Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡан-ҡәрҙәштәрҙе рух йәшәтә
"Башҡортостан" гәзите аҫаба ерҙәре менән сит өлкәләрҙә ҡалған ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең хәле, көнкүреше, проблемалары тураһында даими яҙып бара. Күптән түгел редакцияла Һамар, Һарытау өлкәләрендә йәшәгән һәм, ошо ерлектән сығып, бөгөн Өфөлә ғүмер иткән бер нисә вәкил ҡунаҡта булды. "Түңәрәк өҫтәл" янына ултырып, кәңәш ҡороп һөйләшеп алдыҡ.
Ҡунаҡтар менән таныштырайыҡ: Ғәбделхәй Усманов, Һамар башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы; Дауыт Шәмғунов, Һамар һәм Һарытау башҡорттарының Өфөләге яҡташтар клубы рәйесе; Миңғәзим Мәмбәтов, Һамар башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы; Кинйәбикә Исламғолова, Башҡортостандың халыҡ артисы, сығышы менән Һарытау өлкәһенән.


— Һүҙҙе хәл-әхүәл һорашыуҙан башлайыҡ. Һамар, Һарытау өлкәһендә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙҙең бөгөнгө хәле нисек? Ҡыйыныраҡ булһа ла ошондай ҙа һорау ҡуяйыҡ: ата-бабаларының аҫаба ерҙәре менән йәштәргә "диаспора" хәлендә ҡалыу ҡурҡынысы янамаймы? Киләсәккә лә күҙ ташлайыҡ...

Ғәбделхәй Ғәзиз улы УСМАНОВ, Һамар башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы:
Ҡан-ҡәрҙәштәрҙе рух йәшәтә— Һамар өлкәһендә бөгөн 8 меңләп башҡорт йәшәй. Хәҙер улар, нигеҙҙә, ҡалала ғүмер итә, сөнки ауылдарҙа йәштәр бик аҙ ҡалды. Колхоз-совхоздар бөттө. Шулай булһа ла, беҙҙең яҡ халҡын рух йәшәтә. Ырғыҙ мәктәбендә башҡорт теле уҡытыуҙы алып ҡала алдыҡ. "Ырғыҙ" гәзите сығып килә. Сәлимә апай Игенбәтова-Краснова "Мы — башкиры" тигән журнал баҫтыра. Беҙҙе, башҡорттарҙы, әҙ булһаҡ та, төбәгебеҙҙә беләләр, хөрмәтләйҙәр. Ғөмүмән, Һамар өлкәһендә 130 милләт вәкиле йәшәй. Ҡала етәкселеге кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙа. Тик ятмайбыҙ — эшләйбеҙ, Аллаға шөкөр.
— Йәштәр менән эшләү мәсьәләһе нисек ҡуйылған? Белеүебеҙсә, бар тырышлығығыҙ эшҡыуарҙар аша алып барыла. Нисек кенә булмаһын, айырым милли республикалағыса, "тегеһе кәрәк ине, быныһы" тип "өҫкә" йүгерә алмайһығыҙ...
— Эшҡыуарҙар беҙҙә көслө. Унан да бигерәк, аралашып, бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәйбеҙ. Йәштәргә килгәндә, өсөнсө йыл улар өсөн айырым һабантуй үткәрҙек. Кәрәлек, Ырғыҙ буйынан сыҡҡандарҙы йыйҙыҡ. Бында улар аралашып танышты. Хатта бер пар һуңынан ҡауышты ла. Ҡалала "Ләйсән" фольклор-бейеү ансамблебеҙ бар. Уға Рәүҙә Шәймәрҙәнова етәкселек итә. Яңыраҡ Башҡортостанға — "Байыҡ"ҡа килеп, уңышлы сығыш яһап ҡайттылар.
Ырғыҙ ауылындағы футбол командаһы тураһында ла әйтмәү мөмкин түгел. Заһретдин Туғыҙбаев етәкләгән, тренеры Таһир Ғөбәйҙуллин булған "Ырғыҙ" командаһы районда беренселекте бер кемгә лә бирмәй. Әйткәндәй, команда урта йәштәгеләрҙән йәштәргә күсә бара — үҙенсә күсәгилешлек булдырылған.
— Ырғыҙ, тигәндән, ул ауыл хәҙер ошо яҡ башҡорттары өсөн мәҙәни үҙәккә әйләнеп бара. Ә бит Ырғыҙҙың тарихы башҡа башҡорт ауылдарынан күпкә ҡыҫҡараҡ...

Дауыт Вәдүт улы ШӘМҒУНОВ, Һамар һәм Һарытау башҡорттарының яҡташтар клубы рәйесе, Өфөләге 114-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы:
Ҡан-ҡәрҙәштәрҙе рух йәшәтә— Уға сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү ваҡытында ғына нигеҙ һалына. Уны тәүҙә "Белые базы" тип йөрөтәләр. Фермалары, торлаҡтары аҡ таштан һалынғайны. Һуңынан "ферма" ғына тинеләр. 1972 йылда мәктәп асҡанда ауылдың исеме лә юҡ ине. Дәфтәр тышына "3-сө бүлексә" тип яҙа торғайныҡ. 50-се йылдарҙа ғына төҙөлә башлаған ауылға халыҡ артабан "Ырғыҙ" тип матур исем бирҙе. Элек дүрт башҡорт ауылы балалары Украинка мәктәбенә уҡырға йөрөй ине. Мәктәп төҙөлгәс инде, Ырғыҙға килә башланылар. Мәктәпте төҙөтөүҙә Диңгеҙбай ауылынан сыҡҡан күренекле шәхес, Башҡортостандың элекке мәғариф министры Фатима апай Мостафинаның тырышлығын билдәләмәйенсә булмай.
— Фатима Мостафина — Башҡортостан мәғарифы, ғөмүмән, башҡорт донъяһы өсөн күп көс һалған шәхес. Тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы һеҙҙең тарафта ниндәй саралар үткәрелде?
— Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында балалар, башҡорт теле уҡытыусылары, зыялылар йыйылып, ғилми-ғәмәли конференция уҙғарҙы. 20 декабрҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сара үткәрелде. Һамар башҡорттарынан ун кеше ҡатнашты, сығыш яһаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең яҡта бер нәмә лә әҙерләмәнеләр. Шул уҡ Ырғыҙ мәктәбенә шылтыратып белдем. Уларҙы ла бында саҡырмағандар. Фатима апайҙың туғандары ауылда юҡ, күсеп бөткәндәр.
— Дауыт ағай, Һәҙиә Дәүләтшинаның ауылы Хәсәндә бөгөн төп халҡынан бер ғаилә, күсеп килгән тағы бер ғаилә генә йәшәй. Ә бына Диңгеҙбайҙың хәле нисек?
— Диңгеҙбайҙа 40-лап йорт ҡалған. Башланғыс мәктәп бар ине, уны ике йыл элек ремонтҡа тип япҡайнылар, йүнәтмәйҙәр ҙә, эш тә бармай. Дүрт баланы хәҙер Ырғыҙға автобус йөрөтә. Уҡытыусылары ла шунда бара. Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ине лә бит.
Йәштәр ҡалаға китә лә байтағы ҡабат ҡайта. Гел генә фатирға төшөп, аҡса түләп тороп ҡына йәшәп булмай бит. Вахта ысулы менән Һамарҙа, башҡа ерҙә эшләп ҡайталар. Тыуған ауылым Бөрйәнгә ҡарағанда, Диңгеҙбайҙа йәштәр күберәк. Һәр хәлдә, уның киләсәге бар.
Фатима апай Мостафина һуңғы тапҡыр 1994 йылдың июлендә ҡайтты. 93-тә, "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында юбилейын үткәргәндә, ул тыуған ауылында ла буласағы тураһында әйткәйне. Ҡайтҡас, халыҡ менән әллә нисә ауылда осрашты. Артистар, яҙыусылар алып килгәйне. Халыҡ, нисәмә йыл үтһә лә, күптән эшләмәһә лә, уны "министр Фатима", "беҙҙең министр" тип кенә ҡабул итте, шулай яратып, телгә алып йөрөнө. 1971 йылдан — 25 йыл — министр булмаһа ла, халыҡ өсөн ул гелән "министр" булып ҡалды. Беҙҙең яҡ өсөн, балалар уҡытыу булһынмы, башҡа мәсьәләме — һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Алда әйткәнемсә, Фатима апай Мостафина Ырғыҙ мәктәбе төҙөлөшөнә лә үҙ өлөшөн индерҙе, сөнки дүрт башҡорт ауылынан балалар Украинкаға йөрөп, интернатта тороп уҡый ине. Әле исеме лә булмаған, урталыҡта торған, бәләкәй генә совхоз бүлексәһенә ҙур мәктәп ултыртып ҡуйып, оло эш башҡарҙылар. Башҡорт балаларына үҙ мәктәптәре булдырылды. Бөгөн унда ғына бер сәғәтлек программа буйынса туған тел өйрәнелә. Бына нисә йыл инде унда башҡорт теле дәрестәрен Мәфтуха Ибәтуллина алып бара, төрлө саралар үткәрә.
— Сара тигәндән, йәшерен-батырыны юҡ, хәҙер ҡайҙа ғына барып төртөлмә — аҡса кәрәк. Был йәһәттән эшҡыуарҙар ҙур ярҙам күрһәтә, тинегеҙ.

Миңғәзим Буранбай улы МӘМБӘТОВ, "Туҡ" төҙөлөш ойошмаһы директоры:
Ҡан-ҡәрҙәштәрҙе рух йәшәтә— Ярҙам күрһәтеү бер булһа, беҙҙең башҡорт эшҡыуарҙары һәр сараның уртаһында ҡайнай, йәғни туранан-тура ойоштороусы ла. Үҙем Ырымбурҙан, Туҡ буйынан, эшем — Ырғыҙҙа, тип шаяртам гелән. Беҙҙең яҡтар оҡшаш бит. Тыуған ауылымды беҙҙең халыҡ Егәнек ти, паспорт буйынса — Абдульево. Һамарҙа төҙөлөш институтын тамамлап, төрлө ойошмаларҙа эшләнем. Дуҫым менән тәүҙә төҙөлөш бригадаһы төҙөнөк, һуңынан — ойошма. Хәҙер канау ҡаҙыйбыҙ, һыу торбаһы һуҙабыҙ, ҡала инфраструктураһын төҙөкләндереү буйынса эшләйбеҙ. Эш етерлек ине. Һарытауҙа өлкә һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары төҙөлгәс тә барғайным, хәҙер барлыҡ эштең уртаһындамын. Башҡа эшҡыуарҙар менән аралашып йәшәйбеҙ, ниндәй генә сара булмаһын, ситтә ҡалмайбыҙ.
— Һамар башҡорттары ниндәйҙер кимәлдә зыялыларҙың, башҡа шәхестәрҙең иғтибар үҙәгендә булған әле. Ә бына Һарытау өлкәһендә йәшәүсе ҡәрҙәштәребеҙ нисектер ситтәрәк ҡала килгән. Был йәһәттән башҡараһы эш етерлек. Яҡташтар клубы төҙөлгәс, өмөт осҡондары ялҡынланыр, тибеҙ...

Кинйәбикә Бастай ҡыҙы ИСЛАМҒОЛОВА, Башҡортостандың халыҡ артисы:
Ҡан-ҡәрҙәштәрҙе рух йәшәтә— Беҙҙең яҡты Ырғыҙ-Кәмәлек-Кәрәлек буйы башҡорттары тип йөрөтәләр. Мин шуларҙың Кәмәлек буйынан, Һарытау өлкәһенең Перелюб районынан булам. Ауылдың исеме Ҡатай тип атала, хәҙер Күсембай тип йөрөтәләр. Ишембай ауылында үҫкәнмен, әле ул юҡ. Башҡа ауылдар йәшәй әле.
Яҡташтар клубын ойоштороу тураһында ҡәрҙәштәрем менән күптән уйлай инек инде. Силәбе, Свердловск, Пермь, Ырымбур һәм башҡа төбәктәрҙеке бар бит. Беҙ ҙә ойошоп, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшергә, тыуған яҡтағыларҙы ҡулдан килгәнсә хәстәрләргә кәрәк ине, тигән уй менән янып йәшәнек. Ниһайәт, яңыраҡ клуб төҙөнөк, рәйес итеп Дауыт Шәмғуновты һайланыҡ. Мин уның урынбаҫары булып, Һарытау башҡорттары буйынса эшләйәсәкмен.
Әлбиттә, элек тә тик ятманыҡ. Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң концерт алып ҡайтып ауылдарҙа йөрөп сыҡтыҡ. Һамарҙа ла, Һарытауҙа ла бөтә башҡорт ерен иңләнек. Аҙаҡ артистар үҙҙәре бара башланы.
Мин үҙем башҡорт телен уҡып үҫмәнем, шулай ҙа урыҫса балалар китабын башҡортсаға әйләндереп һөйләй торғайным. Фәриҙә Ҡудашева, Илфаҡ Смаков, Илһам Шакиров йырҙарын йотлоғоп тыңлай инек. Ҡарт инәйемдәр Башҡортостанға әүлиә зыяратына бара торғайны, тоҙ өшкөртөп алып ҡайталар ине. Башҡортостан беҙҙең өсөн изге, рухи шишмә сығанағы булды.
Бер генә миҫал. Суверенитет иғлан иткәс, туған телгә ҡараш үҙгәрҙе, халыҡтың үҙаңы күтәрелде. Беҙҙең яҡтарҙа ла шулай булды. Балаларҙы башҡортса уҡытырға кәрәк, ә уҡытыусылар юҡ, булһа ла бөтә программа урыҫса. Бында кадрҙарҙы өҫтәмә уҡыталар ине. Унда инде тарихсы, һәүәҫкәр артистар, ҡыҙым менән үҙем, Рәсүл Ҡарабулатовтың студент сағы — тағы киттек Һарытауға. Халыҡ, уҡытыусылар менән һөйләштек, бер нисә кешене Өфөгә туған тел буйынса уҡытырға ебәрҙек. Шул хәл булды. Ысынлап та, уҡытыусылар килеп, башҡорт телен башланғыс кластарҙа өйрәтә башланы. Был ҙур аҙым булды...
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер күп ерҙәрҙә изге эш туҡтап ҡалды... Ләкин һеҙҙең баһалап бөткөһөҙ эшегеҙ эҙһеҙ юғалмаҫ, балаларҙы туған телдә уҡытыу киләсәктә Рәсәй мәғариф тармағының төп йүнәлеше булыр, тип ышанғы килә. Хәҙер иһә яҡташтар клубына ҡайтанан күсеп, яҡындан пландарға аҙ ғына ҡараш ташлайыҡ.
— Клуб төҙөлә генә бит әле. Шулай булғас, ойоштороу эштәрен атҡараһы, йүнәлешен билдәләйһе бар. Йәштәрҙе ылыҡтырырға, уларға ярҙам итергә кәрәк. Беҙҙең яҡтан сыҡҡан егет-ҡыҙҙарҙы уҡытыу мәсьәләһе лә тора. Ҡыҫҡаһы, эш күп әле.

Дауыт ШӘМҒУНОВ:
— Яҡташтар клубы бик кәрәк. Беҙҙең бында нисек эшләүебеҙ, йәшәүебеҙ тураһында "Ырғыҙ" гәзитендә мәҡәләләр биреп барасаҡбыҙ, Һамар, Һарытау өлкәһендәге яҡташтар тураһында бында яҙышып торасаҡбыҙ — бәйләнеш булдырыу кәрәк. Элек Өфөгә уҡырға, эшкә күпләп киләләр ине. Бөгөн дүрт бала ғына белем ала: икәүһе — художестволы, икәүһе — музыкаль гимназияла. Быйыл ғына ике ҡыҙыбыҙ кире ҡайтып китте. Ни өсөн шулай? Менталитет башҡамы? Элегерәк уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу өсөн шунда бара торғайнылар. Хәҙер йөрөмәһәләр ҙә, уҡытыусылар йыл һайын үҙҙәре килеп, белем ала. Яҡташтар клубын төҙөгәндә, күберәк 60 – 70 йәштәгеләр килде. Йәштәр аҙыраҡ. Шуға йәштәр менән эшләү бүлеге лә булыр, тибеҙ.
— "Афарин!" тип, Һеҙгә уңыштар, Аллаһы Тәғәләнең "Амин" тигәненә тура килеп, уй-ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйек. Киләсәктә тағы осрашырға, һөйләшергә насип итһен...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521