Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя шундай матур
Донъя шундай матур
Горизонталь буйынса: 4. Ауыҙ-морондан ирекһеҙ рәүештә ҡапыл ныҡ итеп бөрккән тауыш. 9. Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылынан сыҡҡан башҡорт теле белгесе, яҙыусы. 10. С витаминына бай сәнскеле ҡыуаҡ. 11. Белорет районының Баҡый ауылынан сыҡҡан яҙыусы, “Ҡолонташ” китабының авторы. 13. Кешенең эске донъяһы; күңел, рух. 15. Балкон аҫтында башҡарылған йыр. 19. Түңәрәкләп ике осо тоташты­рылған йомро тимер; ҡулса. 23. Шарға тултыра торған еңел газ. 24. Иген баш ҡоҫһа, (...) һаҡауланыр. 25. Миҙалдың икенсе яғы. 27. Башҡорттарҙың изге тауы. 28. Диалект нимә ул? 29. “Мулла ҡатаһыҙ булмаҫ, (...) хатаһыҙ булмаҫ”. 30. Буй балаҫ. 32. “Яҡшы ҡатын (...) кеүек, яман ҡатын ен кеүек”. 36. Шәриғәтле, иманлы дин. 37. Солоҡсоноң төрлө кәрәк нәмәне күтәрә һәм төшөрә торған бауы. 38. Укроптың “әшнәһе”. 40. Ранчо нимә ул? 41. Боронғо Рим ораторы. 44. Мулланың аяҡ кейеме. 45. Эрбет ағасы. 46. Баймаҡ районынан сыҡҡан драматург. 48. Түшәк бөжәге. 50. Пуляның ҡаҡлығып осоуы. 51. Йөрәк тибешендәге “диссонанс”. 53. Ҡояштан, ямғырҙан һаҡлай торған ҡалын япма. 54. Тәҙрәһе юҡ, ишеге юҡ, эсе тулы ваҡ халыҡ. 55. Ниҙеңдер тәьҫиренән килгән көслө уй-тойғо. 57. Совет волейболсыһы. Ике тапҡыр донъя чемпионы, исеме АҠШ-тың Холиок ҡалаһындағы Дан залында мәңгеләштерелгән. 58. Ашығыс хәбәр килтергән кеше. 59. “Йәйен айранһыҙ булма, ҡышын (...)һыҙ булма”.
Вертикаль буйынса: 1. Беҙҙең һаҙлыҡтарҙа йәшә­гән һөйрәлеүсе. 2. Өлкәне элек нисек йөрөткәндер? 3. Сәйҙең “гарниры”. 5. Эске ағзаларҙың тиресәһендә була торған ваҡ ҡына йөнтәҫ үҫенте. 6. Ата ҡоштоң төҫө аҡ буҙ, ҡанат остары ҡара булған йыртҡыс ҡош. 7. Сифатлы ҡағыҙ бирә торған ҡытай кесерткәне. 8. “Рәхимһеҙ (...)нән рәхимле эт яҡшы”. 12. Кемдең дә булһа мәнфәғәтен һаҡлаған кеше; опекун. 14. Ҡондораҡ үҫемлеге. 15. Яҡтылыҡ өсөн яндырылған ҡоро йоҡа ағас. 16. Пакистандың ваҡытлыса баш ҡалаһы булып торған мегаполис. 17. Сабый бала. 18. Самауырҙың “краны”. 19. Өс йәш менән дүрт йәш араһындағы айғыр малы. 20. Бер башҡорт ырыуы. 21. Тибет монахы. 22. Ырғаҡ рәүешендәге бик. 26. Белорет районынан сыҡҡан эстрада йырсыһы. 27. Етәкселек. 29. Туҙғаҡ орлоҡло, ҡалаларҙы тултырған үҫемлек. 31. Фән кандидаттарын әҙерләү системаһы. 33. Ҡомар йорто. 34. Шәкәр ҡамышын ура торған бысаҡ. 35. Ҡабыҡтан йәки талдан үрелгән ҡорот һауыты. 37. Ток көсөн үлсәү берәмеге. 39. Эвкалипт ағасында йәшәгән айыу. 42. Баймаҡ районынан сыҡҡан эстрада йырсыһы. 43. Ҡытай импера­торҙарының эте. 47. Магазин тәҙрәһе. 49. Спорт судьяһы. 52. 2014 йылдың хужаһы. 56. Әрәмә баҫҡан түмгәкле һаҙлыҡ урын.
Шпаргалка: Нараси. Вәли. Өбөрсә. Гәрә. Әҡлим. Сөскөрөк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 2 480

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”? 12.12.2017 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған...

Тотош уҡырға 2 567

Халҡым күңелендә ялҡын бар
Пип-пип, юлдан кит!
Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде
"Сәләм"гә - 20!
Күлдең данын кем күтәрә?

Күлдең данын кем күтәрә? 12.09.2015 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. “Балыҡҡа бик бай”ҙы аңлатҡан донъялағы иң оҙон күл. 6. Совет магазинында...

Тотош уҡырға 3 329

Ҡоротто ҡайҙа һаҡлайҙар?
Үҙем булып ҡалам ғүмергә
Ырымбур башҡорттары
Бал тамсылап йыйылыр
Аҡ өмөтлө хыял менән бар ғаләмде айҡайым