Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаф тауына илткән сәфәр
Ҡаф тауына илткән сәфәрКәрәкле әйберҙәремде, фотоаппаратымды алып, уҙған йылдың 13 октябрендә үҙем үҙләштергән “автостоп” менән юлға сығып киттем. Татарстан, Ҡалмығстан һәм Кавказ республикаларында булып, уларҙағы хәл-әхүәлде, халыҡтың йәшәйешен үҙ күҙем менән күреп ҡайтыу, мәктәптәрҙә туған телдәрҙең ниндәй кимәлдә уҡытылыуын белеү ине ниәтем. Алдағы йылда алыҫыраҡ илдәргә барырға иҫәп — шуға әҙерлек тә булыр, исмаһам.

Татарстан

Иртәгәһенә таң менән Ҡазан ҡалаһында инем. Халыҡ үҙ мәшәҡәттәре менән ҡайҙалыр ашыға. Аҙыҡ-түлек магазиндарының алтаҡтаһына “ашам”, “ашамлыҡ” тип яҙылған. Сит телдәгеләре беҙҙәгенән аҙыраҡ. Ә бына транспортта водитель, кондуктор булып күберәген Тажикстандан килгән халыҡ эшләй. Элегерәк күршеләрҙә Кавказ, Урта Азия халҡы бик күренмәй торғайны.
Татарстандың Тарих һәм тел институтында булып, татар халыҡ яҙыусыһы Мөхәмәт Мәһәҙиевтең ҡыҙын күреп сыҡтым. Ҡасандыр был яҙыусының повестарын башҡортсаға тәржемә иткәйнем. Ул китап беҙҙә “Торналар төшкән ер” тигән исем менән донъя күрҙе.
Ҡаф тауына илткән сәфәрРеспублика Мәғариф министрлығының милли телдәр бүлегенә индем. Унда Пермдең Барҙа районынан килгән татар теле уҡытыусылары менән осрашыу бара ине. Бүлек мөдире Рәйеф Зиннәтуллин, төбәктә татар телен уҡытыу барышы менән таныштырып, артабан был эш буйынса күрһәтмәләр биреп, һәр уҡытыусыға дидактик материал, дисктар таратты. Миңә лә өлөш сыҡты. Әле юлымдың башы ғына булыуы сәбәпле, “татар мәғрифәтсеһе” Ризаитдин Фәхретдиндең императив китабын ғына алдым.
Рәйеф Зиннәтуллиндың әйтеүенсә, Татарстанда барса фәндәр татарса уҡытылған урта, тулы булмаған урта һәм башланғыс мәктәптәр бар икән. Урыҫ мәктәптәрендә иһә татар телен мотлаҡ рәүештә өс сәғәт өйрәнәләр.

Ҡаф тауына илткән сәфәрҠалмығстан

Волгоградтан сыҡҡас, бер нисә машинаны алыштырып, Ҡалмығстан сигенә яҡынлаштым. Мине еңел машинаһына ултыртып алған сираттағы юлаусым — йәш егет ҡалмыҡтар күпләп йәшәгән Кетченер районы үҙәгенә ҡайтып бара. Зоотехник булып эшләй икән. Минең Өфөнән һәм башҡорт булыуымды белгәс, шаҡ ҡатырғыс хәбәр әйтте. Волгоградта уға бер урыҫ: “Ҡол һатам, алып ҡайт”, — тигән. Ҡалмыҡ егетенә был ҡолдо — үҙенә оҡшаған, ҡыҫыҡ күҙле 45 – 47 йәштәр самаһындағы ирҙе күрһәткәндәр. “Ниндәй милләттәнһең?” — тип һорағас: “Мин — башҡорт”, — тип яуаплаған ул. “Ни менән бөттө был хәл, ниңә һатып алманың?” — тип һораным. “Зачем я у русского буду покупать такого же нацмена, как я!” — тине егет.
Кетченер ҡасабаһында ҡалмыҡ теле уҡытыусыларын эҙләп киттем. Бында бер урта мәктәп бар, әммә, ял көнө булыу сәбәпле, ҡалмыҡ теле уҡытыусыларының икәүһен дә тап итә алманым.
Унан мине йәш кенә ҡатын, йортона саҡырып, төшкө аш менән һыйланы. Ирина менән Николай исемле хужалар өс балаһына ла боронғо ҡалмыҡ исемдәрен ҡушҡан — Эрдем, Дельгер, Джалсан. Ә үҙҙәре туған телдәрен белмәй, урыҫса һөйләшә.
Кетченерҙағы элекке уҡытыусы, пенсионер Сергей Бюрюнович Минкеев менән һөйләшәбеҙ.
— Мәктәптәрҙә уҡытыу урыҫса, — тине ул. — Ҡалмыҡ теле һәр класта предмет булараҡ аҙнаһына өс сәғәт уҡытыла, имтихан тапшырыла. Тик туған телде өйрәнеү йылдан-йыл һүлпәнләнә. Ҡасандыр “һәр етәксе республикаға исем биргән халыҡтың телен белһен” тигән тәҡдим булғайны. Ләкин бындай закон ҡабул ителһә, юғарыла ултырғандарҙың күбеһе эшенән ҡолаҡ ҡағыр ине.
Биш сит телде белгән Кирсан Илюмжанов, 18 йыл Президент булып ултырһа ла, ҡалмыҡса һөйләшмәгән. Әлеге етәксе лә шундай икән. Егерме йыл элек Американан килгән римпоче ла (ислам динендә — мөфти) әле һаман ҡалмыҡса ла, урыҫса ла белмәй, дини йолаларҙы инглиз телендә алып бара.
“Телебеҙҙең юғалыу хәлендә ҡалыуы — ҡалмыҡтарҙың Сталин заманында 13 йыл буйы көсләп Себергә күсерелеүе һөҙөмтәһе”, — тип аңлатты әңгәмәселәремдең күбеһе.
Минеңсә, был халыҡтың үҙаңы үҫеп, тел, мәҙәниәт, тарихын күтәрерлек көслө юлбашсылары, етәкселәре барлыҡҡа килмәһә, 20 – 25 йылдан ҡалмыҡ теле бөтөнләй юғаласаҡ. Һәр хәлдә, Элистала, республиканың баш ҡалаһы булһа ла, ҡалмыҡса яҙылған алтаҡта, ҡалмыҡса һөйләшкән кешене күрмәнем. Гәзит һатҡан киосктарҙа барлыҡ матбуғат баҫмалары урыҫ телендә. “Хальмг унн” тигән гәзит ҡалмыҡ телендә сыға тип әйткәйнеләр. Тапманым.
Ҡалмығстанда икәнлекте ҡытай пагодаларына оҡшаған дини ҡоролмалар, ҡала үҙәгендәге транспорт туҡталыштары ҡыйығының шул пагода формаһында булыуы ғына иҫкәртә. “Халҡым” тип янған кешеләр ҙә ҡалмыҡ теленең һаҡланыуынан төңөлгән.

Дағстан

Дөйөм майҙаны 50,3 мең квадрат саҡрым булған Дағстан Республикаһында (Башҡортостандың өстән бер өлөшө тиһәң дә ярай) рәсми рәүештә — 32, ысынбарлыҡта 40-тан ашыу милләт вәкиле ғүмер итә. Һәр телдә бер нисә ауыл халҡы ғына һөйләшкәнлектән, дөйөм аралашыу теле урыҫса. Республикала 42 район, ун ҡала бар.
Сталиндың ҡаты ҡулына эләккән Кавказ халыҡтары, Себер, Урта Азияға көсләп күсерелһә лә, әсә телен онотмаған. Дағстан мәктәптәрендә белем биреү урыҫса алып барыла, туған телде аҙнаһына өс сәғәт уҡыйҙар. Өйҙәрендә — үҙ телендә, ә башҡа милләт вәкилдәре менән урыҫса аңлашалар.
Махачкалала оҙаҡ туҡталмайынса, Дербент ҡалаһына юлландым. Бөтә донъяға билдәле Дербент ҡәлғәһен ҡарарға килдем. Диңгеҙҙән башлап тауҙың томан сорнаған бейеклегенә ҡәҙәр һуҙылған диуарҙарҙың ҡайһы бер өлөштәре әле лә һаҡланған. Цитадель һәйбәт хәлдә, бөтә ер сигенән туристарҙы үҙенә тартып тора. Ҡая-тау аҫтында — Дербент ҡалаһының баҙары.
“Дағстан коньягы кәрәкмәйме?” — тип урам сатында үҙ тауарын тәҡдим итеүселәр ҙә йыш осрай.
Мине Дағстан буйлап алып йөрөгән водитель бүләккә хәнйәрен, пистолетын тәҡдим иткәйне. Кәрәкмәй, тип баш тартҡайным. Әле килеп, баҙарҙан сувенир итеп бәләкәй хәнйәр алырға теләк тыуҙы. Хаҡын һораным. Ысын хәнйәр тигәнем эсенә коньяк ҡойолған шул формалағы һауыт булып сыҡты.
Дағстанда хәл көсөргәнешле икәнлеген үҙ күҙем менән күрҙем. Халыҡ үҙ эше, йомошо менән дә һаҡ ҡына йөрөй. Дербентта саҡта ҡая өҫтөндә вертолет күренде. Бөтә халыҡ һағайып, туҡтап ҡалды. Вертолет күҙҙән юғалғас ҡына, йәнә үҙ эшенә тотондолар.
Чечняға йүнәлеп, Хасавюрт ҡалаһының баҙары тәңгәленән үткәнемдә бер егетте машинаһында атып киттеләр. Кем икәнен берәү ҙә аңғармай ҡалды. Бәлки, күрһәләр ҙә өндәшмәйҙәрҙер...
Хасавюрт ҡалаһының сигенә еткәндә ҡараңғы төшә башлағайны. Министрлыҡтан алған рәсми ҡағыҙымды тотоп, постағыларҙың өлкәненә мөрәжәғәт иттем. Улар, шунда уҡ Грозный ҡалаһына китеп барған шәхси “ГАЗель” машинаһын туҡтатып, мине ултыртып ебәрҙе.
(Аҙағы бар).
Сания СӘҒИТОВА.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521