Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дүртенселәр артыҡ бында ла…
Дүртенселәр артыҡ бында ла…Ябай ғына гайканың нимә икәнен һәр кем белә. Шөрөп тә шундай уҡ нәмәкәй, әйтәгүр. Берәй нәмәне беркетер өсөн уны күберәк һәм нығыраҡ итеп борорға кәрәк. Ләкин саманы онотһаң, артығыраҡ бороп ташлаһаң, эште боҙаһың – шөрөбөң тегеләй ҙә, былай ҙа китмәй, әйберең дә ҡаңшанлап торасаҡ.
Беҙҙең илдә дәүләтселекте нығытыу сараларын образлы итеп “закручивание гаек” тип атағайнылар, шунда уҡ винт-гайка-шөрөптөң ошо сифаттары иҫкә төштө. Һәр кем белә тиһәк тә, үрҙә ултырғандар быны бик белеп етмәй, ахыры. Киреһенсә, беҙҙә икенсе, кире сифаттар хаттин ашҡан. Мәҫәлән, ҡайҙалыр яралған тулҡын бара-бара кәмемәй, ә физика ҡанундарына ҡаршы килеп, көсәйә генә. Урыҫтарҙа быға ла тапҡыр мәҡәл бар: иҫәрҙе намаҙға ултыртһаң…
Тыйыу-сикләүҙәр аша ил ҡеүәтен нығытыу көсәйгәндән-көсәйә барғанын үҙегеҙ кисергәнегеҙ булманымы? Бына яңыраҡ минең ҡатын ауылға ҡайтып килергә йыйынғайны. Баҡһаң, былтыр ғына ябыласаҡ, башҡаса эшләмәйәсәк (үҙен аҡламай) тигән Төньяҡ автовокзалда яңы сервис уйлап тапҡандар: унда кешеләрҙе автовокзалға энә күҙәүенән үткәреп, беҙҙеңсә әйтһәк, тентеп уҙғаралар икән. Үҙен аҡламау арҡаһында ябырға иткән вокзалды (урыны уңайһыҙ, ибәтәйһеҙ ҙур бина, алмашына Өфө буйлап бихисап йәшерен шәхси ташыусылар барлыҡҡа килде һ.б.) өҫтәмә рәүештә әллә нисәмә миллионға йыһазландырып, кешене рентген аша үткәреп, әйберҙәрен тентеп ултырырға нимә мәжбүр итә? Терроризм, тигән яуап килә башҡа иң тәүҙә үк. Дөрөҫ, хәҙер яңы тыуған бала “әсәй” тип әйтмәҫ борон террор һүҙен ишетә, бәләкәй шуҡ малайҙар атай ҡайышынан бигерәк “шәһиттәрҙән” ҡурҡа. Идеология үҙенекен эшләй.
Ә бына Иглин районындағы Түбәнге Ләмәҙ ауылы халҡының террорға ни ҡыҫылышы бар? Уларҙың мөрәжәғәте һәм уға рәсми яуап күптән Интернетты ҡыҙыра инде. Эштең асылы былай. Был ауылда радиоактив ҡалдыҡтар күмеү өсөн полигон төҙөләсәге тураһында мәғлүмәт шулай уҡ Интернетта килеп сыҡҡайны. Аҙаҡтан республика етәксеһенең кире ҡағыуы ла булды. Ә ләмәҙҙәр, баҡһаң, ошо мәсьәләне уртаға һалып тикшереү өсөн үҙҙәрендә кесе йыйын йыйырға уйлаған икән. Шартына килтереп, “үрҙәгеләр”гә хәбәр ҙә ебәргәндәр: эштәр шулай, йәнәһе, хуп күрһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ҡатнашығыҙ, дәлилдәрегеҙҙе тыңлап ҡарайыҡ, асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек…
Үрҙә әйтелгән антифизик “тулҡын теорияһы” нисек эшләүен иҫбатлаған документ шулай уҡ донъя селтәрендә йөрөй. Тиҙҙән ләмәҙҙәр “юғарынан” ошондай йөкмәткеле яуап ала (ҡыҫҡартып килтерәм): ”14 декабрҙә митинг үткәреү тураһындағы иҫкәртеүегеҙ (уведомление, рөхсәт һорау түгел. – Д. Ш.) теркәлде һәм ҡаралды. Башҡортостанда күмәк кеше ҡатнашҡан сараларҙы үткәреү урындары тураһындағы Закондың 5-се статьяһына ярашлы, бындай урындар республика Хөкүмәте 2012 йылдың 20 декабрендә сығарған 465-се ҡарар менән билдәләнгән. Һеҙ күрһәткән урын был исемлектә юҡ (Түбәнге Ләмәҙ ауылы). Йыйылышығыҙҙы бының өсөн махсус билдәләнгән урында – Иглин ҡасабаһындағы һабантуй майҙанында – үткәрергә тәҡдим итәбеҙ”.
Артабан, һәр рәсми ҡағыҙҙағы һымаҡ, был “тәҡдим”де хупламаған, ризалашмаған өсөн ҡаралған сара төрҙәре һанап кителә. Һиҙҙегеҙме ябай шөрөптөң ҡайҙа алып барып сығарғанын? Әгәр ҙә Рәсәйҙә (Совет иле түгел) ҡабул ителгәнсә, алдан иҫкәртеп тормаһаң?
Әйткәндәй, Интернетта блогерҙарҙың күпселеге тап шулай эшләргә тәҡдим итә. Бына ошонда беҙҙең йәш саҡтарҙағы “Өсәүҙән артыҡ йыйылмаҫҡа” тигән шаярыу ҡатыш ҡанатлы һүҙбәйләнеш иҫкә төшә. Үҙем дә форумға үтә лә шикле һәм риторик һорау яҙып ебәрҙем: ”Әгәр ҙә мин мәктәптә йыйылыш үткәрергә йыйынһам һәм шунда бер пункт булып киләһе һайлауҙарҙа ҡатнашыу йә (Хоҙай үҙе һаҡлаһын!) ҡатнашмау мәсьәләһе торһа?..” Кемделер алдан иҫкәртергә тейешме мин был йыйылыш тураһында? Хат ебәрһәм, уға “тыйыла” тигән имза менән яуап алмаҫмынмы? Сәйәси мәсьәлә ҡаралғас (һайлау!), быны бит сәйәси митинг, ә “ҡатнашмау” тигән һорау ҙа ҡуйылғас, мине оппозиционер тип табыуҙары ла ихтимал түгелме? Ошондай ахырҙар ихтималлығы барҙа, кем шөрөптө “ябай ғына” тип нарыҡлай ала? Һорауҙар, һорауҙар…
Тәүге һорауға әйләнеп ҡайтайыҡ. Әгәр ҙә һеҙ рөхсәтһеҙ йыйылһағыҙ, ОМОН ебәреп ер менән тигеҙләмәҫтәр, билдәле. Тик бына һеҙ ул йыйылышта ҡабул иткән барлыҡ ҡарарҙар ҙа законһыҙ тип табыласаҡ, уларҙы бер ерҙә лә ҡабул итмәйәсәктәр, рәсми вәкилдәр ҙә һеҙҙең тауышығыҙҙы “ишетмәйәсәк”.
Тимәк, тауыштарын ишетһендәр өсөн ләмәҙҙәргә 50 саҡрым алыҫлыҡтағы район үҙәгенә барып, шунда митинг ойошторорға ҡала булып сыға! “Минһеҙ генә мине өйләндерәләр” тигән һымаҡ, әҙәм аяғы баҫмаған урындағы полигон майҙаны ул иңрәүҙәрҙе ишетмәҫ тә, тәбиғи, үҙ ғәмендә тик ятыр. Бәлки, шуның өсөн уйлап сығарылғандыр был аңлайышһыҙ ҡарарҙар? Ләкин ул ҡарар күҙгә генә аңлайышһыҙ һымаҡ. Бына һеҙ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәкселегенә ҡаршы килеп, подъезды үҙебеҙ йыйыштырабыҙ, аҡсаһын береһенә лә бирмәйбеҙ, тип иғлан итер өсөн йыйылыш йыйҙығыҙ, ти. Һәм шунда сәйер боролош асыҡлана: йыйыштырыусығыҙ гастарбайтер икән дәһә!.. Был инде ил күләмендәге сәйәси мәсьәлә, шулай итеп, һеҙҙең ябай йыйылышығыҙ иҫкәрмәҫтән сәйәсигә әйләнә… Шайтан ҡуласаһына юлығаһығыҙ, сөнки сәйәси акцияға һеҙ бит рөхсәт һораманығыҙ, подъезд төбө лә бындай эшмәкәрлек өсөн махсус билдәләнгән урын түгелдер.
Әйткәндәй, ҡайһы-ҡайһы ерҙәр билдәләнгән икән беҙҙә ундай “Гайд-парк” итеп – алдан белешеп ҡуйыу ҡамасауламаҫ ине. Юғиһә киләсәктә тағы ла һайлауҙар буласаҡ, яңылыштан берәй рөхсәт ителмәгән йыйылышҡа барып сығырһың да “ҡара исемлек”кә эләгерһең. Әйткәндәй, ҡарарҙың үҙендә “сәйәсәт” тигән төшөнсә юҡ.
«Беҙҙең Рәсәйҙә закондарҙың ҡатылығы уларҙы үтәүҙең мотлаҡ түгеллеге менән йомшартыла», – тигәнме әле бер аҡыл эйәһе? Тимәк, әгәр ҙә һеҙ район үҙәгенән 120 саҡрымда йәшәйһегеҙ һәм һеҙҙең ауылда “көнүҙәк мәсьәлә” ҡалҡып сыҡҡан икән, бының өсөн алдан хаттар яҙып, ауылығыҙҙа митинг йыйып аҙапланмағыҙ. Рөхсәт булмаясаҡ. Ябайыраҡ хәл ителә был мәсьәлә. Ауылда, әйҙә, күпме кәрәк, өймәкләшегеҙ, тик сәйәсәт тураһында һөйләшмәгеҙ һәм петициялар ҡабул итмәгеҙ. Бесән, мал көтөү, һауа торошо тигән һорауҙар ҡуйығыҙ ҙа үҙ-ара низағлашығыҙ. Тик шул йыйылышта дүрт (!) вәкил һайлап, уларҙы район үҙәгенә оҙатығыҙ. Улар килер, ҡысҡырып-ҡысҡырып митинг әтмәләр, ә юғарыға һеҙ алдан әҙерләгән талаптар һәм рәсми ҡарарҙар оҙатылыр. Ҡарамай ҡараһындар! Власть үҙе билдәләгәнсә – бер ай ваҡыт бирелә бының өсөн.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521