Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гәзитме, итле ләүәшме?

Матбуғат киосктары тергеҙелә башланы.

Туҡталыш һайын урынлашҡан шаурма киосктары — Рәсәйҙең һәр ҡалаһында ғәҙәти күренеш. Биш йыл самаһы элек улар күп халыҡ йөрөгән туҡталыштарҙа ғына булһа, хәҙер аҙым һайын майлы еҫ тарата.

Ҡала урамдарындағы гәзит киосктарының юҡҡа сығыуы интернет арҡаһында, тип аңлата күптәр. Баҫма матбуғатҡа ихтыяж көндән-көн кәмей бара, шуға күрә был бизнес төрө килемле түгел. “Өфөматбуғат” муниципаль унитар предприятиеһының сама менән 90 киоскыһы бар, уларҙың күбеһе ҡуртымға бирелгән. Гәзит-журнал һатыуҙан ғына фәтүә юҡ, шуға күрә витринала шоколад, һағыҙ, кәнсә тауарҙары, балалар уйынсыҡтары урын алған. Матбуғат киоскы ябылды икән, унда мотлаҡ урам аҙығы һатыласаҡ, тигән һүҙ. Ғөмүмән, гәзит-журналдарҙы итле ләүәшкә алмаштырыу илдә киң таралды.
Ә бына яңы ҡала мэры, тәүге кәңәшмәлә­ренең береһендә үк шаурма киосктарына ҡаршы көрәш иғлан итте. Мэр, Өфөнөң тышҡы йөҙөн яҡшыртыу өсөн,ҡаланың үҙәгендәге ашамлыҡтар һатҡан трамвайҙы алдыртты ла инде.

Әйткәндәй, фастфудты тыйырға теләүсе Өлфәт Мостафин бер үҙе генә түгел. Мәҫәлән, Силәбе ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Тефтелевты уҙған йыл ҡорамға ингән ерҙә шаурма тәҡдим итеүҙәре сығырынан-сығарған. “Пост мәлендә кешеләр һатып алһын һәм сиркәүгә инһен тип урынлаштырғандармы? Был дини традиция­ларға һәм мәҙәниәткә баҫым яһау!” — тип, мэр ҡаланы сыбарлаған 600-ләп кибетте алдыртҡан. Был хәлде әсе теллеләр, “шаурмаға ҡаршы тәреле поход” тип нарыҡлап та ҡуйҙы.

Ҡала халҡы һаулығы хәүефһеҙлеген ҡайғыртҡан элекке Мәскәү мэры Юрий Лужков та заманында шаурмалы палаткаларҙы ябыуҙы талап иткәйне. Һөҙөмтәлә хәйләкәр алыпһатарҙар шаурма һүҙен “донер-кебаб”, “итле ләүәш” яҙыуҙарына ғына алмаштырып сыҡты. Бер ҡыҙыҡ хәл: Мәскәүҙә — шаурма, ә Санкт-Петербургта шаверма тип әйтеү модаға ингән, имеш. Бер-береһен ғөрөф-ғәҙәттәре, ҡыланыштары менән уҙҙырып ебәргән көндәш ҡалалар, йәшәйештәренә ныҡлап ингән сит ил һүҙе буйынса ла айырымланырға теләгән, күрәһең. Ә башҡа ҡалаларҙа ике һүҙ ҙә – шаурма һәм шаверма, ҡайҙа ҡараһаң да, күҙгә бәрелеп тора.

Ысынлап та, ҡалаларҙың мәҙәни һәм этник йөҙөн юҡҡа сығарған шаурма киосктарына ҡаршылыҡ башҡаларға ла хас. Мәҫәлән, йылына миллионлаған туристы ҡабул иткән Венецияла бындай ларектарҙың һаны ҡаты сикләнгән, законды боҙоусыларға оло штраф янай. Евросоюзда шаурма һәм кебаб киосктарын тыйыу тураһында тәҡдимдәр әленән-әле яңғырай, тик әлегә етди саралар тураһында ҡарар юҡ.

“Матбуғат йорто” туҡталышында ла гәзит һатҡан сауҙа нөктәһен былтыр үҙгәртеп ҡорғайнылар. Бер нисә көн элек шаурма урынына “Баҫма продукция” тип яҙылғанды уҡып, үҙ күҙемә үҙем ышанмайыраҡ торҙом. Был ни хәл? Мэрҙан ҡурҡып, “битлек” кейҙереп ҡуйғандармы, әллә киоскты яңырталармы? Һалҡындан ҡасып инеп, гәзит-журнал һатып алып, йылы сәй-ҡәһүә һәм шаурма ашап ҡына уҡып ултырғанда була инде! Инеп гәзит-журнал һорағайным, әлегә юҡ, тиҙҙән буласаҡ, тип ышандыр­ҙылар. Ысынлап та, һатыусының һүҙе дөрөҫкә сыҡты, тора-бара киосктың бер мөйөшөндә баҫма матбуғат, кәнсә тауарҙары, сканвордтар һатыла башланы. Их, барлыҡ элекке гәзит киосктарын ошо рәүешле булһа ла тергеҙгәндә!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 844

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 764

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 524

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 468

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 286

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 130

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 108

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 178

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 174

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 120

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 139

Нимә ул газон?

Нимә ул газон? 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында...

Тотош уҡырға 136