Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өләсәйем васыяты
Каникулдар башланыу менән Белорет ҡалаһынан ата-әсәйемдең тыуған ауылы Шығайға ҡоштай ашҡынып, талпынып ҡайтырға сығабыҙ. Эй, яратам да һуң өләсәйемдә ҡунаҡ булыуҙы. Әле лә бер-ике көн өйҙә торҙоҡ та Айзилә йылғаһы буйына юлландыҡ.
Саф һыулы беҙҙең йылғабыҙ! Өләсәйем тирә-яғына һоҡланып ҡарап торҙо ла уфтанып ҡуйҙы. Йылға ағышына ҡарап торорға ярата ул. Ләкин бөгөн ниңәлер моңһоу күҙҙәре менән миңә төбәлде. Өләсәйем хәтирәләргә йыш бирелә. Элек нисектер уның һөйләгәненә әллә ни иғтибар итмәй торғайным. Үҫә төшкәс, уларҙың әһәмиәтенә төшөнә башланым.
– Былай тәбиғәт үҙгәрмәй кеүек... Ана, ошо йылғала элек ат йөҙҙөрәләр ине, ә хәҙер шарлауыҡтан таштан-ташҡа һикерергә була. Әрәмәлектә ауыл халҡы еләк йыйыр ине, ә хәҙер еләге лә һирәгәйгәндән-һирәгәйә.
Бишмәтен түшәп ултырҙы ла минән һораны:
– Ҡыҙым, йылғаның исеме ҡайҙан килеп сыҡҡанын беләһеңме?
– Юҡ, өләсәй.
– Әйҙә улайһа, тыңла.
“Ҡыраҡа тауҙары араһында бер башҡорт ҡәбиләһе йәшәгән. Был ҡәбиләне яу баҫҡанда күптәр тыуған ере, һыуы, ирке өсөн ғәзиз башын һалған. Шығай исемле малай үкһеҙ етем ҡалған. Ул, Әбйәлилдән ошо яҡтарға йәйләүгә килгән бер ҡәбиләгә ялланып, мал көтөп йән аҫраған. Егет ҡорона ингәс, Айзилә исемле ҡыҙ менән тыуған яғына ҡасып киткән.
Тәбиғәте ғәжәйеп матур ергә – мәғрур ҡарағайҙар, ғорур ҡарағастар, зифа буйлы бөҙрә ҡайындар араһында, Ҡыраҡа тауы итәгендә өй һалған, ти Шығай. Яңы урын Айзиләгә лә оҡшаған. Тора-бара бында ауыл үҫеп сыҡҡан һәм Шығай тип исемләнгән. Ауыл уртаһынан ағып ятҡан йылға Айзилә тип аталған. Ҡыҙ килен булып төшкән еренә арнап йыр сығарған.
Ауыл халҡы һунарсылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгән, дегет ҡайнатҡан, күмер яндырған. Әбйәлилгә ағас, таҡта бысып ташығандар, унан иген алып ҡайтҡандар. Һуңғараҡ үҙҙәре лә иген сәсә башлаған. Айзилә йылғаһында тирмән ҡорғандар. Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда илде яу баҫҡан. Алыш ваҡытында Шығайҙың оло улы Минһаж һәләк булған. Уны тау итәгенә ерләп, исемен шул тауға ҡушҡандар.
Шығай оло ҡыҙы Тәнзиләне Әбйәлил егетенә кейәүгә бирергә йыйынған. Ләкин ҡыҙҙың тыуған яғын ҡалдырып, һис тә ситкә киткеһе килмәгән. Урал тауының иң бейек түбәһенән ташланып үлгән. Ата-әсә бала ҡайғыһын бик ауыр кисергән. Ошо ваҡиғанан һуң был тау Ҡайғы ташы тип йөрөтөлә башлаған. Тора-бара Ҡайғынан Ҡағыға әйләнгән.
Йылдар үткән, Шығай бабайҙың да ейәндәре үҫеп буй еткән. Ҡарттың беренсе ейәне – Хөсәйендә, икенсеһе – Үткәлдә, өсөнсөһө Ырыҫҡол (хәҙерге Рысыҡай) ауылында тамырланған.
Әбйәлилдән Шығай бабайҙың кинйә ҡыҙы Рәзиләне һоратып яусылар килгән. Атаһы ризалығын биргәс, ул:
Мәңгелеккә ҡайтмаҫ өсөн китәм,
Уйлама, атай, тыныс ҡалам, тип.
Ҡарт кейәүгә мине көсләп бирҙең,
Зинһар, әйтмә мине, балам, тип.

Атаһы: Бәхетле булһын, ғаилә ҡорһон, тип
Бирҙем, ҡыҙым, һине кейәүгә,
Өҫтөң бөтөн булыр, тамағың туҡ,
Хур булмаҫһың, балам, ғүмергә.

Рәзилә: Эйәрләп тә менгән атҡынайым
Китмәҫ өсөн, атай, һөрөндө.
Әллә Тәнзилә апай кеүек булырмынмы?
Әжәл генәм яҡын күренде.

Атаһы: Ат абынһа, балам, ат табылыр,
Ата һүҙен йыҡҡан хур булыр.
Ирҙе ир иткән дә ҡатын, хур иткән дә,
Кейәүемде, зинһар, итмә хур.

Көслө рухлы Рәзиләне туғандары хәҙерге Рәз тауына тиклем оҙатып барған. Шығай бабай ҡыҙынан айырылғас:
Айзиләкәй киртләс-киртләс,
Киртләстәре бөтөр, яҙ еткәс.
Ир балалар ҡайта хеҙмәт иткәс,
Ҡыҙ балалар ҡайтмай бер киткәс, –

тип йырлаған икән.
Әгәр ҙә Рәз тауы яғынан йылы ел иҫһә, ата-әсәһе «Рәзилә уңып йәшәп китте, йылы хәбәрҙәр килә», – тип үҙ-үҙҙәрен йыуатыр булған.
Айзилә әбей-бабайынан алдараҡ гүр ҡуйынына ингән. Үлер мәле етәрәк, әсә кеше бөтә балаларын, ейәндәрен йыйып, васыят әйткән:
– Шығай ауылы хәтәр алыштарҙа барлыҡҡа килде, уның исеменә тап төшөрмәгеҙ, тыуған төйәкте дошмандарҙан һаҡлағыҙ, уны артабан үҫтерегеҙ, күркәм итегеҙ.
Шығай бабай ҙа әбейенән һуң бик оҙаҡ йәшәмәгән. Ул да ғүмеренең аҙағында:
– Айзилә йылғаһын күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ, һәр ваҡыт таҙа тотоғоҙ. Ағастарҙы ҡырмағыҙ, әрәмәләрҙе бөтөрмәгеҙ, улар йылғаны ҡороуҙан һаҡлай, – тип киләсәк быуынға васыятын әйтеп ҡалдырған.
Был легенданы һинең оло өләсәйең һөйләп ҡалдырғайны. Ҡыҙым, мин дә олоғайып барам, васыят итеп әйтер һүҙем бар. Балам, эскән һыуыңа бер ҡасан да төкөрмә. Һыуҙан да таҙа булып булмай. Һыу көс, дәрт, һаулыҡ бирә. Һин уны күҙ алмаһы кеүек һаҡла, бысратма. Үҫкәс, был легенданы балаларыңа һөйләрһең”, – тип минең башымдан һыйпап ҡуйҙы.
Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған васыятҡа беҙ ҙә тоғро ҡалырбыҙ, өләсәй!

Айгизә ҒӘЛЛӘМОВА,
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 413

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 437

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 516

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 687

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 549

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 501

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 500

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 769

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 96

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 187

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 151

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 163