Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Вәзәм шәле
Вәзәмдәр – үҙҙәре бер әҙәмдәр, тигән әйтемдә ауыл халҡының эшкә тырыш, сәмле, дәртле һәм берҙәм булыуы сағыла. Был яҡтарҙа борон-борондан малсылыҡ, умартасылыҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән үҫәргән ырыуы көн итә. Ир-ат ошо донъяуи эште атҡарһа, ҡатын-ҡыҙ ҡорот, ҡатыҡ, ҡымыҙ, май хәстәрләп, балаҫ һуғыу, шәл бәйләү менән ҡотло донъя көтә. Хәйбулла яҡтарында бәйләнгән шәлдәр башлыса Ҡыуандыҡ, Ырымбур баҙарында һатылып, Ырымбур шәле тигән дан ҡалған.

Вәзәмдә йор һүҙе, зирәк аҡылы менән ихтирам ҡаҙанған кешеләрҙең береһе Зәкиә Мусина беҙгә былай тине: «Шәл бәйләү – бәләкәйҙән ғашиҡ булып, ғүмер буйы яратып башҡарған эшебеҙ. Унһыҙ йәшәп булмай. Беҙҙең яҡта ҡатын-ҡыҙ кәзә дебетенә биш йәштән тотона, туҡһан бишкә хәтле иләп-сиратып ултырғандары бар. Борондан килгән шәл бәйләү шөғөлө әле һаман да йәшәй. Гөрләп торған колхоз заманында ла кәзә аҫраныҡ, шәл бәйләнек».
Дебет кәзәләренең күк, һоро, ҡара һәм аҡ мамыҡлылары ла бар был яҡта. Үҙебеҙҙең яҡтыҡы тип һайлап үрсетелгән кәзәнең дебете ҡола ялан йәки урман яғыныҡынан айырылып тороуын, йәғни күпкә йылыраҡ һәм сифатлыраҡ икәнен шәлселәр белә.
Шәл күргәҙмәләре республика кимәленә сығырҙан алда ауыл клубында һәм район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә үткәрелә. Башҡорт шәле республика фестивалдәрендә беренсе урынды Әбеш ауылы Советынан Вилә Илембәтова менән Клара Аширова яуланы.
Вәзәм ауылының мәҙәниәт йорто етәксеһе, ҡул эше оҫталарын әйҙәп йөрөүсе Гөлназ Ғамир ҡыҙы Сурина – ошо ауыл килене, күптән инде Һаҡмар буйына ереккән Әбйәлил районы ҡыҙы.
Хәйбулла яғында кәзә дебетенән һуғылған шәлдәр элек күп булған, бөгөн улар – музей экспонаты йәки һандыҡ төбөндәге ҡомартҡы. Ауылда һаҡланған берҙән-бер балаҫ һуғыу ҡорамалы – Фәүзиә апай Кәримованың әсәһенеке. Ошо боронғо ҡорамалды уратып, ҡыҙыҡһынып ҡарап торған йәш ҡатынға Фәүзиә апай шуны һөйләне:
Вәзәм шәле– Ҡомартҡы булып ҡалған был станок – әсәйемдеке. Мәктәп директоры Фазылйән Сурин уны музейға ҡуйырға тип ике мәртәбә һорап килде. Йәлләһәм дә, етәксе үтенгәс, кире ҡағырға оялдым, биреп ебәрҙем. Станокты клубта ҡуйып, шәл һуғабыҙ, тигәстәре, шул хәтле тулҡынландым, хатта шатлығымдан иланым...
Сәмле һәм тырыш вәзәмдәр бер-береһенә таяна: килендәр – өлкәндәргә, апайҙар – һеңлеләргә. Шәлселәргә һуғыу станогы нисек эшләүен, шәл һуғыу үҙенсәлектәрен Әбйәлил районының Буранғол ауылы оҫтаһы Рәсилә Вәлиева өйрәтте. Республика халыҡ ижады үҙәге Рәсиләнең шәлдәрен фестивалдәргә, Рәсәй халыҡ һөнәрҙәре күргәҙмәләренә күптән ҡуя, гран-при яулаған был затлы һәм күркәм әйберҙәр – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының маһирлығы үрнәге. Әбйәлил оҫталары Рәсилә Вәлиева менән Ғәшүрә Әбүбәкирова бөгөн башҡорт һуҡма шәлен тергеҙеүселәр тип һанала.
– Ауыр ҙа, ҡатмарлы ла ул шәл һуғыу, иллә-мәгәр һеҙҙең кеүек бәләкәйҙән дебет «ашап» үҫкән бәйләүселәргә бик тә лайыҡлы эш. Серҙәре күп, уларҙы ентекләп өйрәнмәһәң, эш ырамай, – тип өйрәтә вәзәмдәрҙе Рәсилә Вәлиева.
Башҡорт һуҡма шәле кәзә дебетенән генә яһала, бер ниндәй ҙә ҡатлыҡ ҡушылмай. Тейешле боронғо тәртип менән ҡылланған, аяланған йә ҡабаланған кәзә мамығы башта бер тигеҙ генә нәҙек итеп иләнә. Һуғыу урынына оҙатылған, йәғни көрөҫ-тараҡ аша үткәрелгән буйлыҡ ебе сираҡ итеп, арҡырыһы йәки арҡау ебе бушағыраҡ иләнә. Сираҡ булһын өсөн бөгөн машина менән иләү бар, әммә арҡау ебен мотлаҡ ҡул орсоғо менән иләйҙәр.
– Йәштәр боронғоса шәл һуғырға тәүәккәлләп тотондо. Ҡулдарының кәре китмәһен, хәйерле булһын эш башы. Әүәлге күркәм халыҡ һөнәре бөгөн дә файҙа бирһен, тип уларҙың уңғанлығына хайран ҡалып ҡыуанабыҙ, – ти Хәйбулла тарафтарында халыҡ ижады өлгөләрен һәм кәсептәрен һаҡлаусы Әсмә Усманова.
Вәзәм шәлеЭлекке һуғыу станогы бик күптән эшһеҙ торғанғамы, әллә балаҫ һуғыуға көйләнгәнгәме, нәҙек дебет епте өҙөп йонсотто. Ярай әле Вәзәмдә ҡатындар ғына түгел, ир-егеттәр ҙә оҫта. Риф Сурин өр-яңы станок яһап ултыртҡас, эш бермә-бер ыраны, ҡатындар алмаш-тилмәш шәл һуға башланы. Тәнзилә Күскилдина, Зәкиә менән Линиза Мусиналар, Рәйхана, ике Айгөл, Миңзәлә, Гөлназ, Сәғиҙә Суриналар, кистәрен бер өйгә йыйылышып, шәлдең буйҙарын бергә ялғаны, суҡтарын яһаны.
Халыҡ һөнәре бер кемде лә кәм-хур итмәгән. Хәйбулла районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Вәзәм һуҡма дебет шәле оҫталарына ярҙам итергә әҙер. 2008 йылда хәйбуллалар 150 йыл элек һуғылған дебет шәлде Башҡорт шәле фестиваленә алып барғайны. Киләһе күргәҙмәләргә Вәзәм һуҡма дебет шәлен алып сыҡмаҡсылар. Ниәттәре изге, эштәре уң, үҙҙәре иҫән-һау булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523