Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер шатлыҡты ике итеп йәшәүселәр
Бер шатлыҡты ике итеп йәшәүселәрНиндәй генә ауырлыҡ кисерһәләр ҙә, яҙмыш һынауҙары алдында баш эймәйенсә, тормошҡа ҡыуанып йәшәгән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Аҙнай ауылынан Рәсимә менән Әбүзәр Сөләймәновтар ҙа барына шөкөр итеп, бер шатлыҡты ике итеүселәрҙән.

Өлкән быуын кешеләренә хас булғанса, улар йыш ҡына хәтер йомғағын һүтеп, үткәндәрен барларға ярата. Ә хәтирәләр ирекһеҙҙән йәшлеккә, ҡәһәрле һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға алып ҡайта.
Ереклекүл ауылының урта хәлле крәҫтиәне Ғәлләметдин, репрессияға эләгеп, алты балаһы менән Кемерово өлкәһенә ебәрелә. Атаһына тағылған мөһөр балалар яҙмышында ла сағыла. “Ғаиләбеҙ менән подвалда торҙоҡ, атайыбыҙ шахтала эшләне. 1939 йылда тыуған ауылыбыҙға ҡайтып, бер кешенең йортонда йәшәй башланыҡ. Үҙебеҙгә йорт һалып индек, тик һуғыш сыҡҡас, атайымды хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар. Атай-әсәйем ғәрәп телендә хат алышыр ине. Яҙған йырҙары әле һаман күңелдә һаҡлана.
Поезда барабыҙ,
Төшөп һыуҙар алабыҙ,
Ҡайҙа беҙгә рәхәт көндәр,
Ут эсенә барабыҙ”,

– тип хәтирәләрен барлап, һамаҡлап та күрһәтә Рәсимә инәй. Тик ғаилә башлығының Смоленск фронтындағы алыштарҙың береһендә һәләк булыуы тураһындағы хәбәр осрашыуға булған бөтә өмөттө өҙә. Әсәһе менән бер ҡатарҙан донъя йөгөн тартҡан балаларға ла еңелдән булмай.
“…Яҙ тырмаға сығыр ваҡыт етте. Инәйемә һыйырҙы егергә ҡуштылар. Бер-ике малайға сыбыртҡы тоттороп, киреләнгән малдарҙы һыҙырырға бойоролдо. Балаларым аслыҡтан үлә, һыйырыма һуҡмағыҙ тип инәйем кеүек ҡатындар сыр-сыу килә, беҙ ҙә ҡушылып илайбыҙ. Күп ғаиләләр астан ҡырылғанда, беҙ һыйыр ағы менән генә иҫән ҡалдыҡ. Сараһыҙҙандыр инде, хатта оя баҫып ултырған ҡаҙҙы ла һуйып ашаныҡ. Мәктәптән ҡайтабыҙ ҙа, баҫыуға, колхоз эшенә китәбеҙ. Ә кис кәрәсинле лампа яҡтыһында төн буйы сүс иләйбеҙ, киндер һуғабыҙ, унан күлдәк-ыштан тегәбеҙ. Өй һайын унар тоҡ әҙерләп бирергә ҡушылды”, – тип балалыҡтан иртә сығарған йылдарҙы әрнеү менән иҫкә ала Рәсимә инәй.
Атаһы вафат булғанда дүрт йәшендә генә ҡалған Әбүзәр Йосоп улы ла һуғыш михнәттәрен үҙ башынан үткәргән. Ун ике йәшенән ФЗО-ға алынған. Быуыны ла ҡатмаған килеш Свердловскиға торф сығарыу эшенә оҙатылған, Белореттағы һөнәрселек училищеһында уҡыған. Ашау наҡыҫлығынан, эштең ауырлығынан ҡасып ҡайтҡан үҫмерҙе тотоп алып, ҡабаттан “Дим” станцияһына тимер юл һалыу эшенә оҙаталар. Әҙәм сыҙағыһыҙ көнкүреш шарттарына түҙмәйенсә, ул иптәштәре менән ҡасырға ниәтләй. “Брикет ташый торған тауар вагонына инеп яттыҡ. Күмер саңы осоуҙан бөтәбеҙ ҙә ҡап-ҡара булып бөткәнбеҙ, кейемдәребеҙ әҙәм ҡарағыһыҙ. Һуғыш осоро булғанлыҡтан, вагонды оҙатыусыларҙың күбеһе – өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ. Улар беҙгә сүплектән иҫке-моҫҡоно алып кейергә ҡушты. Шулай ҡайта торғас, үҙебеҙҙең станцияны үтеп киткәнмен. “Абдуллин”да ғына төштөм дә, артабан йәйәүләп, бәрәңге сәскән ваҡытҡа ҡайтып еттем. Ауылда ла хәлдәр шәптән түгел, халыҡ аслыҡтан ҡырыла ине. Үлән йыйырға барһаҡ, ситән буйында кеше үлеп ята. Мал соҡоро һымаҡ ҡәбер ҡаҙып, бер нисәүһен бер юлы күмерҙәр ине. Зыяратҡа барған һайын шуларҙы иҫләп илайым”, – тип, халыҡты ҡан-йәш түктергән осорҙо иҫкә ала уҙаман.
Йәшлек мөхәббәтһеҙ булмай, хатта юҡлыҡ заманда ла һөйгән йәрҙәр ҡауышып ғаилә ҡора. Алыҫ Көнсығышта, Корея сигендә дүрт йыл һалдат бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан Әбүзәр ағай Ереклекүл һылыуын кәләш итеп ала. Ғаиләлә бер-бер артлы алты бала тыуа, ул заманда хәҙерге ваҡыттағы кеүек декрет ялында ултырыу мөмкинлеге булмай.
Үҙҙәренә иш булырҙай, тырыш, ғәҙел өс ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә улар. Ир менән ҡатын ҡара таңдан фермаға йөрөй. Береһе быҙау ҡараһа, икенсеһе йылҡы көтә. Халыҡта эшенә күрә – хөрмәте, тиҙәр. Юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хеҙмәткәр булараҡ, Әбүзәр Йосоп улы оҙаҡ йылдар беренселәр сафында бара, ике тапҡыр Өфөгә алдынғылар съезына ла саҡырыла. Мал йәнле Әбүзәр ағай, хаҡлы ялға сыҡҡас та, аттарынан айырыла алмай, эшләүен дауам итә. Ауыл уңғандарының хеҙмәте күп һанлы маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланған. Ә Рәсимә апайҙың һуҡҡан балаҫтары, сигеүле мендәрҙәре йәшлеген хәтерләтеп, өйөнә нур-йәм биреп тора.
Хеҙмәт ветерандары әле лә йәшәрен йәшәгәнбеҙ, тейерен эшләгәнбеҙ, беҙҙән бурыс төшкән тип ултыра торғандарҙан түгел: баҡса үҫтерәләр, һарыҡ аҫрайҙар, ауыл тормошонан да ситтә ҡалмайҙар. Икеһе лә йор һүҙле, алсаҡ. Хужабикә Ислам тәғлимәттәренә инанып йәшәй, шиғырҙар ижад итә. Уны йыш ҡына мәҙәни сараларға саҡыралар. Үҙе теккән елән, балитәкле күлдәген кейеп, инәй шиғыр-бәйеттәрен уҡып ишеттерә, йәш быуынды халыҡ йолалары менән таныштыра. Шәжәрә байрамында ла ырыу ағасын барлау өсөн тирмә ҡороп, үҙ нәҫелен ҡорға йыйҙы Сөләймәновтар. 12 ейәнсәрле, 12 бүләсәрле бай өләсәй менән олатай улар бөгөн. Сөләймәновтарҙың нәҫел-нәсәбе шәжәрәне теркәүҙе дауам итә.
Ауыр йылдар шауҡымы сәстәрен ағартып, маңлайҙарына бураҙналар һалһа ла, ғүмер көҙөндә күңелдәре көр уларҙың. Тормош һуҡмағынан бергә атлауҙарына 60 йыл тулырға ла ҡул һуҙымындай ғына ваҡыт ҡалған.
“Балалар, ейәндәр ҡыуанысынан да ҙур шатлыҡ юҡ. Улар ҡайтыу менән өйөбөҙҙөң түренә фәрештәләр ҡунғандай. Ғүмер аҡҡан һыу кеүек үткән дә киткән. Ә йәштәргә бер-береһен рәнйетмәйенсә, юҡ-барға тауыш сығармайынса, үҙ-ара татыу ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ”, – ти шатлыҡ менән ғүмер итеүсе Сөләймәновтар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523