Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матбуғат яҙмышы — халыҡ яҙмышы
Матбуғат яҙмышы — халыҡ яҙмышыГоризонталь буйынса: 1. Һауа шарының ҡом тултырылған тоҡтары. 3. Ун ике йыл “Совет Башҡортостаны” гәзитендә хәбәрсе, бүлек мөдире булып эшләгән яҙыусы, “Салауаттың йәше” романы авторы. 6. 90-сы йылдар аҙағында гәзиттең баш мөхәррире, яҙыусы. 11. Ковбойҙарҙың ҡороғо, боғалы. 12. “Өйҙө һалғанда (...)ҙән башла, һүткәндә — түбәнән”. 13. Ауыҙын тар итеп талдан үрелгән балыҡ тотоу ҡоралы. 14. Доға яҙып, күн менән өскөлләп көпләп, ауырыу, зәхмәттән муйынға йәки кейемгә тағып йөрөй торған нәмә. 15. Шағирә, СССР халыҡ депутаты, Һ. Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты. 18. Геннадий Зюганов партияһының ағзаһы. 21. Рәссам, исемле йылдарға арналған эмблемаларҙың авторы. 26. Кеше көлгәнгә оҡшатып ҡысҡырған ҡош. 28. Фламанд короле Гамбринус шөғөлө буйынса. 29. Бильярдтағы туп. 31. “Яуыз ҡатындан (...) ҡасҡан”. 33. Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә эшләгән йырсы-шағир. 34. Ислам диненең төп терәктәренең береһе булған һынау. 35. Ҙур пассажир самолеты. 36. Әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге хәбәрсеһе булып эшләгән, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. 37. Һамаҡ рәүешендә еңел көй менән әйтелгән йыр йәки түңәрәк ҡойроҡло йыртҡыс ҡош. 39. Ҡатыны Бәндәбикәне тыңламауы арҡаһында һәләк булған сәсән. 42. Өҫтәлдәге “һалдау”. 45. “Трибуна”нан барлыҡҡа килгән роторлы двигатель. 47. “Совет Башҡортостаны” гәзите хеҙмәткәре, “Кинйә” романы авторы. 50. Түбә таҡтаһы аҫтынан өйҙө уратып элгән тар ғына шаршау. 55. Утынды һөйәп яға торған ҙур ауыҙлы, тура мөрйәле элекке мейес. 56. Берәй эштә кемдәндер өҫтөн сыҡҡанда нимәгә сиртәләр? 57. Өтөрҙәрҙән торған башватҡыс. 58. Хәҙерге кантон. 59. Яртылаш ир кәүҙәһенән торған боронғо грек аты. 60. Гәзиттең хәбәрсеһе, “Аслыҡ” романы авторы. 61. Рәссам, Башҡортостан Республикаһы гербы авторы.

Вертикаль буйынса: 1. Шашлыҡтың көнбайыш “әшнәһе”. 2. Балалар шағиры, филология фәндәре кандидаты, “Йәшлек”тең тиражын иң күпкә еткергән баш мөхәррир. 4. Көньяҡ емеше, “аллигатор грушаһы”. 5. Иң беренсе йәмәғәт транспорты. 7. Холҡо ирҙәрсәрәк булған ҡатын-ҡыҙ. 8. Баҫманың әүҙем хәбәрселәренең береһе, БДУ-ның Нефтекама филиалы директоры. 9. Көндөң асылған сағы. 10. Американың үркәсле ҡуяны. 16. Оҙон итеп соҡоп, уйып яһалған ек. 17. “Ҡоралһыҙ (...) булмаҫ, теҙгенһеҙ нуҡта булмаҫ”. 19. Ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн бирелгән урын. 20. Әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләгән шағир, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 22. Ауған ағастар, ботаҡтар, яҙғы ташҡындан ҡалған сүп-сар өйөмө. 23. Ут тоҡандырып ебәреү өсөн йоҡа ғына итеп ярғысланған ҡоро ағас. 24. Башта гәзиттең үҙ хәбәрсеһе, һуңынан баш мөхәррир булып эшләгән драматург. 25. Баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән, Һ. Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты, “Фәһемле фекерҙәр донъяһында” китабының авторы. 27. Ҡыяр, помидор, кәбеҫтә кеүек үҫемлектәрҙең дөйөм атамаһы. 28. Ҡыуаныс, шатлыҡ. 30. Саң, һеркә ярҙамында үрсей торған эре ҡауырһын япраҡлы үҫемлек. 32. “Көсләп асҡан күҙҙең (...)ы юҡ”. 33. Мәртәбә, тапҡыр, ҡабат. 37. “Ите — иткә, (...)һы — биткә”. 38. Автомарафон. 40. Ижади эш. 41. Һинд ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәк һымаҡ кейеме. 43. “Заманына күрә ғәмәле, һабанына күрә (...)е”. 44. Ноябргә “хужа” булған ағыулы үрмәксе. 45. Диаметрлы геометрик фигура. 46. Учалынан күсеп килеп, баш мөхәррир урынбаҫары булып пенсияға сыҡҡан публицист. 48. Торонсаның ҡыҙы. 49. Американың Бөйөк күлдәренең береһе. 51. “Йыр-күңеллегә ҡыуаныс, күңелһеҙгә — (...)”. 52. Айыу бабайҙы йоҡлатмаусы шағир, баш мөхәррир урынбаҫары. 53. Тәпәш бағана, бүкән. 54. Кварц, шпат һәм слюданан торған тау тоҡомо.
Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 2 477

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”? 12.12.2017 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған...

Тотош уҡырға 2 565

Халҡым күңелендә ялҡын бар
Пип-пип, юлдан кит!
Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде
"Сәләм"гә - 20!
Күлдең данын кем күтәрә?

Күлдең данын кем күтәрә? 12.09.2015 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. “Балыҡҡа бик бай”ҙы аңлатҡан донъялағы иң оҙон күл. 6. Совет магазинында...

Тотош уҡырға 3 325

Ҡоротто ҡайҙа һаҡлайҙар?
Үҙем булып ҡалам ғүмергә
Ырымбур башҡорттары
Бал тамсылап йыйылыр
Аҡ өмөтлө хыял менән бар ғаләмде айҡайым