Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һарыҡ аҫра – отолмаҫһың
Һарыҡ аҫра – отолмаҫһың
Совет осоронда Ейәнсура районы һарыҡсылыҡ буйынса алдынғылар исемлегендә ине, бөтә хужалыҡтар ҙа тиерлек ошо йүнәлештә эшмәкәрлеген киң йәйелдерҙе. Ә инде идараһы Иҙелбәк ауылында урынлашҡан совхоз был тәңгәлдә ҙур уңыштарға өлгәште, уның халыҡ телендә Овцевод атамаһын йөрөтөүе генә лә күпте һөйләй. Дөйөм алғанда, районда һарыҡ иҫәбе 60 меңгә еткерелгәйне.
Әле һарыҡсылыҡ тармағының файҙаһы бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Нуриман районында республика кимәлендә һарыҡсылыҡ буйынса үткән ғилми-ғәмәли семинарҙа яуап эҙләнде.


"Нуриманда ниндәй һарыҡ булһын инде? Райондың төп байлығы урман бит!" Беҙҙең башта ла шундай икеле-микеле уйҙар тыуҙы. Ә унан алда мәрәкә хәлгә тарый яҙҙыҡ. Тирәклегә алып баралар, тип әйткәстәре, картанан ундай ауылды таба алмай яфаландыҡ. Өйәңкеле тигәне бар ҙа... Икеһе лә ағас менән бәйле булғас, әллә дөрөҫ ишетмәгәнбеҙме? Баҡтиһәң, заманында "киләсәге юҡ" тип бөтөрөлгән ошо ауыл бөгөн икенсе һулышын кисерә. Былтыр рәсми рәүештә тергеҙелгән.
Шулай итеп, беҙ – Тирәклелә. Урман өҫкә ауып тигәндәй торған ерҙә урын алған "Йосопов" крәҫтиән (фермер) хужалығының һарайҙары, йылға ла йыраҡ түгел, көтөүлек өсөн майҙан иркен, ҡыҫҡаһы, биләмәнең ваҡ мал үрсетеү өсөн уңайлы икәнен тәү күреүҙән үк тойомларға мөмкин.
Алдынғы ҡарашлы бүтән егеттәр шикелле, фермер Рафаэль Йосопов та табышлы эшенә етерлек аҡса туплағандан һуң ғына тотонған. Ике йылдан һуң крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе булараҡ ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү программаһында ҡатнашырға теләк белдергән һәм маҡсатына өлгәшкән. Тәүге ваҡытта ялан кәртәһендә романов тоҡомло 268 баш һарыҡ күренһә, ҡыҫҡа ғына арауыҡта уларҙы ике мең ярымға еткергән. Әлеге һарыҡтарҙың Уралдың үҙенсәлекле климатына тиҙ яраҡлашыуы, ҡаты һыуыҡтарға сыҙамлылығы, халыҡса әйткәндә, әрһеҙ булыуы иғтибар үҙәгенә алынды. Хатта ҡоролоҡло 2010 йылда ла бирешмәгәндәр. Башҡортостанда нисә төрлө үлән үҫһә, һәммәһен дә яратып ашауы ла романов тоҡомло һарыҡтың талымһыҙлығын дәлилләй. Тиҙ үҫәләр һәм һимерәләр, бер юлы биште бәрәсләйҙәр – ғәжәп бит!
– Романов тоҡомло һарыҡтың йөнөн бүтәндеке менән сағыштырыу мөмкин түгел, – тип һөйләй "Йосопов" крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рафаэль Йосопов. – Унан тегелгән кейем йылы ғына түгел, еңел дә. Тиккә генә һарыҡ тунын һары алтынға тиңләмәйҙәр. Йылына өс тапҡыр – мартта, июндә һәм сентябрҙә – ҡырҡырға кәрәк.
Һарыҡ аҫра – отолмаҫһыңБашҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында республикабыҙҙа йәмғеһе 1 миллион 200 мең самаһы һарыҡ иҫәпләнгән! Баймаҡ, Хәйбулла, Учалы, Әбйәлил һәм Ейәнсура райондары был тәңгәлдә дан ҡаҙанған. Хәҙер иһә, ауыл хужалығы предприятиеларының бөтәһен бергә ҡушһаң да, уларҙың һаны көскә 18 меңгә тула, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында – 86 мең, шәхси ихаталарҙа иһә 713 мең һарыҡ бар. Теләк көслө булғанда һәм мәсьәләгә яҡыныраҡ килгәндә, үҫешкә өлгәшергә мөмкин, тармаҡтың киләсәге өмөтлө.
Һарыҡ үрсетеүселәр өсөн дәүләт тарафынан төрлө дәртләндереү саралары ҡаралған. Субсидия биреү, йөн ҡырҡыу машинаһын, һөт һауыу аппараты кеүек эш ҡоралдарын арзаныраҡ хаҡҡа һатыу, эште яңы башлаусыларға гранттар бүлеү һәм башҡа ярҙам – шуға асыҡ миҫал.
Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек ислам республикалары вәкилдәре Башҡортостанға сәфәр ҡылғанда Ҡорбан байрамына беҙҙән һарыҡты күпләп һатып алырға теләктәре барлығын белдергәйне.
Беҙҙе бөгөн ҡышҡы һалҡындан аяҡтарыбыҙҙағы уңайлы ойоҡбаш һәм быйма, өҫтөбөҙҙәге ҡалын тун, ҡулдарыбыҙҙағы йылы бейәләй һәм бирсәткә, башыбыҙҙағы күркәм кәпәс һаҡлай. Барыһы ла – һарыҡ йөнөнән. Кем һарыҡ итенән әҙерләнгән аш-һыуҙы яратмай? Шул уҡ һөтөнән бешелгән сыр ашап туйғыһыҙ. Ғалимдар иҫбатлауынса, бигерәк тә ошо малдың һөйәгенән яһалған һабын файҙалы.

Азамат Носратуллин, Нуриман районы хакимиәте башлығы:
– Һарыҡсылыҡты нәҡ беҙҙең яҡтарҙа үрсетеүҙең өҫтөнлөктәре бихисап. Беренсенән, ҡалаға яҡын булыуыбыҙ продукцияны һатыуҙа еңеллек килтерә. Икенсенән, ҡайһы ғына урынды алма, һарыҡ аҫрау өсөн шарттар уңайлы.

Дәмин ЮЛАНОВ, Ейәнсура районының "Маяҡ" муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһы директоры:
– Былтыр Волгоградтан 1 мең 811 һарыҡ алып ҡайттыҡ. Маҡсат – ит һәм йөн етештереүҙә махсуслашыу. Бизнес-план буйынса ун йылдан һарыҡтарҙың һанын 20 меңгә еткерергә уйлайбыҙ. Хоҙайбәндә ауылында төпләнеүебеҙ юҡҡа түгел: көтөүлек иркен, бейек булмаған тауҙар эргәлә, һыу яҡын. Ошо ауылдың бер нисә кешеһенә эш табылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523