Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНА
ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНАЕгерме икенсе дәрес

1. “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”
“Исламда ғаилә”

Ғаилә ҡороу — ифрат яуаплы эш. Ул уңышһыҙ килеп сыға икән, иң ҙур ауырлығы балаға төшә. IV класс уҡыусыһы теманы ауырыраҡ ҡабул итер, шулай ҙа ҡайһы бер төшөнсәләрҙе зиһененә һалып, күңеленә һеңдереп ҡуйыу яҙыҡ булмаҫ. Әйтәйек, мөхәббәт менән ғашиҡлыҡты бутамау. Был тойғоларҙың икенсеһе ваҡыт һынауын үтергә тейеш. Ошо хаҡта “Тормош һабаҡтары”ның уҡытыусылар өсөн ҡулланма китабында ентекле яҙылған. Ундағы Ятаған ҡарт биргән аҡыл тураһында ҡыҫҡа ғына итеп аңлатып бирергә кәрәк.
Ә мөхәббәт ғашиҡ булыуҙан ныҡ айырыла: ҡапыл тоҡанып, дөрләп ҡабына торған хис түгел. Ул ихлас, эскерһеҙ тойғонан, һөйөүҙән, бер-береңде ихтирам итеүҙән, донъяға уртаҡ ҡараштан, күңел берлегенән туплана. Ә Ислам динендә тап шундай сифаттарға өҫтөнлөк бирелә.
Ғаиләлә ихтирам, хөрмәт матди хәл менән үлсәнмәй. Татыулыҡ, һөйөү, хәстәрлек һәм башҡа шундай ҡиммәттәр — ҙур байлыҡ ул.

2. “Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре”

“Ғибәҙәт ҡылыу һәм изге урындар”

Диндарҙар өсөн изге урындарға барып ғибәҙәт ҡылыу ҙур мәртәбә һанала. Мәҫәлән, мосолмандар хажға бара: был — Исламдағы биш шарттың береһе. Балалар нығыраҡ аңлаһын өсөн темаға бәйле төп төшөнсәләрҙе дәфтәргә түбәндәгесә яҙҙыртыу һәйбәт булыр.
Христианлыҡ. Ғибәҙәт ҡылыу урыны — Ғайса ғәләйһис-сәләмдең тормошона һәм үлеменә бәйле ерҙәр. Пәйғәмбәр ерләнгән Йәрүсәлим ҡалаһындағы Господень Табуты иң мөһиме һанала.
Ислам. Мәккә. Ҡәғбә тирәһендә төҙөлгән мәсет. Икенсеһе — Мөхәммәт пәйғәмбәр ерләнгән урын. Мәҙинә ҡалаһы, Пәйғәмбәр мәсете.
Йәһүд дине. Изге урын — Йәрүсәлим ҡалаһы. Ундағы ҡорам, Илау Стенаһы.
Буддизм. Ғибәҙәт ҡылыу мотлаҡ түгел. Теләгәндәр иһә был ғәмәлде Һиндостанда үтәй ала. Бодхая. Буддаға асылыш килгән урын.

3. “Донъяуи этика нигеҙҙәре”

“Намыҫ һәм кешелек дәрәжәһе”

Дини тәғлимәттәрҙә был төшөнсә “иман” тип алына: иманлы, иманһыҙ, үҙ иманыңа хыянат, иманың ялдында яуаплылыҡ һәм башҡалар. “Урал батыр” эпосында һәм башҡорт халҡының башҡа төрлө әҫәрҙәрендә намыҫлы әҙәм балаһына “яҡшы” тигән баһа бирелә. Был һыҙат “кеше булыу” тип тә аңлатыла. Мәҫәлән,
Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ:
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
Нимә ул яҡшылыҡ һәм яманлыҡ? Был һорауға төрлөсә яуап биреп була. Уҡыусылар иһә дәфтәренә иң ҡыҫҡаһын яҙып ҡуйһын: яҡшылыҡ — үҙең һәм яҡындарың өсөн ҡылыр ғәмәлде башҡалар өсөн дә эшләү, яманлыҡ — үҙеңә һәм яҡындарыңа бер ваҡытта ла ҡылмаҫ ғәмәлде башҡаларға ҡарата эшләү.

Егерме өсөнсө дәрес

“Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”

“Атай-әсәй һәм балалар”

Баланы өй генә түгел, мөхит тә тәрбиәләй. Шуның өсөн “ата-әсә һәм бала араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәт беҙҙең ғаиләлә генәлер” тип уйларға ярамай. Ауырлыҡтарҙы алдан күҙаллап, бәләкәй генә мәсьәләләрҙе лә ваҡытында хәл итеп, аңлашып йәшәргә кәрәк. Был йәһәттән, әлбиттә, төп тәрбиәселәр — атай менән әсәй. Халҡыбыҙҙа “Бала менән бала булма” тигән бик фәһемле мәҡәл бар. Тимәк, һәр бер мәсьәләне сабый аҡылы менән түгел, ә уны аңлап, тормош тәжрибәһе аша хәл итеү мөһим. Балаларҙың күбеһе ата-әсәһенән серен йәшерә, үҙ эсенә йомола. Кисерештәрен кемгә һөйләргә белмәгәнлектән, уларҙың секталарға юлығыуы бик ихтимал.
Эшһеҙлек арҡаһында сит-ят тарафҡа сығып китеү ҙә ата-әсәне ғаиләнән ситләштерә, уларҙа балаларына ҡарата битарафлыҡ, һалҡынлыҡ барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта йәштәр араһында өлкәндәрҙең елкәһендә ятыу, бәлиғ булғас та, уларҙан ниҙер өмөт итеү күренештәре йышайҙы. Ошондай төрлө осраҡ тураһында яйы сыҡҡан һайын һөйләшеп, уҡыусының фекерен белеп, күңеленә яҡтылыҡ, өмөт, ышаныс осҡоно һала барыу мөһим.
Кеше ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, әҙер бәхет көтмәҫкә, тормоштан һабаҡ алып, үҙен ҙур тормошҡа әҙерләргә, һәр эште урын-еренә еткереп башҡарырға тейеш. Уҡыусыларҙың иһә әле төп эше — уҡыу, тәртип боҙмау, ҡулынан килгәнсә ата-әсәһенә ярҙам итеү, мөмкинлегенән, һәләтенән сығып, өҫтәмә белем алыу.
Атай-әсәй менән балалар араһында бәхәстәрҙең ҡуйырып китеүе лә ихтимал. Әммә үҙ ҡарашын иҫбат итергә тырышыу осраҡтарында йәш кеше өлкәндәргә тауыш күтәрергә тейеш түгел. Фекерҙе тыныс ҡына аңлатырға, ә инде был әлегә мөмкин булмаған осраҡта, ваҡытлыса кисектереп торорға кәрәк булыр. Тиҙ арала хәл ителергә тейешле мәсьәлә буйынса бәхәс килеп сыға икән, икенсе кеше аша һөйләшеү яҡшыраҡ. Борон башҡорттарҙа бындай “урталыҡ” хеҙмәтен еңгәйҙәр, ағайҙар башҡарған.

Хәҙис шәриф

Әсәһенең ҡарашында
Бала һәр саҡ өмөт күрер.
Балаһына ризыҡтарын
Ауыҙынан өҙөп бирер.
Ҡуйыны тулы иман ғына,
Күңеле тулы доға ғына.
Кем бурысын әсәһенә
Түләй алған тулы ғына?

2. “Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре”

“Байрамдар, иҫтәлекле даталар”

Үткән дәрестәрҙәге кеүек үк, был темаға бәйле төп төшөнсәләрҙе лә дәфтәргә яҙып ҡуйыу яҡшы булыр.
Йәһүд дине. Песах — йәһүдтәрҙең Египет ҡоллоғонан ҡотолоу тантанаһы. Байрам ете көн дауам итә, унда әсетеп бешерелгән икмәк ашау тыйыла. Шовоут — Муса пәйғәмбәргә ун ҡанун ебәрелгән көн. Унда ит ашау тыйыла. Хәнүкә — дошманды еңеү байрамы. Был сарала һигеҙ шәмдәл тоҡандырыла.
Христиан байрамдары. Раштыуа һәм Пасха. Был байрамдар — Ғайса пәйғәмбәрҙең тыуыу һәм терелеү көндәре. Пасхала ит-һөт аҙыҡтары тыйыла. Троица — Ғайса пәйғәмбәрҙең тәғлимәттәрен вәғәзләй башлаған көн. Ул христиан диненә нигеҙ һалыныу ваҡиғаһы булараҡ байрам ителә.
Ислам байрамдары. Иң ҙуры — Ҡорбан байрамы. Ул өс көн дауам итә. Мосолмандар бер-береһенең хәлен белешә, зыяраттарға бара. Ураҙа иһә ай буйы ураҙа тотҡандан һуң билдәләнә. Мәүлит байрамы — Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған көн.
Буддизм байрамдары. Иң ҙуры — Дончод — Будданың тыуған көнө. Ул ете көн дауам итә. Сагаалган — буддизмда Яңы йыл.
Темаға бәйле мәғлүмәттәрҙе VII класс өсөн тәғәйенләнгән “Тормош һабаҡтары” дәреслегенән алырға мөмкин.
3. “Донъяуи этика нигеҙҙәре”
“Намыҫлылыҡ”

Бөгөн бөтөн төшөнсәләргә лә аңлатма табып була: һүҙлектәр ҙә бар, әсбаптар ҙа байтаҡ. Эстетика, этика, логика, психология кеүек фән тармаҡтары — ҙур үҫеш юлында. Әммә бар нәмәнең дә башланған мәле була. Мәҫәлән, фәйләсүф Демокрит тәүгеләрҙән булып намыҫлылыҡ төшөнсәһен аңларға һәм уға аңлатма бирергә тырышҡан. Ә бит ул заманда был һүҙ бөтөнләй булмаған!
Намыҫлылыҡ — тәрбиәле кешене баһалай торған төшөнсә ул. Башҡорт халҡы уны бик юғары ҡуйған. Ирҙәрен, уландарын һуғышҡа оҙатҡан саҡта әсәйҙәр, ҡатындар иң элек: “Намыҫыңды һаҡла!” — тип теләк әйткән. Тимәк, был сифатыңды юғалтыу үлемдән ауырыраҡ ҡайғы һаналған. “Ул намыҫлы”, тип әйтәләр икән, тимәк, “бер һүҙле, һүҙендә торған, алдамай, ике йөҙлөләнмәй, уйлап эш итә һәм үткәндәре өсөн үкенесһеҙ йәшәй белгән, ышаныслы кеше” тигән фекер күҙ уңында тотола.
Ҡайһы бер кеше һүҙҙә генә намыҫлы булып ҡылана, асылда иһә һөйләгәненең киреһен эшләй. “Ҡоро намыҫ бит йырта”, тиҙәр ундайҙар тураһында. Тимәк, бындай холоҡ тиҙ беленә һәм йөҙҙө бысрата.
Темаға бәйле мәҡәлдәр: “Намыҫһыҙҙың ауыҙы алаптай, йөҙө ҡаптай”, “Ҡуянды — ҡамыш, ирҙе намыҫ үлтерә”, “Аҡлаһаң, мейестең ҡараһы бөтә, намыҫтың ҡараһын тиҙ генә бөтөрөп булмай”, “Намыҫ аҡсанан ҡиммәт”, “Намыҫ — йәштән, оят — баштан”, “Намыҫлы менән намыҫһыҙҙың юлы киҫешмәй”, “Намыҫлы кеше — ырыҫлы”, “Намыҫлы ир хур булмаҫ”, “Күлдәкте — яңы саҡтан, намыҫты йәш саҡтан һаҡлайҙар”, “Намыҫты юғалтыу — үҙеңде юғалтыу” һәм башҡалар.
“Урал батыр” эпосынан:
“Намыҫ тапар ир булһа,
Өмөтө булмаҫ көнөнән;
Ил быуынын һанаған
Көнөн айырмаҫ төнөнән:
Йыртҡыс булған йәндәргә
Ҡара төнө көн булыр,
Күҙе ҡалғыр байғошто
Төндә аулап, шат булыр.
Кешеләргә төн ине,
Һиңә яҡты көн ине.
Ҡалғып торған кешене,
Ҡырып, ҙур дан дауланың,
Кешегә дошман дейеүҙе
Үҙеңә дуҫ һайланың;
Кешенең ҡара төнөндә
Айы ҡалҡыр тимәнең,
Айы батһа, таң атып,
Көн балҡырын белмәнең”, тигән өҙөктө уҡығыҙ һәм намыҫын тапаған кешенең ниндәй хәлдә тороп ҡаласағы тураһында фекер алышығыҙ.
“Намыҫлы”, “намыҫһыҙ” тигән һүҙҙәргә синонимдар, темаға бәйле мәҡәлдәрҙең һәм әйтемдәрҙең береһен исем итеп алып, инша яҙығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521