Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет өсөн көрәштем
Ул үҙ тормошо хаҡында гәзиткә яҙыуҙы һорағайны. Берәйһе, бәлки, аңлар, кемдер ғәйепләр, ҡайһылары үҙенә һабаҡ алыр, тип өҫтәгәйне. Кеше яҙмышын фашлауҙы хупламағанлығымды иҫәпкә алып, исемдәрҙе үҙгәрттем.


Рәғиҙә – ябай ауыл ҡыҙы. “Ауыл” тигән һүҙҙе ҡулланғанда әллә ни эшләп шул “ябай” тигәне лә йәбешеп ҡуя. Ысынлап та, эскерһеҙ, эшһөйәр, ярҙамсыл кешеләр йәшәй ауыл ерендә. Рәғиҙә ғаиләлә тәүге бала була. Ата-әсәһе көнө-төнө тигәндәй колхоз эшенән бушамай. Йорт-ҡура, хужалыҡ йөгө ҡыҙ елкәһенә төшә. Нисек кенә булмаһын, тормошоноң иң бәхетле мәлдәре шул осорҙа – балалыҡта – ҡалған икән. Ашнаҡсы, тегенсе һөнәрҙәрен үҙләштерә. Ҡала мөхитенең еле лә ҡағылмай үтмәй уға. Әллә оло мөхәббәткә ышаныу, әллә тәкәбберлек, әллә яңылышлыҡ арҡаһында ун һигеҙ йәшендә урыҫ егетенә кейәүгә сыға һала. Башҡа милләт менән ҡан ҡушыуҙы мөрхәтһенмәгән туған-тыумасаһы күнә.
Яңы тормош башлана. Николай насар егет түгел, әммә дуҫ-иштәре менән күңел асыу, урам ҡыҙырыу ғәҙәтенән айырылырға теләмәй. Тиҙҙән ҡыҙҙары тыуа, уға Наташа тип исем ҡушалар. Балалыҡтан сыҡмаған йәштәрҙе был ҡыуаныслы ваҡиға берләштермәй, бәхет тә өҫтәмәй. Рәғиҙә түҙҙе. Кистәрен ваҡытында ҡайтмаған һалмыш ирен дә көтә белде, йорт усағының йылыһын да һаҡланы, балаһын да тәрбиәләне. Ике төрлө милләт, дин мәсьәләләре лә үҙ өлөшөн өҫтәгәндер. Йәш саҡта бөтәһен дә аңлайһың, күпте беләһең кеүек, өлкәндәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалмай, үҙ күңелеңә ышанаһың, һөҙөмтәлә йә уңаһың, йә туңаһың икән тип уйланды ҡатын. Иләҫ-миләҫлек, дыуамаллыҡ, тәүәккәллекте ваҡытында еңә белһәң икән. Маңлайға яҙылғанды һыҙып ырғытып булмай. Әллә ул яҙмышты теләгән яҡҡа үҙебеҙ ҙә бороп ебәрә алабыҙмы икән? Бала бар. Үткәндәргә һыҙланыу бөтә булмышыңдың мәғәнәһенә әүерелгән, тормошоңдо йәмләгән берҙән-бер йән эйәһенең тыуыуына үкенгән төҫлө була бит. Ҡыҙҙы үҫтерергә, әҙәм итергә, кеше көлкөһөнә ҡалып, атай йортона ҡайтып ултырмаҫҡа кәрәк.
Тормош һәүетемсә генә үҙ яйына аҡты. Тиҙҙән Рәғиҙәнең йөрәге аҫтында тағы ла бер йән яралды. Нимә эшләргә? Диуана ирҙән тағы бала табып ултырырға башҡа тай типмәгән бит әле. Күнде бисара, береһен күтәргәндә, икенсеһен рәнйетмәҫ. Николайҙың “байрам”дары йышайғандан-йышайҙы ғына. Донъяға үҙ ауазын еткереп малай тыуҙы. Тик шатлыҡ урынына ҡара ҡайғыға һалды был ваҡиға. Бәләкәс тыумыштан ғәрип ине. Уның ҡасан да аяҡҡа баҫыуы, үҙаллы йәшәре икеле. Аҡты ҡаранан айырмаған иргә етә ҡалды. Һуҡраныуының, ризаһыҙлығының сиге булманы. Тормоштоң аҫты-өҫкә әйләнде. Бәләкәй балаға ун ике йәш тулғанда, Николай эсеүҙән үлеп ҡуйҙы. Ыҙаланып йәшәүҙең фәтүәһен күрмәгән Рәғиҙә тормош хаҡында күп уйланды: “Нимә өсөн йәшәнем мин?”, “Ниндәй бәхет өсөн көрәштем?” Инә һөтө менән инмәгән ирҙе тана һөтө менән аҡылға ултыртырға маташты, ҡыҙын уҡытты, көнө-төнө улын ҡараны. Тыумыштан түшәккә дусар баланың меңәрләгән һорауҙарына яуап эҙләү, тынысландырыу, күңелен күтәреү уға еңел булманы. Эскесе, йөрөмтәл ирҙән бер ярҙам күрмәһә лә, яңғыҙ түгелмен, ҡайһылай булһа ла янымда таянысым бар, бер үҙемә ауырға төшөр ине, тип йыуана ине. Хәҙер? Донъя йөгөн нисек тартырға?
Ҡыҙы кейәүгә сығып китте. Рәғиҙә улы менән ҡалды. Береһе урынлашһа ла, мәшәҡәт кәмемәне, киреһенсә, өҫтәлде генә. Яңы барлыҡҡа килгән ғаиләлә лә ығы-зығы тынманы. Ҡыҙы йә бер мәсьәлә, йә икенсеһе менән әсәй янына ашҡынды, уның йөрәген ҡуҙғытты.
Бер көн Рәғиҙә тынғыһыҙ тормошонан тамам ялҡҡанын аңланы. Уңмаған юлды ҡыума, тиҙәр. Кемгәлер матурлығын да, ғаиләһен, имен балаларын, етеш тормошто ла бирә, кемгәлер ғүмер буйы юҡлыҡта, хәсрәттә, билдәһеҙлектә көн күрергә ҡала. Ҡайһылай ғәҙелһеҙ тормош, тип уйланды ҡатын. Һәр нәмәнең бер сиге булырға тейештер бит. Түҙемлектең бер тамсыһы ла ҡалманы. Рәғиҙәнең яҙмышына шаһит ханым ҡатынды бер иргә димләне. Фәрғәт ғаиләһенән айырылған, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Икеһе лә бер-береһен оҡшатты. Башта осрашып йөрөнөләр, күп тә үтмәй бергә йәшәргә һүҙ ҡуйыштылар.
– Ситкә типмә, күңелемә яттың. Улыңды ла ҡарашам, донъяңды ла көтөшәм, – тип ант итте Фәрғәт.
Ризалашмай ҙа ни хәл ҡылһын Рәғиҙә. Барып һыйыныр урыны, күңелен бушатыр кешеһе юҡ. Ҡатындың ҡыҙы ла, улы ла әсәһенең был аҙымын ҡеүәтләмәне. Түшәктә ятҡан егет бөтөнләй өйгә индермәҫкә бойорҙо. Әммә Рәғиҙә ныҡ торҙо:
– Бер рәхәт тә күрмәнем. Атайығыҙ менән ғүмеремдең яртыһын заяға үткәрҙем. Минең дә бәхетле булғым килә. Теләмәйһегеҙ икән, үҙем өйҙән сығам да китәм. Мин дә кеше, – тине ул ҡаты ғына.
Әйткәненә үҙе тертләп китте. Әллә шулай баҙыҡланып киткән, әллә һөйөү уты тоҡандымы? Балалар башҡа ҡаршы өндәшмәне. Ҡыҙы ғына әсәһенә юлды һыуытты. Фәрғәт, ысынлап та, һәйбәт кеше булып сыҡты. Йорт эшен башҡарҙы, Рәғиҙәнең улын алты йыл ҡарашты. Дөрөҫөрәге, күтәреп кенә йөрөттө. Баланың ғына ғүмере иртә өҙөлдө. Йыназа уҡырға килгән мулла әйтмешләй, ваҡыты еткәндер инде. Әсә йөрәге меңәрләгән киҫәктәргә телгеләнде. Хоҙай этләнмәһен тигәндер, ожмах ҡапҡаларын асып, үҙенә алғандыр.
...Тормош дауам итте. Ваҡыт ағышы хәсрәт яраларын уңалтырға тырышты, ҡайһыларын мәңгелек хәтирә итеп йөрәккә уйып, төрлө кисерешкә күмде. Рәғиҙәнең ҡыҙы ҡайһылыр арала эскегә һабышҡан. Балаларын ҡалдырып, күңел асыуҙы йышайтҡан. Ҡатын үҙе лә стаканға “ултырғанын” һиҙмәй ҡалды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың был аҙымға баҫыуы иң аяныслыһылыр. Биреште Рәғиҙә... Нимәгә? Тормош ауырлығынамы, мәғәнәһеҙ йәшәйешкәме, хәсрәткәме? Билдәһеҙ. Мейеһендә бер туҡтауһыҙ “Бәхет өсөн көрәштем” тигән һүҙҙәр уралды. Уралып ҡына ҡалманы, йөрәген, мейеһен телгеләне. Үкенес тә, һыҙланыу ҙа, бушлыҡ та бергә буталды.
Рәғиҙәнең яҙмышы, бәлки, күптәргә таныш хәлдер. Йәмғиәттә меңәрләгән генә түгел, миллионлаған кеше иҫәпләнә. Һәр береһе үҙ юлы менән бара. Кемдер юғалып ҡала, икенселәр еңә. Тормош – үҙе көрәш. Күп ваҡыт беҙ, кешеләр, бер-беребеҙҙе тәнҡитләргә ашығабыҙ. Эйе, ғибрәт хәлдәр уйға һала, әммә һәр кемдең яҙмышын ҡабатлай алмаған кеүек, битәрләргә, яманларға ла тейеш түгелбеҙҙер. Күптәр, йән тыныслығы эҙләп, дин юлына баҫа, ҡайһылары, төшөнкөлөккә бирелеп, тамам кешелектән сыға. Һәр кеме йылы мөнәсәбәткә, яҡшы һүҙгә, ярҙамға мохтаж. Бер ватылған һауыт кире йәбешмәгәндәй, Рәғиҙәнең дә тормошо селпәрәмә килгән. Йәштән сәс бәйләгән иптәше, ауырыу булһа ла ғәзиз улы эргәһендә юҡ, күҙ төбәгән ҡыҙы ла эскенән сыға алмай, бөтә күңелде һалып һөйләшерҙәй әҙәм юҡ. Фәрғәт? Ул да – ҡасандыр яңылышҡан, тормош даръяһында аҙашҡан зат. Ҡайҙалыр унан ҡолаҡ ҡаҡҡан, бәлки, һаман көткән яҡындары бар.
Әҙәм балаһы үҙ бәхетен үҙе ҡоя, тиҙәр. Ысынлап та, был шулаймы икән?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 413

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 437

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 516

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 687

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 549

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 501

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 500

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 769

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 96

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 187

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 151

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 163