Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем һыҙғырып аҡса эшләй?
Кем һыҙғырып аҡса эшләй?1. Бүленмәй торған ҙур габаритлы йөктәрҙе ташыу өсөн тәғәйенләнгән күп күсәрле машина. 2. Тәме ҡауынға оҡшаған тропик емеш. 3. Егерме бишенсе июлдә (...) булһа, ҡыш һыуыҡ булыр. 4. Көн болотло булһа, (...) ҡапмай. 5. Кем йәки нимәнеңдер һүрәтләнеше. 6. Кешегә ҡарата булған хәстәрлек. 7. Ыңғырсаҡ аша үткән ҡайыш. 8. Айыл, ҡайыш кеүек нәмәләрҙең башына ҡуйылған тимер эләктергес. 9. Ольхон Байкал өсөн. 10. Юнышҡы “эшләй” торған ҡорал. 11. Малдың яҙ ҡойған йөнө. 12. Өң ҡаҙып йәшәй, ҡыш йоҡлай торған кимереүсе йәнлек. 13. Был йәнлек талпандарҙы үҙенә күп йыя алғас, ғалимдар уны талпандарҙы өйрәнеү өсөн ҡуллана. 14. Уның ҡырҡҡыстарын бер-береһенә тейгеҙеп бушҡа шаҡылдатырға ярамай — өйҙә талаш була. 15. Ауырыуҙан, ен-зәхмәттән һаҡлаусы, таҙартыу көскә эйә булған ҡыуаҡ. 16. Тубырсыҡ менән туҡланыусы йәнлек. 17. Эш хаҡы алмай “эшләүсе” баҡса һаҡсыһы. 18. Сапмай торған ат. 19. “Ағас емешенән, әҙәм (...)ынан беленер”. 20. Һабан ҡалдырған эҙ. 21. “Ағай-эне бар ерҙә “дошманым” юҡ тимә, (...)ың бар ерҙә “көндәшем” юҡ тимә”. 22. Һиҙеү ағзаларына ныҡ тәьҫир итә торған ҡырҡыу тәм йәки еҫ. 23. Ҡоростоң “ҡустыһы”. 24. Күргән ауырлыҡ, яфа, михнәт. 25. “Башта аҡыл булмаһа, ике (...)ға көс төшөр”. 26. “Торна йомортҡа һалһа, (...) эсен йыртыр”. 27. Ғата Сөләймәновтың музыка ҡоралы. 28. Был көньяҡ емеше йылына өс тапҡыр уңыш бирә. 29. Иртәнге (...) ҡалын булып та, ҡояш нуры менән тиҙ таралһа — һауа бик оҙаҡ боҙолмай торор. 30. Король кобраның туҡланған төп аҙығы. 31. Ул әтәс булып ҡысҡырһа, оҡшамай, йортҡа бәлә килә. 32. Ҡар аҫтында төнәүсе ҡош. 33. Эсе ташҡан, эҫеләй булған атҡа был үләндең төнәтмәһе бик килешә. 34. Әсхәл Әхмәт-Хужаның ижад өлкәһе. 35. Кәртәлек нәҙек оҙон шыма ағас. 36. Ул дуҫлыҡты нығыта, мөхәббәтте юҡҡа сығара. 37. Иген тирәһендә ҡуллана торған ҙур дүрткел киндер. 38. Был йәнлек тибеп кенә арыҫланды үлтерә ала. 39. Ҡорт ҡунып, бал йыйған ҡыуышлы ағас. 40. Дозах нимә ул? 41. Һаҡаллы йылға балығы. 42. Кобраһы булған фокус оҫтаһы. 43. Кем һыҙғырып ҡына аҡса эшләй? 44. Коммерсанттың шөғөлө. 45. Марко Поло Европаға был илдән туңдырманың һәм макарондың серен алып ҡайтҡан. 46. Балаларҙың “икмәге”. 47. Дәрәжә, яҡшы исем, абруй. 48. Боронғо Римдә иң яҡшы шарапҡа ошо сәскә төнәтмәһен ҡушҡандар.

Яуаптар:
1. Трейлер. 2. Папайя. 3. Ҡырау. 4. Балыҡ. 5. Тасуир. 6. Иғтибар. 7. Арҡалыҡ. 8. Таралғы. 9. Утрау. 10. Йышҡы. 11. Баҡта. 12. Һыуыр. 13. Терпе. 14. Ҡайсы. 15. Артыш. 16. Тейен. 17. Ҡарасҡы. 18. Юртаҡ. 19. Ҡыланыш. 20. Бураҙна. 21. Апһын. 22. Әсе. 23. Суйын. 24. Ыҙа. 25. Ҡул. 26. Ҡауҙы. 27. Ҡурай. 28. Банан. 29. Томан. 30. Йылан. 31. Тауыҡ. 32. Ҡор. 33. Андыҙ. 34. Шиғриәт. 35. Шыйҙа. 36. Ваҡыт. 37. Турпыша. 38. Жираф. 39. Ҡырағас. 40. Тамуҡ. 41. Шамбы. 42. Факир. 43. Арбитр. 44. Сауҙа. 45. Ҡытай. 46. Әпәкәй. 47. Мәртәбә. 48. Миләүшә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Күңел – һыу буйында

Күңел – һыу буйында 22.08.2018 // Эй ултыра балыҡсы... / Кроссвордтар

Горизонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған...

Тотош уҡырға 2 483

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”?

Ҡайһы балыҡ “үгеҙ елкәле”? 12.12.2017 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. Көньяҡ Американың ағыулы “ананас йыланы”. 6. АҠШ-тың Балтимор ҡалаһы булған...

Тотош уҡырға 2 568

Халҡым күңелендә ялҡын бар
Пип-пип, юлдан кит!
Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде
"Сәләм"гә - 20!
Күлдең данын кем күтәрә?

Күлдең данын кем күтәрә? 12.09.2015 // Кроссвордтар / Эй ултыра балыҡсы...

Горизонталь буйынса: 1. “Балыҡҡа бик бай”ҙы аңлатҡан донъялағы иң оҙон күл. 6. Совет магазинында...

Тотош уҡырға 3 331

Ҡоротто ҡайҙа һаҡлайҙар?
Үҙем булып ҡалам ғүмергә
Ырымбур башҡорттары
Бал тамсылап йыйылыр
Аҡ өмөтлө хыял менән бар ғаләмде айҡайым