Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?
Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған “Кокарда-штат”ы. 7. Осло нәҙек ҡанатлы, ҡыҫҡараҡ ҡойроҡло, күкшел буҙ һыртлы, ерәнһыу-сыбар ҡорһаҡлы йыртҡыс ҡош. 10. Кипкән киндерҙе иҙеп, сүсен айыра торған ҡорал. 11. Был диңгеҙ балығының насар еҫе айғолағында урынлашҡан; ошо хаҡта беренсе булып балыҡсы Виллем Якоб Бойкельзоон белеп ҡалып, уны алып ташлай башлағас, балыҡ бик популяр булып китә. 14. Романда төп геройҙар яҙмышының нисек тамамланғанын ҡыҫҡаса хикәйәләгән аҙаҡҡы өлөш. 16. Роберт Фултондың “Норз Ривер Стимбоут оф Клермон”ы. 17. Амурға баш булып торған Шилка йылғаһының уң ҡушылдығы – Себерҙәге ҡыҫалалар осраған берҙән-бер йылға. 18. Ер шарын икегә бүлгән шартлы һыҙыҡ. 20. Яуын-төшөмө, көслө еле булған түбән атмосфера баҫымы өлкәһе. 22. Баҡсалағы манекен. 24. Был Америка кеҫәрткеһен ресторандарҙа клиенттарҙы йәлеп итеү өсөн тоталар. 27. Турист кәмәһе. 30. Эскимостың ҡар йорто. 31. Ишим йылғаһында урынлашҡан баш ҡала. 33. Муйынға нескә сынйыр менән тағыла торған биҙәүес. 34. Тауыш имитацияһына һәләтле суҡ турғай. 35. “Үгеҙ елкәле” йыртҡыс балыҡ. 36. Матбуғатты күҙәтеп барған дәүләт системаһы. 37. Италияның Фелино ҡалаһында был колбасаның музейы бар.
Вертикаль буйынса: 1. Советтар Союзында кесе йома был йән эйәһе исемен йөрөттө. 2. Мүк тыҡҡыс ҡалаҡ. 3. Сейнер ауы. 4. Өтөрҙәрҙән торған башватҡыс. 5. Iron Man тип аталған спорт төрө. 8. “Шәп аҡҡан (...) тиҙ ҡорор”. 9. Судта прокурорға ҡаршы торған юрист. 12. Воблер, твистер менән тота торған ҡармаҡ. 13. “Таңдағы тауыҡтан бөгөнгө (...) артыҡ”. 15. Махсус үҫтерелгән үләнле, сәскәле урын. 19. Ҡыҫҡа көбәкле винтовка. 21. Ҡыҙҙарға исемен биргән джунгли “арҡаны”. 23. Аша һалып, ике осо ҡағыла торған кәкре тимер. 24. Дедалдың ҡолап төшкән улы. 25. Лампа ҡалпағы. 26. Билдәле тележурналист (фотоны ҡара). 28. Күпселек балыҡ ыуылдырыҡ сәсә башлаған ай. 29. Бохар селеге. 32. Тельферҙың әкрен “ҡустыһы”. 34. Төлкө, һыуһар кеүек йәнлектәрҙең сираҡ тиреһе.


Автор: И. Ғәбитов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 2 470

Халҡым күңелендә ялҡын бар
Пип-пип, юлдан кит!
Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде
"Сәләм"гә - 20!
Күлдең данын кем күтәрә?

Күлдең данын кем күтәрә? 12.09.2015 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. “Балыҡҡа бик бай”ҙы аңлатҡан донъялағы иң оҙон күл. 6. Совет магазинында...

Тотош уҡырға 3 309

Ҡоротто ҡайҙа һаҡлайҙар?
Үҙем булып ҡалам ғүмергә
Ырымбур башҡорттары
Бал тамсылап йыйылыр
Аҡ өмөтлө хыял менән бар ғаләмде айҡайым
Ваҡыт һынайкөстәр нисбәтен