Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыртҡыс булһа ла, кәмей баралар

Шәшкеләр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән

Башҡортта ниңә “шәшке” тигәндәрҙер инде, урыҫса “норка” тип йөрөтөлгән был йәнлек башҡаларҙың ояларын “һалдырып” алғаны өсөн шулай аталған. Дөрөҫөрәге, ул бушыраҡ торғандарына бик тиҙ эйәләшә икән. Шулай уҡ йылға буйҙарындағы ҡыуыш ағастарҙы оҡшатып, тереклек итә башлай.

Беҙҙең яҡтарҙа шәшкенең европа төрө йәшәй. Ул Башҡортостандың, Коми-Пермь крайы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Ырымбур, Псков, Свердловск, Түбәнге Новгород, Силәбе, Төмән өлкәләренең, Сахалиндың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Кавказ төрө Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабында, урта рус европа шәшкеһе халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһының Ҡыҙыл исемлегендә урын алған. Шәшке төйәк иткән бар илдә лә закон буйынса һаҡлана. Белгестәр әйтеүенсә, тәүҙә уларҙың һаны ҡиммәтле тиреһе өсөн аулауҙан кәмеһә, хәҙер иһә “америка шәшкеһе” тигән төрө ҡыҫырыҡлап сығара бара. Ләкин икенсе төркөм ғалимдар бында американдарҙың ҡыҫылышы юҡ тип иҫәпләй. Нисек кенә булмаһын, үҙ ерлегендә, үҙ төрө булып был йәнлек һаҡланырға тейеш.

Ирекһеҙҙән ошо саҡ башҡорт бал ҡорттары иҫкә төшә. Уларға ла бит Кавказ, Азиянан күпләп инде­релгәндәре тарафынан ҡурҡыныс янай. Ситтән килгән тереклектең яңы ерҙә йәшәп, үрсеп китеүе өсөн яраҡлаша белеүҙәре, әрһеҙлеге лә кәрәк бит. Улар нәҡ шундай икән.

Әйтелгәндәргә миҫал итеп, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Американан керетелгән саған ағастарын да алып була. Был сағандар заманында баҫыуҙарҙы тупраҡ эрозияһынан һаҡлау өсөн һыҙаттар ултыртырға килтерелгән, ләкин өйөрөлмәккә оҡшаш орлоҡтары шул тиклем алыҫҡа һибелде, юл буйҙарын, баҫыуға яҡын ҡатнаш урмандарҙы баҫып ала башланы — тиҙ генә бөтөрөрмөн тимә. Шуның һымаҡ, һәр нәмәнең ерлеге бар. Башҡалар ҡатнашһа, тәүге асылын юғалта, әрһеҙҙәренеке өҫтөнлөк итә башлай.

Һүҙебеҙ ҙә, уйыбыҙ ҙа башҡа юҫыҡҡа китте шикелле, кире шәшкеләр донъяһына ҡайтайыҡ. Бәләкәс кенә был йәнлек йыртҡыстар рәтенә инә. Шулай булмай ни, йылға ярҙарын төйәк иткәс, һунар биләмәләре лә ошонда бит. Башлыса сысҡандарҙы, һыу ҡомаҡтарын аулай, ҡош ояларын туҙҙыра, балыҡ, тәлмәрйен, ҡыҫала тота. Ауылдарға яҡын булһалар, һирәкләп йорт ҡоштарына һөжүм итәләр. Башлыса яңы ауланған тереклектең итен ашайҙар, ас килеш өс-дүрт көн йөрөгәндә генә ташландыҡҡа, үләкһәгә тотоналар.

Һыуыҡтар башланыр алдынан шәшке мотлаҡ рәүештә аҙыҡ запасы туплай. Үҙ өңөнә сысҡан, тәлмәрйен, балыҡ, ҡайһы берҙә ҡош ташып ҡуя. Бәләкәйерәк соҡорҙағы һыу ятҡылығында балыҡтың, тәлмәрйендең башын сәйнәп, һалҡын көндәргә өйөп-өйөп китергә мөмкин.

Йыртҡыс башлыса төнөн йәки киске эңер төшкәс һунарға сыға. Күпселек ваҡытын ярҙа үткәргәс, һунар урыны ла ошонда. Биләмәһе әллә ни ҙур түгел, шуға көнөнә километрғаса ғына юл үтә. Ҡышын иһә был ара икеләтә арта. Ныҡ һалҡындарҙа ҡар аҫтынан “траншея” яһап йөрөй, өҫкө яҡта һирәк күренә. Шулай уҡ йылғаларҙы тулыһынса боҙ ҡаплаған урындарҙы ла урап уҙа. Аҙыҡ эҙләп сумып алырға кәрәк бит.

Шәшке бик шәп йөҙә, һыуға сума. Бөтә тәпәйе менән “ишеп”, тәне этәргес хәрәкәттәр яһай. Шуға ла һыу ағымы уны алып китә алмай. Ҡурҡыныс янағанда 10-20 метр һыу аҫтынан бара. Үлән, ҡамышлыҡ араһында бер нисә секундҡа моронон ғына сығарып йәшенеп тора. Ағасҡа нимәнәндер ҡурҡҡанда ғына үрмәләһә, һыу төбөндә тәпәйҙәре менән тигеҙ булмаған ерҙәргә “тотоноп”, ышаныслы йөрөй.

Шәшке әллә ни ҙур түгел. Кәүҙә оҙонлоғо 28-43 сантиметрға, ауырлығы 550 – 800 грамға етә. Йөнө ҡыҫҡа, ҡуйы мамығы хатта оҙаҡ ваҡыт һыу аҫтында булғанда ла еүешләнмәй. Тар моронло, ҡолаҡтары бәләкәй, бармаҡтары бер-береһенә ныҡлы яры менән тоташҡан, “ишкәк” ролен дә үтәй. Тиреһе ерән, ҡара-һоро төҫтә, һирәк кенә ҡара була. Ҡорһаҡ өлөшө аҡһылыраҡ, тәпәйҙәре менән ҡойроғо — ҡара. Ҡайһы саҡ күкрәгендә аҡ тап булыуы мөмкин. Ә бына эйәгендәге ағы аҫҡы һәм өҫкө ирендәрен дә әйләндереп алған.

Һүҙ башында өңө тураһында бер аҙ әйткәйнек. Башҡа йәнлектәр яһағандарын файҙаланғандан тыш, ул тәбиғи ер ярыҡтарын, соҡорҙарҙы, ишелгән урындарҙы ла файҙалана. Үҙе лә һыу ятҡылығы яҡын ергә ҡаҙа. Өңө тәрәнгә китмәй. Төп бүлмәнән, хәжәтен үтәү, аҙыҡ һалыу урындарынан тора. Ике сығышы була. Береһе һыу ятҡылығына илтһә, икенсеһе запаста — яр буйындағы ҡуйы үлән араһына сыға.

Ҡауышыу уйындары февраль-апрелдә булып, инәләре 40-43 көн быуаҙ йөрөй. Балалары апрель-майҙа тыуа. Бер юлы ике-ете сабыйын донъяға килтерә. Туйҙары ваҡытында яр буйының ҡар өҫтө тапалып бөтә. Тәүҙә бер нисә ата өҫтөнлөк өсөн алыша. Көслөһө ҡала, ләкин оҙаҡҡа түгел. “Туй” үтеү менән парҙар айырым йәшәй башлай. Август аҙаҡтарына балалары инәләре ҙурлыҡ була. Был сағында улар тулыһынса ит ашауға күсеп, көҙөн айырылып китә.

Европа шәшкеһенең тарихи таралыу ерлеге Финляндиянан алып Көньяҡ Уралға тиклем һуҙылған. Көньяҡтан Кавказ тауҙарына һәм Төньяҡ Испанияға етә, ләкин күп ерҙә улар “утрау” булып, айырым биләмәләрҙә генә ҡалған. Башҡортостанда ла улар Ҡыҙыл китапҡа ингән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яҙҙы ашҡынып көткәндер...

Яҙҙы ашҡынып көткәндер... 10.03.2019 // Ҡырағай мөхит

Ошо байрам көндәрендә Веселовка ауылы халҡы эргәлә атыу тауыштары ишетә. Һөҙөмтәлә, республиканың...

Тотош уҡырға 238

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә 30.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Башҡортостандың символына әүерелгән уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары – шихандарҙың яҙмышы һаман да хәл...

Тотош уҡырға 289

Мансур ағай хикәйәттәре

Мансур ағай хикәйәттәре 27.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

...Тауҙар араһындағы бәләкәй генә өйҙә урмансы һәм уның ҡатыны йәшәй. Үҙенә тәғәйенләнгән биләмә...

Тотош уҡырға 1 026

Әйләнә лә киләләр...

Әйләнә лә киләләр... 26.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

Иглин районының Оло Теләк ҡасабаһында йәшәгән киң билдәле фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың хужалығында...

Тотош уҡырға 882

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл 21.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Үткән ял көндәрен мәскәүҙәр файҙалы үткәрҙе: улар орнитологтарға ярҙам итеү өсөн һыуҙа йөҙгән...

Тотош уҡырға 248

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй 18.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Ҡырағай тәбиғәттә хайуандар шәкәр сире менән ауырымай һәм һимереү менән яфаланмай....

Тотош уҡырға 345

130 йәшкә еткән

130 йәшкә еткән 16.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Һиндостанда 130 йәшкә етеп үлгән крокодил менән бәхилләшергә 500-ҙән ашыу кеше килгән....

Тотош уҡырға 330

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө 11.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Беренсе тапҡыр был датаны Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй...

Тотош уҡырға 247

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы 10.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Лань, тур үгеҙе, дөйәғош... Юҡ-юҡ, йылы яҡта түгел, республикабыҙҙың Нуриман районында ла күрергә...

Тотош уҡырға 335

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә 25.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Туймазы районының Верхнетроицк ауылы китапханаһында РСФСР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты,...

Тотош уҡырға 253

“Бәләкәй болан”

“Бәләкәй болан” 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Ҡоралайҙарҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр....

Тотош уҡырға 407

Урман һаҡсылары

Урман һаҡсылары 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән...

Тотош уҡырға 397