Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ
Үткән эшкә — салауат, ти халыҡ. Ләкин журналист халҡы — үҙ уҡыусылары алдында һәр саҡ яуаплы, ҡағыҙ битенә бер һүҙ яҙғас та, “быға ҡарата ни әйтерҙәр икән?” тип шөбһәләнергә яратҡан һөнәр эйәһе. Шуға күрә тарихта тороп ҡалырға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалған йылда “Башҡортостан” гәзите коллективының ниҙәр башҡарғанына ҡыҫҡаса байҡау яһарға ваҡыт етте.

2013 йылдың тәүге һанында “Быйыл беҙҙе ниҙәр көтә?” тигән һөйләм менән башланып киткән мәҡәлә донъя күргәйне. Аллаға шөкөр, ғүмер булғас ни, беҙҙе көткән хәл-ваҡиғаларҙың нисек булып уҙғаны хәҙер ап-асыҡ билдәле. Һанай башлаһаң, алдан фаразланған һәм көтмәгәндә килеп сыҡҡан ваҡиғалар иҫ киткес күп. Гәзит уларҙың иң әһәмиәтлеләрен һәр саҡ яҡтыртып барырға, күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышты. Был осраҡта беҙ ҡайһы бер “һары матбуғат” баҫмалары кеүек байҙарҙың нисек шашып ҡыланыуы тураһында түгел, ә халыҡтың аһ-зары, ауылдарыбыҙҙың киләсәге, туған телебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙҙең бөгөнгө хәле, тыуған тупрағыбыҙҙың яҙмышы, милләттең дөйөм матди хәле хаҡында үҙ йөрәгебеҙ аша үткәреп яҙҙыҡ.
Йылан йылы, әлбиттә, бик еңелдән булманы, бәлә-ҡаза ла урап үтмәне.
Белорет районының Ғәбдөк ауылын һәм Әбйәлил районы ауылдарын һыу баҫыуы гәзит хәбәрселәрен ҡулдарына ҡәләм алырға ғына түгел, йорт-ерһеҙ ҡалған милләттәштәренә донъя кәрәк-ярағы тейәп алып барырға ла мәжбүр итте. Ошо хәйриә акцияһының нисек уҙыуы тураһында һеҙ гәзиттең май һәм август һандарында уҡынығыҙ. Халыҡта әле рух һүнмәгән, бәлә-ҡаза килгәндә ул бер көс булып туплана ла белә! Был акция аша беҙ шул ҡанундың онотолмауын бөтә республикаға күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ та инде.
Ә шулай ҙа тормошобоҙҙа шатлыҡлы ваҡиғалар бик күп булды. Мәҫәлән, гәзит тарихында беренсе тапҡыр Мәләүез ҡалаһында “Башҡортостан” гәзите кубогына һәм приздарына милли көрәш буйынса асыҡ турнир үткәрелде. Уны халҡыбыҙҙың милли йолаларын һаҡлап ҡалыу ниәтендә генә түгел, ә милли рухты һүндермәү, сәләмәт йәшәү өлгөһөн пропагандалау маҡсатында ла ойошторҙоҡ.

Һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ. Ғөмүмән, хәҙерге заман иҡтисадында егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ. “Һөнәрмән” конкурсы шуны иҫтә тотоп үткәрелде лә инде. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа йәшәгән алтын ҡуллы оҫталар тураһында гәзит даими яҙып торҙо. Халыҡта ниндәй генә һәләт эйәләре юҡ! Беҙ уларҙың бер өлөшөн генә күрһәтә алдыҡ. 10 декабрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры оҫталар йыйынынан гөр килеп торҙо: бында “Башҡортостан” тарафынан ойошторолған конкурстың йомғаҡлау өлөшө үткәрелде, жюри билдәләгән һөнәрмәндәр төрлө бүләктәр менән дәртләндерелде, улар хөрмәтенә йыр-бейеүҙәр башҡарылды. Ҡыҫҡаһы, республикабыҙҙа тәүге тапҡыр уҙғарылған оҫталар конкурсы быйыл “Башҡортостан” гәзитенең төп проекттарының береһе булды. Маҡсатыбыҙ — ата-бабаларыбыҙ мираҫын – кәсепселекте тергеҙеү, артабан үҫтереү һәм һөнәрмәнлек кимәлен күтәреү. Һөнәрле бай булмаһа ла, мохтаж да булмай, тиҙәр. Хәҙерге заманда күптәр ауылдары өсөн был — үтә лә мөһим шарт.
Хәҙерге ауыл һәм ҡасабаларҙа халыҡтың нисек йәшәүе урындағы властың эшмәкәрлегенә бәйле. Был мәсьәләгә ҡарата гәзит бер ҡасан да битараф булманы. Ә быйыл ошо өлкәгә айырым иғтибар бүлергә булдыҡ һәм шул нигеҙҙә “Хакимиәт башлығының бер көнө” тигән рубрикабыҙ барлыҡҡа килде. Нимә менән мәшғүл район хакимиәте башлыҡтары? Шуны асыҡлау ниәтендә беҙҙең журналистар Бөрйән, Ауырғазы, Дәүләкән, Федоровка, Мәләүез, Ҡыйғы һәм башҡа райондарҙа хакимиәт башлыҡтарының эшмәкәрлеген яҡтыртты.
Һанай китһәң, байтаҡ ҡына эш башҡарылған. Гәзиткә яҙыуҙан тыш, беҙҙең коллектив йәмәғәт эшендә лә әүҙем булырға тырышты. Дәүләкән һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында ағас ултыртыу, күл, шишмә буйҙарын таҙартыу – Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына индергән өлөшөбөҙ. Гәзит тарихында беренсе тапҡыр республикабыҙҙың Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында журналистар аллеяһы барлыҡҡа килде.
Киләһе йылда ла “Башҡортостан” гәзите үҙ уҡыусыларын төрлө социаль проекттар менән ҡыуандырмаҡсы. Ниндәй проекттармы? Быныһы әлегә сер. Тик шуныһы хаҡ: гәзитте даими алдырып уҡып барһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ. Иң мөһиме — халҡыбыҙ, республикабыҙ тарихын беҙ бергәләп яҙырға тейешбеҙ. Бары тик шул осраҡта ғына киләсәгебеҙ яҡты, офоҡтарыбыҙ киң буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 316

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 1 014

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 216

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 308

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 128

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 359

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 102

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 412

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 392

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 333

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 365

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 283