларын да Совет хөкүмәте ҡарамағына тапшыра.
Зәки Вәлиди Закир Рәмиев үҙенең "Хәтирәләр" китабында тик яҡшы яҡтан иҫкә алып үтә. "...Был зат менән 1906 йылда Троицкиға китеп барышлай Ирәндек тауҙарының көнсығышындағы Солтан рудниктарында атайым менән бергә барып таныштым. Шиғырҙары бик гүзәл, үҙе сығатай әҙәбиәтен бик яҡшы белә ине..."
1920 йылда Ырымбурҙа осрашыуы тураһында З. Вәлиди шулай тип яҙып ҡалдырған: "...Был килгәнемдә Көнсығыш төрөктәренең мәшһүр ғалимы Ризаитдин Фәхретдинов һәм уларҙың бөйөк шағиры Закир Рәмиев менән ике тапҡыр күрештек. Ризаитдин ҡазый беҙҙең изге эшебеҙгә уңыштар теләп, һәр саҡ доға ҡылып тороуын, улдарының беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеүенә ҡәнәғәт булыуын белдерҙе".
1921 йыл... Бөтә илде аслыҡ солғап ала. Аслыҡ, тиф, утлы ялҡын һымаҡ һәр бер ғаиләгә һуғыла. Закир үҙенең ҡыҙы Өммөгөлсөмдөң хәлен белергә Ырымбурға барған. Ул, дүрт бала әсәһе, үлем хәлендә булған. Уның йыназаһын уҡып, Закир Орскиға ҡайтҡан. Йоғошло ауырыу эләктереп түшәктә ятҡанда З. Вәлиди Дәрдмәнд менән һуңғы тапҡыр осрашҡан. Был юлы шағир байлығының юғалыуына ҡайғырмауын, әммә милләтенең яҙмышы хаҡында борсолоуын әйткән. Үлем түшәгендә ятҡанда ла ул юғалтҡан алтындары тураһында түгел, ә милләтен ҡайғыртҡан. Миллионер, эшҡыуар һәм меценат Закир Рәмиев-Дәрдмәнд 1921 йылдың 9 октябрендә вафат булған. Орскиҙың мосолмандар зыяратында ерләнгән.
Закир Рәмиевтең һигеҙ балаһы булыуы билдәле. Уның бер улы Йәғәфәр Рәмиев, атанан күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән тигәндәй, шағирлыҡ менән шөғөлләнгән. Уның ижадына һуңғы йылдарҙа ғына журналист Рәүеф Насиров юлыға һәм "Ағиҙел" журналында баҫтырып сығара. Ул үҙенең шиғырҙарын Польша фронтынан ҡулһыҙ ҡайтҡас яҙа башлаған, әммә бер кемгә лә күрһәтмәгән.
Мин бит буржуй балаһы,
Буржуй яҙған шиғырҙарҙы
Юҡ бынан һуң баҫаһы...
Күңел төшөнкөлөгө менән яҙылғандары етерлек, мәҫәлән:
Зәңгәр ҡанлы булып тыуғанмындыр,
Шундай ҡараш булды гел миңә.
Атаң буржуй булды, тиҙәр, ғәйепләйҙәр,
Совет өсөн ҡулым бирһәм дә...
Атаһы Дәрдмәндтеке кеүек, Йәғәфәрҙең дә ижади мираҫы күп түгел, улар лирик, сатирик шиғырҙарҙан, таҡмаҡтарҙан тора.
Хәҙерге заманда Рәмиевтәрҙең нәҫел-нәсәбе бармы? Был һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Уларҙың нәҫел ептәре бөтә донъяға таралған тип әйтеү ҙә дөрөҫтөр. Финляндия, Франция, Италия, Бельгия, Германия, Төркиә, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында, шулай уҡ Баймаҡ районында, Сибайҙа уларҙың тоҡом тармаҡтары бөгөн дә һаҡлана.
Мәҫәлән, Шакир Рәмиевтең ейәнсәре Ғәҙилә Рәмиева Италияла илсе, ғалим, профессор, әҙәбиәтсе булып оҙаҡ ваҡыт эшләгән, Закирҙың бер улы Ғариф Францияла 30 йыл уҡытыусы булған.
Шулай итеп, Рәмиевтәр нәҫеленән иң һәләтле шәхестәр — эшҡыуарҙар, алтын табыусылар, сауҙагәрҙәр, инженер-конструкторҙар, журналистар, шағирҙар, ғалимдар, уйлап табыусылар, уҡытыусылар һ.б. сыҡҡан.
Тарихи Башҡортостан ерҙәрендә сығарылған алтын Рәмиевтәрҙе Рәсәйҙә генә түгел, ә донъяға танылған иң бай тоҡомдар — "алтын королдәре" иҫәбенә индерә. Улар байлыҡтарын нисек файҙаланған? Башҡа байҙарҙан айырмалы рәүештә, Рәмиевтәр килемдәренең байтаҡ өлөшөн халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлткән. Башҡорт, татар, ҡаҙаҡ балалары өсөн мәҙрәсәләр төҙөгәндәр, китапханалар асҡандар. Баймаҡ районында ғына тиҫтәләрсә мәсет төҙөгәндәр. Улар тарафынан һалынған Күсей һәм Юлыҡ мәсеттәре, 30-сы йылдарҙағы ел-дауылдарҙы үткәреп, имен ҡала. Үҙҙәре уҡып сыҡҡан Муллаҡай мәҙрәсәһенә һәм шәкерттәргә һәр саҡ матди ярҙам күрһәткәндәр. Приискыларҙа эшләүселәргә хеҙмәт хаҡын йәлләмәй түләгәндәр. Ирәндек, Һаҡмар буйында урынлашҡан ауылдар халҡына эш урыны булдырғандар. Рәмиевтәр халыҡтың йәшәйешен, көнкүрешен яҡшыртыр өсөн хәлдәренән килгәнсә тырышҡан. Иң мөһиме — халыҡты наҙанлыҡтан аялау маҡсатында Ырымбурҙа "Ваҡыт" гәзитен һәм "Шура" журналын үҙ аҡсаларына баҫтырып сығарыуҙы юлға һалғандар. Был гәзит менән журнал 1918 йылға тиклем башҡорт-татар халыҡтары араһында мәғрифәтселекте үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Рәмиевтәр үҙҙәрен байыҡтырған башҡорт ерҙәренә рәхмәттәрен ошолай еткергән.


Автор: Азамат ТАЖЕТДИНОВ. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров балаларҙы иҫкәртеү системаһын үҫтереүҙә иң мөһимен әйтте
Өфө уҡытыусыһы Лидия Бажанова 107 йәшен билдәләй

Өфө уҡытыусыһы Лидия Бажанова 107 йәшен билдәләй 15.04.2026 // Йәмғиәт

Өфө уҡытыусыһы Лидия Бажанова 107 йәшен билдәләй...

Тотош уҡырға 1

Республикала II кварталға торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы раҫланды
Владимир Путин Рөстәм Нәбиевты Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы составына индерҙе

Владимир Путин Рөстәм Нәбиевты Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы составына индерҙе 15.04.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Рөстәм Нәбиевты Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы составына индерҙе...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде 15.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде...

Тотош уҡырға 2

Республикала -6 градусҡаса һалҡынайта

Республикала -6 градусҡаса һалҡынайта 15.04.2026 // Йәмғиәт

Республикала -6 градусҡаса һалҡынайта...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Торатауға илткән юл 50 миллион һумға төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Торатауға илткән юл 50 миллион һумға төҙөкләндерелә 14.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Торатауға илткән юл 50 миллион һумға төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров ағаһының ғүмере өсөн көрәшкән табиптарға рәхмәт белдерҙе

Радий Хәбиров ағаһының ғүмере өсөн көрәшкән табиптарға рәхмәт белдерҙе 14.04.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров ағаһының ғүмере өсөн көрәшкән табиптарға рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Республика етәксеһе халыҡтың өмәләрҙә ҡатнашыуын тәьмин итергә ҡушты
Башҡортостан һыу баҫыуҙан зыян күргән Дағстанға ярҙам итәсәк

Башҡортостан һыу баҫыуҙан зыян күргән Дағстанға ярҙам итәсәк 14.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һыу баҫыуҙан зыян күргән Дағстан халҡы өсөн ярҙам йыйыуҙы ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы үҙенең шәжәрәһе тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты

Башҡортостан Башлығы үҙенең шәжәрәһе тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты 14.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ата-бабаларыбыҙҙың ғаиләләрендә ......

Тотош уҡырға 1

Асҡында Сабитовтар ғаиләһе бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған

Асҡында Сабитовтар ғаиләһе бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған 14.04.2026 // Йәмғиәт

Асҡында Сабитовтар ғаиләһе бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә