Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оса арғымағым, оса!
Оса арғымағым, оса!Хәсән Назар ижады буйынса

1. Юҡ хәҙер Рәғинә инәй,
Урыны – әхирәттә.
Ул мал туплаған бөгөлдә
Шаулаша күк (…)тәр. (Рәғинә туплауы)
2. Араларҙа – яҙмыш саҡрымдары,
Тик аралар һыуынманы һис тә,
Етегән йондоҙ яна… Етегеҙҙе
Иҫкә алдым йәнә бөгөн (…)тә. (Ғәзиз көндәр)
3. Аҙап тулы был донъялар
Килмәҫкә, тиеп, рәткә,
Ерҙең, күктең аһтарын мин
Яҡын алдым (…)кә. (Ниңә?)
4. Ағиҙелдән Ҡариҙелгә һалып,
Мең һелкһәң дә, мин – шул Хәсәнмен,
Һүҙе, күҙе менән һатыу итмәҫ,
Буш маҡтауҙы көтмәҫ (…)мен. (Заман заңы)
5.Әй ҡайғылы бала саҡтар минең!..
Ҡәҙерле ул шундай, ни ғәжәп?
Кире ҡайтып, етеле шәм яғып,
Тыңлап ятһаң ине (…). (Ҡайын ҡайғылы, тиһәләр…)
6. Сыуалтмайым уйҙарын мин,
Ҡуҙғатмайым йәрәхәтте –
Кешеләргә байрам танһыҡ,
Татымайҙар гел (…)те. (Яуа ҡарҙар)
7. Ә нимә ул шиғыр? Рухты тотор
Аҡыл бит ул, моң ул, һынланыш.
Барыһынан бергә ярала ул,
Барыһынан элек ул – (…). (Шиғыр)
8. Сәсрәп китеп һайрай ҡошсоҡ,
Табыла сәбәптәре –
Башлана, буғай, донъяның
Ҡауышыу (…)тәре. (Киске Иҙел)
9. Ыҫлап донъяны, май шәмдәй,
Бер килеп һүнә әҙәм.
Үлгәс тә гонаһлы ерҙе
Күтәреп ятыр (…)м. (Ожмахтарға өмөтөм юҡ)
10. Азатлыҡтың сигенә сыҡтым тиһәң,
Ғәмдәреңде юйһа хөрриәт,
Бөлдөң генә түгел, үлдең, тимәк…
Һинең әсәң – ғазап, (…). (Бродский…)
11.Үтә тора шул һыу буйҙарынан,
Үтә тора әҙәм балалары.
Һыуҙар аға – тимәк, тыуған ерҙең
Ҡот юғалтмай тау һәм (…)ы. (Аға һыуҙар)
12. Ул булыр һуңғы ғәрәсәт,
Бөтөр көндәр иҫәбе.
Шул булыр тамуҡ тигәнең,
Әҙәм – тамуҡ (…)е. (Йөрәктә моң, йөрәктә шом)
13. Ейәнсура!
Үҫтергәндә беҙҙе
Аҙ янманы утың усаҡта.
Ҡуш йөрәкле булып уҡталдыҡ беҙ,
Осормаһаң да һин (…)та. (Йомағужа)
14. Яҙылып китһен әле быуындарым,
Тынғы тапһын әле йәндәрем.
Йәндәремде иҫертерлек итеп
Һемерәйем йәйҙең (…)дәрен. (Арыттырған…)
15.Талир тәңкәләрен шылтыратып
Күк тирәктәр үҫкән туғайҙарың,
Сабынлыҡтар, көтөүлектәр һинең
Биргән ерҙең бөтмәҫ моңон, (…)ын. (Таулыҡайым сәхрәләре)
16. Ҡырҙа тулап тыуған ауыл моңо
Табындарға күсә, сәхнәгә…
Шул моң аҙаҡ зарығып ынтылғандай
Ауыл һыртындағы (…)гә. (Тубырсыҡтар)
17. Ҡоторҙо алыпһатарҙар,
Бүлеп ярлы, байҙарға.
Инде, кем алыр тип илде
Күҙ тегәйбеҙ (…)ға.( Ҡоторҙо алыпһатарҙар)
18. Тамаҡтарың сорлар, һай, ҡымыҙы!
Уртлағандан килә уртлағы.
Гүйә, һин уҙаман был йорттағы,
Йәки юлда – аттың (…)ы. (Ҡымыҙ)
19. Ураҡ өҫтө,
Уттай ураҡ өҫтө!..
Янып эшләй халыҡ – мең алтын.
…Мин бошонмаҫ инем милләт өсөн,
Рухыбыҙға күсһә шул (…). (Ураҡ өҫтө)
20. Сәнсеү алды, әммә атылмайса
Ҡалды йәҙрә.
Ҡайҙарғалыр әйҙәп йәшен ялтлай,
Зыңлай (…). (Төнгө ямғыр)
21. Ғишыҡ уты, ғүмер итә-итә,
Йөрәктәрҙән күсә тормошҡа.
Яратыу ул инде – ҡәҙер итеү,
Ул да бөтһә, ни һуң (…)ҡа?!
22. Сәбәп сыҡмаһа ла, әйтәм,
Ни мәғәнә аҙаҡтан?!
Булһын рух ораны – алдан,
Уҡ урыны – (…)та. (Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем)
23. Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,
Уйыңды, әйҙә, тағат.
Һуғыш (…)ы булһа ла
Алғасҡылы был (…). (Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем)
24. Фәрештәләр өнһөҙ… Ғәфләт баҫа…
Иман ҡаса… Булып язаһы,
Килмәҫ тимә тотош милләтеңә
Ата улды ерләү (…)ы. (Рауил Бикбаевҡа)
25.Тыңлау кәрәк беҙгә Бетховенды,
Аңлау кәрәк беҙгә Блокты.
Ташлау кәрәк беҙгә уларһыҙ ҙа
Йәшәп була тигән (…)ты. (Асырғаныу)
26. Һыуыҡ тип бошонмай донъя –
Ул уға иҫке таныш:
Яңғырап ҡуя ауылда
Һөйләшкән, көлгән (…). (Көҙгө көн…)
27. Ҡайнар хәсрәт, әсе нужа йыуған
Меҫкен әсәйҙең күҙ алмаларын.
Үгәй ата булды ил тормошо –
Үкһеҙ үҫте һуғыш (…)ы. (Ғәзиз көндәр)
28. Аҡ нурҙарға аҙ ҡойондом,
Һыйындым мин йырҙарға.
Йөрәк йөйҙәре тип ҡара
Маңлайҙағы (…)ҙарға. (Ниңә?)

Шпаргалка: Зар. Һыр. Йәм. Кис. Тауыш. Сәхрә. Тирәк. Баҙар. Йөрәк. Быуат. Киҫәү. Алмаш. Сәсән. Һаҙаҡ. Сыуаҡ. Тәҙрә. Юртаҡ. Ялҡын. Яҙмыш. Рәхәт. Ғазап. Ҡылыҡ. Сәғәт. Кәүҙә. Балалар. Далалар. Шиғриәт. Мөнәжәт.
Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 2 480

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”? 12.12.2017 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған...

Тотош уҡырға 2 567

Халҡым күңелендә ялҡын бар
Пип-пип, юлдан кит!
Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде
"Сәләм"гә - 20!
Күлдең данын кем күтәрә?

Күлдең данын кем күтәрә? 12.09.2015 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. “Балыҡҡа бик бай”ҙы аңлатҡан донъялағы иң оҙон күл. 6. Совет магазинында...

Тотош уҡырға 3 329

Ҡоротто ҡайҙа һаҡлайҙар?
Үҙем булып ҡалам ғүмергә
Ырымбур башҡорттары
Бал тамсылап йыйылыр
Аҡ өмөтлө хыял менән бар ғаләмде айҡайым