Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Замандың «остап бендер»ҙары
Замандың «остап бендер»ҙары
Таныш-белештәрем телефон һанын даими алмаштыра: бер операторҙы маҡтай ҙа тиҙ генә шул элемтәгә күсә һала. Ә мин ун йылдан ашыу бер операторға тоғромон. Ярты йыл элек ошо ғәҙәтемде «лайыҡлы баһалар» кешеләр ҙә табылды.

Көн һайын тиерлек, иртәме-кисме, ҡарап тормай, смс-хәбәр яуҙыралар. Йәнәһе, оҙаҡ йылдар уларҙың компанияһының клиенты булғаным өсөн «Мерседес» машинаһын бүләк итәләр! Әммә бының өсөн күрһәтелгән адресҡа «эйе» һүҙен яҙып ебәрергә кәрәк. Ә уның өсөн, билдәле, аҡса тотоп ҡаласаҡтар.
Тормошта бер нәмә лә еңел бирелмәгәнлеген, бушҡа килгәненең дә ҡәҙере юҡ икәнлеген яҡшы беләм. Бынан тыш, һәр әйткән һүҙгә ышанып та бармайым. Шуға килгән смс-хәбәрҙе тыныс ҡына юя барам. Компания вәкилдәре лә бирешмәй: бер нисә көн элек машинаға ҡушып 5 мең һум вәғәҙә итә башланылар. Бына бөгөн иртән дә телефонымда ошо хаҡтағы смс-хәбәрҙе уҡыным.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: гәзит уҡыусылар, абай булығыҙ! Хәҙер еңел генә аҡса эшләргә маташыусылар бик күп. Мәҫәлән, Мәскәү өлкәһендә ике әҙәм өйҙә генә ултырып, 100 миллион һум аҡса йыйған. Улар кеҫә телефоны хужаларына лотерея отошо хаҡында хәбәр итеп, уны алыу өсөн пин-код һораған. Ә код клиенттарҙың мобиль иҫәбенә үтеп инеү өсөн кәрәк. Шулай итеп, байығандар ҙа.
Биш-алты йыл элек телефонға берәү шылтыратты ла ниндәйҙер бер радиола үткәрелгән конкурста еңеүсе тип танылғанлығым хаҡында хәбәр итте. Бүләкте алыу өсөн баш ҡалалағы бер сауҙа үҙәгенә барырға тейешмен. Ә унан алда банкта иҫәп асып, уның һалымын түләргә бурыслымын. Ул ваҡытта ла: «Рәхмәт, кәрәкмәй», – тип яуап биргәйнем.
Мутлыҡ ҡылыусылар кешенең хис-тойғолары менән дә уйнарға оҙаҡ һорап тормай. Бигерәк тә әсәләрҙең балаларына ҡарата булған һөйөүен аҡса эләктереү өсөн оҫта файҙаланалар. Мәҫәлән, төндә: «Әсәй, шылтыратма. Күрһәтелгән һанға аҡса һал. Аҙаҡ аңлатырмын» тигән смс-хәбәр ебәрергә мөмкиндәр. Шуға иң башта ғәзизегеҙгә шылтыратырға онотмағыҙ. Юғиһә балағыҙҙың «автоһәләкәткә эләгеүе», хатта «енәйәт ҡылыуы» һәм был «бәләнән» аҡса түләп кенә ҡотолоп булыуы тураһында әйтерҙәр. Бындай осраҡта хис-тойғоларҙы ауыҙлыҡлай белергә, аҡыл менән эш итергә кәрәк, сөнки әллә күпме аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағыуығыҙ ихтимал.
Хәҙер пицца кеүек аҙыҡ-түлекте өйгә лә килтерәләр. Уны ташыусы, берәй сәбәбен табып, фирмаға шылтыратыуҙы һорарға мөмкин. Әгәр уның үтенесен тыңлаһағыҙ, мобиль иҫәптәге аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағасаҡһығыҙ.
Телефон операторҙарына күптән үҙҙәренең именлек хеҙмәтен булдырырға ваҡыт. Әгәр клиентыңдан аҡса алаһың икән, ныҡлы, ышаныслы, һәр йәһәттән яҡлаулы бәйләнеш менән тәьмин итергә тейешһең. Был мәсьәлә киләсәктә хәл ителер, моғайын. Ә әлегә аҡсаһыҙ ҡалмаҫ өсөн һаҡланырға кәрәк. Замандың «остап бендер»ҙары йоҡлап ятмай. Ана, тағы смс-хәбәр килде, ҡарайым әле...


Автор: А. НИЗАМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 5

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 6

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә