Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ҠАЙҘА ҺИН, МИНЕ ҒАШИҠ ИТКӘН КЛАСТАШ?
Тәүге мөхәббәт ғүмер буйы оҙата йөрөй, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Мәктәпте бөткәнебеҙгә ун биш йыл тулһа ла, үҙемдең ғаиләм, балаларым булһа ла, күңел уны һаман да онота алмай. Төштәремә инә, өндәремдә иҫкә төшә...


Ҡасан ғашиҡ булғанымды хәтерләмәйем дә инде хәҙер. Хәйер, беҙ класташтар инек. Уның менән бишенсе кластан бер партала ултырҙыҡ. Дәрестәр буйы һоҡланып туя алмай торғайным егеткә. Хатта уҡытыусының өндәшкәнен ишетмәй, оятҡа ҡалған саҡтар ҙа булды. Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул: оҙон буй-һын, киң яурын, көр тауыш, ҡап-ҡара ҡаштар, тип-тигеҙ тештәр... Әммә бигерәк тә уның эске донъяһына ғашиҡ булдым (бер мин генәме һуң!). Үҙе аҡыллы, тәртипле егет ине. Әллә ҡайҙағы хәлдәр, күренештәр хаҡында һөйләй торғайны класташым. Шулай тамам ғашиҡ итте ул мине!
Тик… күңеле миндә түгел ине. Шул тиклем дә аҫтыртын булған үҙе: күрше ауыл ҡыҙы менән осрашып йөрөгәне хаҡында аҙаҡтан ғына белдек. Ах, шул көн, уның икенсе берәүҙе йәр иткәнде белгән көн!.. Ҡаянан да һикерге килде, һыуға ла батырға риза инем. Эй, был хыялый йәшлек…
Йылдар үтте, тормошҡа сыҡтым, балаларым тыуҙы. Һүрелгәндәй булдым. Әммә һәр саҡ иремә уның исемен әйтеп өндәшермен тип ҡурҡа инем. Тиҫтә ярым йыл үткәс, ҡабат осрашырға тура килде тәүге мөхәббәтем менән. Тыуған төйәккә һирәкләп булһа ла ҡайтып йөрөнөм, тик уны күрмәй торғайным. Ауылда йәшәгәнме, ҡалаламы – белмәйем, һорашырға һәр саҡ оялдым. Ни сәбәптәндер, класташтар осрашыуына ла килмәй ине ул.
Шулай бер саҡ ҡалала күстәнәстәр алырға онотоп, ауыл магазинына туҡталдыҡ. Бина алдында ике ир тора. Күрәм: төшөрөргә генә түгел, баш күтәрмәй эсергә яратыусылар. Үҙҙәре ергә һеңеп бөткәндәй. Ысын йәштәре күпме икәнен самалай алманым, оло күренәләр ине. Тапҡырҙарына етеүем булды, берәүһе “Миләүшә!” тип өндәште. Белһәгеҙме, йөрәгем “жыу” итеп китте. Ҡиәфәтенән дә, тауышынан да таныманым уны, ә йылдар араһында аҙашып ҡалған һөйөүем аша таныным. Шул саҡ башыма килтереп һуҡтылармы ни... Ғүмеремдә был тиклем аптырағаным юҡ ине. Эх, ҡайҙа һин, мине ғашиҡ иткән класташ?! Матур һының, татлы һүҙҙәрең?!
“Класташ, баш сығып килә, төҙәтерлек берәй нәмәң юҡмы?” – тигәнгә уянып киткәндәй булдым. Ҡулымда күпмелер аҡса бар ине, ҡарап та тормай, уға бирҙем дә кире машинаға ашыҡтым. Күңелде әллә ниндәй уйҙар баҫып алды. Ҡалаға киткәс тә, әллә нисә көн башымдан сыҡманы ул. Юҡ, был юлы ғашиҡлыҡ түгел, ә берсә ҡыҙғаныс, берсә нәфрәтле хистәр ине.
Күптән түгел тағы ауылға ҡайтҡайным. “Класташың Морат үлеп ҡалды, бисәһен ташлап ҡайтҡайны бит. Ике-өс йыл бер туҡтамай эсте лә бына китте лә барҙы", — тигән яңылыҡ еткерҙе әсәйем. "Эх, һөлөк кеүек ирҙәрҙе алып китә был эскелек”, — тип көрһөнөп ҡуйҙы аҙаҡ. Ғәзиз кешемә бер ниндәй ҙә яуап ҡайтара алманым, күрше бүлмәгә инеп, төнө буйы һулҡылдап иланым да иланым...

Миләүшә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521