Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ниндәй тулы минең күңелкәйем…
Ниндәй тулы минең күңелкәйем… (Тәнзилә Дәүләтбирҙина ижады буйынса)
1. Ила, Әсә, ташҡан күңелең һеңер,
Ташласәле үткер (…)ңды!
Тағы күптәр афған тамуғында
Күралманы бөгөн ал таңды!
(“Хата”).

2. Беҙ әлегә, бәлки, һарайҙалыр –
Һауа етмәй, йөҙҙәр һарғая.
Яҡты төшмәҫ бикле был һарайҙың
Ишек тапҡырында бар (…).
(“Һуҡыраймаҫбыҙмы?”).

3. Бөгөн һине үҙем төртөп йыҡтым
Үҙем яҡҡан ярһыу усаҡҡа.
Ямғыр булып яуып һүндермәмен,
Ҡарҙар булып алмам (…)ҡа.
(“Терһәгемде, бәлки, тешләй алмам…”).

4. Селтәр-селтәр,
Семәр-семәр –
Был бит ҡыштың нағышы!
Биткә һалҡын тынын бөркә
Елдең ҡанат (…)ы. (“Ҡыш”).

5. Бик байығым килә. Эйе, байып,
Эй йәшәргә ине ҙур йортта!
Атын бороп, дуҫтар туҡтар ине…
Өҫтәлдәрҙә булһа мул (…)…
(“Байығым килә”).

6. Һаҡау кәкүк, һаҡау кәкүк, –
Йөрәге тулы (…),
Шул (…)ты теле менән
Әйтергә сара табыш.
(“Һаҡау кәкүк”).

7. Йәнем тышта өшөп йөрөй торғас,
Эҙләп оса сағыу усағын.
Болот телеп, ялтлап, балҡып киткән
Ай, әйтерһең, сиған (…)ы.
(“Сиған йыры”)

8. Тәкәббер ҙә һуң был кеше заты –
Тетрәндермәй ерҙең аһ-зары.
Тәбиғәтте ғәзиз әсәм тиһә,
Кем алдында төшөр (…)ы?
(“Сарсау”).
9. Һин дә күҙ алдымда шиңһәң,
Мыжыһаң яҡты юҡҡа,
Мыжыһаң, һарғаям, тиеп,
Сығарырмын (…)ҡа.
(“Мыжыһаң”).

10. Тып-тын урмандарҙа энәләрен
Алмаштыра бөгөн (…),
Ә бит: “Мәңге бер үк кейемдә!” – тип
Кем һоҡланып уға ҡарамай!
Энә алмаштыра (…)…
(Исемһеҙ шиғыр).

11. Шул сабырлыҡ, ғазаптарҙан әрнеп,
Һөрән һалған йәнде тыйыусы.
Күҙҙәреңдән һығылып тамған йәште
Ят бауырҙан ҡурсып, (…).
(“Беҙҙе яҙмыш эт бәхетле иткән…”).

12. Күҙ алдында шунан пәйҙә булды
Алһыу йөҙлө сибәр йәш (…) –
Ирекһеҙҙән Әсә күңеле тулды,
“Мин – Аҡылың һинең! Мин ҡайттым!”
(“Хата”).

13. Һөрән һала ярһып, магнитофон –
Дискотека гөрләй ауылда.
Ыуыҙ талдай йәштәр бәүеләләр
“Көнбайыш”тан иҫкән “(…)”да.
(“Клубта дискотека”).

14. Минең дә бит сабый саҡта йыйған,
Төҫ юймаған матур таштарым
Йөрәгемдә ята – улар инде
Намыҫымдың йөҙөк (…)тары.
(“Таштар”).

15. Бик байығым килә. Машинала
Гиҙгем килә илем ҡырҙарын.
Гиҙгем килә бөтә сит илдәрҙе
Тәрәнәймәҫ элек (…)ҙарым.
(“Байығым килә”).

16. Алдай, тимә – ҡошсоҡ
рәнйер, әсәй,
Ул бит йылдар һанай-һанай
сәсәй;
Кешеләргә ғүмер теләп, сәсәй,
Әйтеп бөтмәй һалмаҡ (…)ын.
(“Кәкүк, кәкүк…”).
17. Хәтеремдә: “Серем итәм”, –
тиеп
Көндөҙ ятһа арып-талсығып,
Тертләп китә ине һаҡ әсәйем,
“Шарт” һынһа ла
хатта тал (…)…
(“Әсә ҡәҙере”).


18. Икенсеһе әйтте:
“Большевиктан
Ҡотҡарырға немец тырышҡан.
Улар еңһә, беҙҙә ошо мәлдә
Булмаҫ ине йыртыҡ бер (…)!”
(“Хата”).
19. “Утҡа ғына бына һөйләйем, – ти, –
Хәйерлегә төшөм юрайым –
Балам һөйгән көйҙө өҙөлөп-өҙөлөп
Үҙе уйнай ине… (…)ы…”
(“Хата”).

20. Заман ахырҙары еттеме ни –
Әллә ҡайҙа сәсрәп ашығам,
Минең кеүек иҙеүҙәрен элмәй
Кешеләрем атлай (…)ға.
(“Ашығам”).

21. Егет йөкмәп хәлһеҙ командирҙы
Сыҡмаҡ булды утлы (…)нан.
Тирә-яҡта атыу ныҡ көсәйә.
Ғазраилдар, гүйә, ҡул саба!
(“Хата”).

22. Сер уртлаған диңгеҙ ярҙарынан
Уйҙарымдан йәнем ҡурылып китәм.
Хәҙер инде был ил – күрше баҡса,
Арабыҙҙа бейек, бөйөк (…)…
(“Салауат рухы”).

23. Ҡомдан үргән арҡан менән
Батҡан илде һөйрәкләйҙәр.
Сыр-сыу килә меҫкен халыҡ,
Ҡото осҡан (…)тәрҙәй.
(“Замана”).

24. Иҙел буйын иҙеп, томан ятты,
Билетыңа, әйҙә, хаҡын бир!
Эй, тәбиғәт, кеше көслө, тибеҙ –
Томаның да хатта (…) бит!
(“Бөрйән аэропортында”).
25. Өндәшмәй ҙә, көнләшмәй ҙә торған
Төйәк бит ул Балтик буйҙары.
Күҙ иңләмәҫ даръя аръяғына
Талғын оса ауыр (…)ым.
(“Салауат рухы”).

26. Өй сәғәте улай тиңәшмәһен
Тетрәндергес хәүеф-хәтәргә!
Ҡабатлаһын беҙҙең йөрәк моңон,
Буйһонһон ул беҙҙең (…)гә!
(“Беҙҙең сәғәт”).

27. Кешелектең ауыр һынауҙарын
Хәтерләүе йәнгә (…).
Тик быларҙы онотоу менән генә
Булыр тиһеңме ни, йә, рәхәт!
(“Ҡыҙ хәтере”).

28. Эй, ғәзиз дә һуң был ерем –
Сал ҡаялар итә серем.
Сал ҡаялар төш күргәндә,
Һөйләп ҡала йәш ай (…)ен.
(“Ғәзиз ерем”).

Шпаргалка: Һыр. Сер. Ҡаш. Ҡая. Балта. Сыбыҡ. Һамаҡ. Хәтер. Өйрәк. Ҡосаҡ. Ситән. Ҡағыш. Баҙар. Уйҙар. Хаким. Һыуыҡ. Һағыш. Ҡурай. Ыштан. Бысаҡ. Ҡатын. Ҡулса. Һыуыҡ. Ҡаршы. Йәрәхәт. Торттар. Ҡарағай. Йыйыусы.

Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 2 483

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”? 12.12.2017 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған...

Тотош уҡырға 2 568

Халҡым күңелендә ялҡын бар
Пип-пип, юлдан кит!
Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде
"Сәләм"гә - 20!
Күлдең данын кем күтәрә?

Күлдең данын кем күтәрә? 12.09.2015 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. “Балыҡҡа бик бай”ҙы аңлатҡан донъялағы иң оҙон күл. 6. Совет магазинында...

Тотош уҡырға 3 331

Ҡоротто ҡайҙа һаҡлайҙар?
Үҙем булып ҡалам ғүмергә
Ырымбур башҡорттары
Бал тамсылап йыйылыр
Аҡ өмөтлө хыял менән бар ғаләмде айҡайым