Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙип менән Әҙәп – бер тамырҙан
Әҙип менән Әҙәп – бер тамырҙан Горизонталь буйынса: 1.Ҡырмыҫ­ҡалы районы Ҡарлыман ауылында тыу­ған һуғыш ветераны, “Ҡыҙыл Йон­доҙ, I дә­рә­жә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, “Пионер“ журналының баш мө­хәр­рире, балалар өсөн тиҫтә­нән ашыу китаптың авторы,
Алсаҡ йөҙлө әсәйем
Ҡайырып икмәк телә.
– Балам, – ти, –
Был бәхеттең
Мәңге булыуын телә! –
тип яҙған шағир.
3. Әбйәлил районының Амангилде ауылынан сыҡҡан шағир, тәржемәсе, балалар өсөн 550 мең дана тираж менән нәшерләнгән китаптарҙың авторы:
Тышта – яуын,
Тышта – һалҡын,
Сығыр хәл юҡ ишектән.
Тәҙрә шаҡып ямғыр илай…
Көҙ үҙе лә күшеккән.
6. Торлағы иглу, кәмәһе умиак булған Гренландия аборигены. 9. Париж “колхозы”.
12. Дыуан районының Иҫке Хәлил ауы­лынан сыҡҡан шағирә, “Сәғәт ме­нән һөй­ләшәм”, “Сеңләү” китаптары­ның авторы:
Ҙур ҡумтала балҡып тора
Зәңгәр генә быяла.
Телевизор, телевизор,
Әл дә һин бар донъяла!
15. Ишембай районының Ғүмәр ауылынан сыҡҡан яҙыусы, журналист, “Баш­ҡортостан уҡытыусыһы“ журна­лы­­ның баш мөхәррире, “Йырсы сы­йырсыҡ“, “Йондоҙҡай” китаптарының авторы.
20. Бер ҡатлы ҡыҙҙарҙы сағыл­дыр­ған сәхнә амплуаһы.
22. Эйәр өҫтөнә һалған нәмәне бәй­ләп ҡуя торған яҫы бау. 23. Быу, пар. 25. Бағ­лаған өмөт. 27. Африка ағасы. 28. Ҡа­ра­ғаста үҫкән бәшмәк. 29. Ейәнсәрҙең ярат­ҡан бабайы. 30. Күк диңгеҙгә күпер һалдым, сыға алмай тороп ҡалдым. 31. Апрель артыҡ йылы булһа – (…) һалҡын, елле-ямғырлы булыр. 33. Зөһрә йондоҙ тип аталған планета. 36. Япон көрәше. 39. Арғаяш районының Мәүлит ауылынан сыҡҡан, “Башҡортостан ҡыҙы” жур­на­лының баш мөхәррире булған шағирә, “Әнисә”, “Бөркөт”, “Һөйөнсө” китапта­ры­ның авторы:
Иптәштәрем күп минең,
Йәшәйҙәр төрлө яҡта,
Килегеҙ, тип байрамға
Саҡырғайным ҡунаҡҡа.
42. Ишембай районының Ҡыяуыҡ ауылынан сыҡҡан шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире:
Кис ултыра бөжәктәр, тип,
Аулаҡта,
Ҡарышлауыҡ китеп бара
Ҡунаҡҡа.
45. Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылынан сыҡҡан яҙыусы, “Кеҫәлде кем тәмлерәк бешерә?” китабының, “Алтын балта”, “Аҫыл йөрәк” пьесала­рының авторы. 46. Ишембай районы­ның Йәнырыҫ ауылынан сыҡҡан шағирә, “Яҡын дуҫ”, “Гел алға”, “Тамсылар йырлай” китап­тары­ның авторы:
Урғылып аға Ағиҙел,
Ташып яҙғы айҙарҙа;
Ҡариҙелен, Димен ҡушып,
Саба әллә ҡайҙарға.
Эй текә лә Иҙел яры,
Мөһабәт үҙе, матур;
Буҙ толпарын саҡ-саҡ тыйып
Тора Салауат батыр!
47. Саҡмағош районының Аблай ауылынан сыҡҡан яҙыусы, шағир, һу­ғыш вете­раны, “Әҙәби Башҡортостан” жур­на­лы­ның баш мөхәррире, түбән­дәге юл­дарҙың авторы:
Мин йырымды ҡайҙан башлаһам да,
Һиңә ҡайтып ҡала, Ватаным,
Тик һин беҙгә яҡты көндәр бирҙең,
Тик һин генә кеше яһаның.
Вертикаль буйынса: 1. Йылҡының ҡорһаҡ аҫтына йомортҡа һалып, эсен ҡортлата торған себен. 2. Эсе бүлмә­ләргә бүленгән автомобиль дә, һыйыр малы тоҡомо ла. 4. Аңлашылмаған сер­ле нәмә. 5. Баймаҡ районының Кү­сей ауылынан сыҡҡан халыҡ шағиры, “Аҡбуҙат”, “Еҙ ҡыңғырау”, “Ҡай­ҙа һайрай һандуғасҡай?“ китаптарының авторы:
Тылсымлы ҡош, тылсымлы ҡош,
Серемде мин әйтәйем,
Һайрасы һин, өҙҙөрөп бер,
Йыр ярата әсәйем.
7. Тупраҡта үлән, хайуан ҡалдыҡта­ры­нан барлыҡҡа килгән ҡатлам. 8. Ға­фу­ри районының Яңғыҙҡайын ауылынан сыҡ­ҡан яҙыусы, түбәндәге юлдарҙы яҙған шағир:
Мәктәптә уҡыған йылдар –
Беҙҙең алтын бала саҡ.
Иң яҡты иҫтәлек булып,
Ғүмерлеккә ҡаласаҡ.
10. Тюлендең мөгөҙгә оҡшаған теш­ле “ағаһы”. 11. Әрҙәнәләге яғыулыҡ. 13. Донъя­ның иң боронғо сүллеге, шуныһы ҡыҙыҡ, уның ярында пингвиндар йәшәй. 14. “Ирҙе (…) ярлы иткән”. 16. Бөйөк шағир Янис Райнистың һуңғы ҡалаһы. 17. (…)тың шартын апрель сығарыр. 18. Инйәр ҡасаба­һынан сыҡҡан шағирә, “Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым”, “Ҡолонсаҡ – арғымаҡ булыр бер саҡ” китаптарының авторы:
Беләһеңме, кем герой?
Герой – минең олатай!
Һуғыштан еңеп ҡайтҡанға,
Бар ауыл шулай атай.
19. Миәкә районының-Ҡунҡаҫ ауылында тыуған яҙыусы, “Тыңғыһыҙ ма­лай”, “Яҙмыш фалы – йәшлектә” ки­тап­тарының авторы. 21. Әлшәй райо­нының Һарыш ауылынан сыҡҡан шағирә, “Яҙ хаҡында әкиәт“, “Тылсымлы бүләк” китаптарының авторы:
Ҡояшлы көндә гел генә
Эйәреп йөрөй арттан.
Һыу ингәндә күрмәгәйнем,
Тағы ла килеп тапҡан.
22. Кешене ерләгәндә ожмахҡа фатиха биреү рәүешендә уҡыла торған доға. 24. Японияның мегаполисы. 26. Ике тау араһы. 27. “Бисәң матур булһа, (…)ың үсле була”. 31. Тел осондағы көй. 32. “Бер (…)ҡа ике бикәнең тауығы һыймаҫ”. 34. Инерт газ. 35. Йәйге эҫелә (…) булһа, игендәрҙе киптерер. 37. Ың­ғай зарядлы электрод. 38. Ҡытай менән Рәсәй араһындағы даръя. 39. Сәрүи тигән ылыҫлы ағас. 40. Хикәйәт йәки әкиәткә нигеҙләп яҙылған бәләкәй шиғри әҫәр. 41. Ураҙала киске намаҙға ҡушып уҡыла торған өҫтәмә намаҙ. 42. Рәсәйҙең “кәләштәр ҡалаһы”. 43. Ҡыр­мыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылынан сыҡҡан яҙыусы, “Ысыҡ ярыусылар”, “Вәғәҙәң ант булһын“, “Аманат ҡылысы” повестарының авторы. 44. Салауат районының Тирмән ауылынан сыҡҡан шағир, “Тылсымлы шар” китабы өсөн Г.Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара почетлы диплом эйәһе, түбәндәге юл­дарҙың авторы:
Ағастарҙың кейемдәрен
Көҙ алып ҡалды сисеп,
Улар һалҡын көндәрҙә һуң
Түҙерҙер инде нисек?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 2 483

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”? 12.12.2017 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған...

Тотош уҡырға 2 568

Халҡым күңелендә ялҡын бар
Пип-пип, юлдан кит!
Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде
"Сәләм"гә - 20!
Күлдең данын кем күтәрә?

Күлдең данын кем күтәрә? 12.09.2015 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. “Балыҡҡа бик бай”ҙы аңлатҡан донъялағы иң оҙон күл. 6. Совет магазинында...

Тотош уҡырға 3 331

Ҡоротто ҡайҙа һаҡлайҙар?
Үҙем булып ҡалам ғүмергә
Ырымбур башҡорттары
Бал тамсылап йыйылыр
Аҡ өмөтлө хыял менән бар ғаләмде айҡайым