Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алик ШАКИРОВ: “Тормоштоң мәңгелек булыуына инандым”
Алик ШАКИРОВ: “Тормоштоң мәңгелек булыуына инандым”“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы тыуған йортом кеүек. Унда эшләгән осоромда етәкселәрҙең, хеҙмәттәштәрҙең йылы, ихтирамлы мөнәсәбәте күңелдә тик ыңғай тойғолар ҡалдырҙы. Бына әле лә Алик Фәйез улы менән һөйләшергә килгәнемдә, ул мине ихлас йылмайып, үҙ кешеһеләй ҡосаҡлап ҡаршы алды.
Мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Фәйез улы ШАКИРОВты һәр кем шулай асыҡ йөҙлө, киң күңелле, игелекле кеше булараҡ белә. Бөгөн гәзит уҡыусыларға уның хаҡында журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты булараҡ түгел, ә донъяға фәлсәфәүи ҡарашлы шәхес, бәхетле ир һәм өлгөлө атай икәнлеге тураһында һөйләге килә.


– Алик Фәйез улы, һеҙҙе ысын күңелдән күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Бай тормош тәжрибәһе туплап, үҙегеҙ йәштәргә кәңәш бирерҙәй, тәжрибә уртаҡлашырҙай аҡһаҡал йәшенә еттегеҙ. Тормошта ниндәй маҡсаттар ҡуйып, уларға ярашлы ниндәй девиз менән йәшәйһегеҙ?
– Мин һәр ваҡыт алдыма маҡсат ҡуйып, шуға ынтылып йәшәргә тырышам. Шуға күрә тормош девизым да “алдыңа маҡсат ҡуй һәм уға өлгәшер өсөн барыһын да эшлә” булып яңғырай. Ғүмер буйы ошо принципҡа таяндым һәм теләгәнемә ирештем. Яҡшы журналист булырға, яратҡан кешемде осратырға, малай менән ҡыҙ үҫтерергә, йорт һалырға, китап яҙырға теләнем – барыһы ла тормошҡа ашты. Башҡаларға ла ошо ҡағиҙә буйынса йәшәргә кәңәш итер инем. Әммә бер нәмә лә еңел бирелмәй, бының өсөн тырышырға, эшһөйәр, ныҡышмал булырға кәрәк.
– Һеҙҙә ҡайҙан килә ошондай дәрт, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ?
– Тәрбиәнән, тәбиғәттән тип уйлайым. Атай-әсәйҙән – өлгө, тәбиғәттән илһам алып йәшәнем. Беҙҙең Ейәнсура районы – бик үҙенсәлекле, аңлатып бөтә алмаҫлыҡ ғәжәйеп төбәк. Күпме һәләтле, данлыҡлы кеше сыҡҡан унан! Ейәнсура ерендә ижадҡа, мәҙәниәткә ынтылыусан кешеләр тыуа, тәбиғәт уларға көс, дәрт бирә.
– Һеҙҙең өсөн тормош ҡәҙере, мәғәнәһе нимәлә?
– Был һорау өҫтөндә ғүмерем буйы уйланам. Йәшерәк саҡта уға бигүк әһәмиәт тә биреп еткермәгәнмендер, ә олоғая килә тормоштоң мәғәнәһе, ни өсөн йәшәүем, ниндәй файҙа килтереүем хаҡында йышыраҡ уйланам, яуаптар ҙа табам, ниндәйҙер хәҡиҡәт барлығына инанам. Кеше донъянан ҡәнәғәт булһын өсөн үҙ-үҙе менән килешеп йәшәргә тейеш. Ә быға башҡалар менән гармонияла булғанда ғына өлгәшелә. Кешеләргә аламалыҡ эшләмәү, алдашмау, хыянат итмәү, һәр эшеңде намыҫ менән башҡарыу ҙа тыныс күңел менән йәшәргә ярҙам итә. Тормошомдоң күпселек өлөшө Совет осорона тура килде, ул ваҡытта беҙ күберәк дәүләткә, йәмғиәткә файҙа килтереү тураһында уйлай торғайныҡ. Журналистика ла ошо тәғлимәткә, йәғни кешеләргә файҙа килтереүгә ҡоролғайны. Хеҙмәт кешеләре, игенселәр, механизаторҙар, металлургтар тураһында йыш яҙҙылар. Хәҙер замана үҙгәрҙе, ябай кешеләр тураһында яҙа һалып бармайҙар – бының менән ҡырҡа килешмәйем. Үҙәк гәзит-журналдар күптән инде был йүнәлештән алыҫлашҡан, уларҙа барыһы ла аҡсаға, сенсациялы яңылыҡтарға ҡоролған. Ә беҙҙең республика баҫмалары, тәү сиратта “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Кызыл таң”, “Республика Башкортостан”, “Вечерняя Уфа” гәзиттәре ошо кире тенденцияға нисек тә ҡаршы торорға, күберәк кешеләр тураһында яҙырға тырыша. Әммә был оҙаҡҡа барырмы – әйтеүе ауыр, сөнки глобалләштереү тигән төшөнсә ҡайһы бер халыҡтарҙың мәҙәниәтен, телен яйлап йота бара. Быларҙың барыһы ла хәүеф тыуҙыра.
– Элекке заманда, дөйөм алғанда, йәмғиәткә хеҙмәт итеү төп бурыс булған. Ә бөгөнгө йәштәр ниндәй ҡиммәттәрҙе беренсе урынға ҡуйып йәшәргә тейеш?
– Хәҙерге заманда уҡыу йортон тамамлаған йәш кеше, әлбиттә, яҡшы эшкә урынлашып, күберәк аҡса табып, үҙе өсөн уңайлы көнкүреш шарттары булдырырға тырыша. Был да мөһимдер. Әммә донъяның матди яғына ғына иғтибар бүлеү дөрөҫ түгел. Әгәр кешенең ҙур аҡса килтермәй торған ижади ынтылыштары, хыялдары бар икән, уларҙан һис ҡасан баш тартырға ярамай. Ғөмүмән, ижад аҡсалы өлкә түгел. Әммә кеше, хыялы була тороп уға ынтылмаһа, күпме генә аҡсаһы булмаһын, донъянан ҡәнәғәтлек алып, бәхетле йәшәре икеле. Әлбиттә, бөгөн тиҙерәк йорт, автомобиль, баҡса һатып алыу мөһимдер, әммә аҙаҡтан ул, хыялынан баш тартып, ниндәй ҙур юғалтыу кисергәнен аңлаясаҡ. Шуға күрә йәштәргә, һуңынан үкенмәҫ өсөн, бындай хата яһамаҫҡа кәңәш итер инем.
– Ғаилә – ул бәләкәй генә дәүләт. Һеҙ, ошо дәүләт башлығы булараҡ, балаларығыҙға ниндәй йүнәлеш, тәрбиә бирергә тырыштығыҙ? Ғөмүмән, һеҙ ниндәй атай?
– Ҡыҙым әйтмешләй, “беренсе һанлы атай” (көлә). Минеңсә, балаларҙы тәрбиәләргә, уларға өгөт-нәсихәт бирергә ынтылғансы, барыһын да үҙеңдең миҫалыңда күрһәтергә кәрәк. Балалар һәр ваҡыт атай-әсәйгә ҡарап, уларҙың ҡылыҡтарын һеңдереп үҫә. Шуға күрә тәү сиратта үҙеңде тәрбиәләү зарур. Тағы ла мотлаҡ үтәлергә тейеш бер ҡағиҙә бар: балаларыбыҙ беҙҙән бер-ике баҫҡысҡа юғарыраҡ үрләһен, тормоштоң үҫеше фәҡәт шунда сағыла.
– Бәхетле ғаилә сере менән дә уртаҡлашһағыҙ ине...
– Тәү сиратта үҙеңдең икенсе яртыңды табырға кәрәк. Берәүҙәр иртә табыша, икенселәр һуң өйләнешә, әммә өлөшөңә яҙған хәләл ефетеңде осратыу мөһим. Ә инде бер-береңде ихтирам итеү, яратыу, юл ҡуя белеү – улар барыһына ла билдәле хәҡиҡәт. Үҙ кешеңде осратып ҡына бәхетле булаһыңдыр. Был осраҡта тик йөрәгеңде тыңларға кәрәк.
– Тормошоғоҙҙағы иң бәхетле ваҡиға...
– Буласаҡ кәләшемдең миңә кейәүгә сығырға ризалыҡ биреүе, ҡыҙым, улым, аҙаҡ ейәнем тыуыуы – иң бәхетле мәлдәрем. Ейәнем тыуғанда үҙемдең бер ҡасан да үлмәйәсәгемде аңланым, сөнки минең уйҙарым, хистәрем, рухым улымда, ейәнемдә, уның балаларында – артабан шул рәүешле дауам итәсәк. Шулай итеп, тормоштоң мәңгелек булыуына инандым.
– Ә күңелһеҙ мәлдәрҙә ҡайҙан йыуаныс табаһығыҙ?
– Баянымды алам да уйнай башлайым (көлә). Урманға барыу, балыҡҡа, бәшмәккә йөрөү, йылға аҡҡанын тыңлау ҙа йәнгә тыныслыҡ бирә. Ғөмүмән, тәбиғәткә яҡыныраҡ булырға тырышам. Ҡатынымдың тыуған яғы – Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылына йыш ҡайтып йөрөйбөҙ.
– Алик Фәйез улы, Йылҡы йылына ниндәй өмөт бағлайһығыҙ?
– Һуңғы осорҙа күп кенә республика баҫмалары финанс яҡтан ҡыйынлыҡ кисерә, тираждары ла кәмей. Йылдан-йыл Интернет гәзит-журналдарҙы ҡыҫырыҡлай килә, шуға күрә баҫма матбуғаттың киләсәге бигүк яҡшы түгел. Хеҙмәт эшмәкәрлегемде гәзиттә башлағанға күрә, үҙемде ғүмерлек матбуғат кешеһе тип һанайым, шуға күрә әлеге мәсьәлә ифрат борсой мине. Уны хәл итеү өсөн дәүләт кимәлендә ниндәйҙер саралар күрелергә тейеш. Яңы йылда барлыҡ республика баҫмаларына йөҙөн һаҡлап ҡалыуын, сәскә атыуын, дуҫтарының ишәйеүен теләйем! Шулай уҡ күңелһеҙ хәлдәр, насар хәбәрҙәр әҙерәк булһын һәм беҙгә, журналистарға, үҙебеҙҙең уҡыусыларға күберәк яҡшы яңылыҡтар еткерергә яҙһын.
Дөйөм алғанда, ат – эшһөйәр мал, уны барыһы ла ярата: унда һомғоллоҡ та, көс тә, матурлыҡ та бар. Беҙҙең халыҡ өсөн йылҡы айырыуса әһәмиәткә эйә, элек-электән башҡорттоң уң ҡанаты, тоғро дуҫы һаналған. Башҡорт аты үҙенә күрә республиканың символына ла әүерелде. Шуға күрә Йылҡы йылы Башҡортостан өсөн уңышлы, яҡшы булыр тип уйлайым.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Яңы йылда ижади уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521