Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәйеплеләр яуап тотасаҡ
Өфөләге Конгресс-холда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан идаралығындағы хоҡуҡ ҡулланыу ғәмәле һөҙөмтәләрен асыҡ тикшереүҙә сығыш яһаны. Унда Рәсәй министры, “Контроль һәм күҙәтеү эшмәкәрлеге реформаһы” өҫтөнлөклө программаһы кураторы Михаил Абызов ҡатнашты.

Сарала контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген реформалау принциптары һәм практикаһы тураһындағы докладтар менән илдең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Евгений Непоклонов, Федерация Советы, күҙәтеү органдары вәкилдәре сығыш яһаны. Фермерҙар һәм агросәнәғәт комплексы предприятиелары вәкилдәре ҡатнашлығындағы фекер алышыуҙа ауыл хужалығы малының йәшәйеш продукттарын эшкәртеү һәм утилләштереү темаһы, үҫемлекселек хужалыҡтарын тикшереү мәсьәләләре күтәрелде.
Туймазы районында бешмә сиренең таралыуы, малдарҙы юғалтыу, биләмәләге ауыл етештереүселәренең абруйына тап төшөү, 40 миллион һумдан ашыу күләмдәге иҡтисади зыян ошо өлкәлә һөнәри контролдең һәм күҙәтеүҙең әһәмиәтен күрһәтте. Был биләмәлә бөтә талаптар үтәлә, халыҡҡа аңлатыу эше алып барыла. Аграр тармаҡтың тотороҡлолоғо һәм уңышлы үҫеше күп йәһәттән “Россельхознадзор”ҙың, уның территориаль органдарының эш сифатына бәйле.
— Мәсьәләне тикшереү дауам итә. Әле бында муниципалитет башлыҡтары йыйылды. Һеҙҙе иҫкәртәм: шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, ҙур булмаған фермер хужалыҡтары эшмәкәрлеген күҙәтеү һәм контролдә тотоу буйынса эште әүҙемләштерегеҙ. Ситтән нимә теләйҙәр, шуны килтерәләр, һөҙөмтәлә республика, бер ғәйебе булмаған кешеләр, фермер хужалыҡтары зыян күрә, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк етәксеһе яуаплыларға ҡарата сара күреләсәге хаҡында белдерҙе.
— Сит илдәрҙән арзан хаҡҡа мал һатып алып, контролһеҙ-ниһеҙ үҙебеҙгә ташыған енәйәтселәр, ялҡауҙар, булдыҡһыҙҙар арҡаһында Рәсәй Федерацияһындағы иң ҙур республиканың абруйын хәүеф аҫтына ҡуйырға хаҡыбыҙ юҡ, — тине Рөстәм Зәки улы.

Өҫтәлдәрҙә булыр йылы икмәк

Башҡортостан аграрийҙары 3,8 миллион тонна иген йыйып алды. Был күрһәткес һуңғы һигеҙ йылда иң ҙуры булып тора. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә үткәрелгән кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Былтыр уңыш 3,3 миллион тонна булған.

— Был күрһәткескә заманса игенселек технологияларын файҙаланыу, матди-техник базаны яңыртыу һөҙөмтәһендә өлгәштек, — тине төбәк етәксеһе. Уның әйтеүенсә, йыл башынан алып республика ярҙамы менән ауыл етештереүселәренә өс миллиард һумлыҡ 1,6 мең берәмектән ашыу техника һатып алынды.
13 октябргә Башҡортостанда майҙандарҙың 99 процентында иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйылған. Гектарынан уртаса уңыш 21,8 центнер тәшкил итә. Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондары игенселәре һәр гектарҙан 30 центнерҙан ашыу уңыш алған. Иген һәм ҡуҙаҡлыларҙың иң юғары уңышы — саҡмағоштарҙа. Бында һәр гектарҙан уңыш 39,7 центнерға еткән.

Сәсән һүҙе алыҫҡа ишетелә

Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина “Традицион халыҡ мәҙәниәте” номинацияһында ил Хөкүмәтенең “Рәсәй рухы” премияһына лайыҡ булды. Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

100 мең һум күләмендәге премия үҙешмәкәр коллективтар етәкселәренә һәм солистарына, эпос башҡарыусыларға, биҙәү-ҡулланма халыҡ сәнғәтенең үҙешмәкәр оҫталарына художество йолаларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өлкәһендәге ижади ҡаҙаныштары, шулай уҡ халыҡ мәҙәниәтен үҙләштереүгә йүнәлтелгән әүҙем белем биреү һәм педагогия эшмәкәрлеге өсөн тапшырыла.
Быйыл “Халыҡ музыкаһы”, “Халыҡ йыры”, “Халыҡ оҫтаһы”, “Традицион халыҡ мәҙәниәте” һәм “Халыҡ бейеүе” номинацияларында 15 премия билдәләнгән.
Асия Ғәйнуллина – халыҡ-ара һәм республика сәсәндәр конкурстары лауреаты. Уға Башҡортостан Башлығы гранты тапшырылған. Ул – Башҡортостанда берҙән-бер сәсәндәр мәктәбен ойошторған кеше.

Мәҙәни мираҫҡа байбыҙ

Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты йәшәү сифатын баһалау проектына ярашлы ҙур һәм уртаса ҡалаларҙағы мәҙәни һәм белем биреү мөхитен тикшерҙе.

Сара һөҙөмтәләре буйынса был исемлектә беренсе урынды Рәсәйҙең мәҙәни үҙәге Санкт-Петербург яуланы. Алдынғылар иҫәбенә шулай уҡ республикабыҙҙың баш ҡалаһы ла инде.
Мәҙәни учреждениелар һаны буйынса Өфө рейтингта һигеҙенсе баҫҡысты биләй. Һорау бирелгәндәрҙең 86 проценты ҡалала шундай урындар күләменән ҡәнәғәт. Халыҡтың 88 проценты шулай уҡ баш ҡалала яҡшы белем алырлыҡ уҡыу йорттары етерлек тигән фекерҙә. Был рейтингта Өфө Рәсәйҙә унынсы урында тора.

Иғтибар!
Транспорт һалымы үҙгәрә


Башҡортостан парламентарийҙары “Транспорт һалымы тураһында”ғы төбәк законына үҙгәрештәр индерә. Улар ошо һалымды түләү буйынса ташламаларҙы кәметергә теләй.

Транспорт һалымы түләүҙән бушатылғандар исемлегенән махсус сигнал һәм ҡорамалдар ҡуйылған транспорт сараларына эйә булған дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, һөнәри авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре, һөнәри белем биреү ойошмалары сығарыласаҡ.
Ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн һалым ташламаһын һаҡлап ҡалырға тәҡдим ителә. Әммә ундағы эш хаҡы республика буйынса уртаса күрһәткестәрҙән түбән булмаҫҡа тейеш.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ойошмаларҙың ташламалары, киреһенсә, артасаҡ. Закон проектында даими автобус маршруттарында пассажирҙар ташыған ойошмаларға, мотор яғыулығы рәүешендә тәбиғи газды файҙаланған йөк автомобилдәре хужаларына өҫтөнлөктәр күләмен һалым ставкаһының 20 процентынан 50 процентҡа тиклем арттырырға тәҡдим ителә. Был сара мотор яғыулығы сифатында тәбиғи газ ҡулланған айырым кешеләргә лә ҡағыласаҡ. Әммә улар автопаркты яңыртырға тейеш.
Закон проекты 20 октябрҙә үтәсәк пленар ултырышта тикшереләсәк.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 309

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 993

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 463

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 471

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 966

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 100

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 458

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 309

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 284

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 445

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 174

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 394