Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмерен сауаплы эшкә бағышлай
Ғүмерен сауаплы эшкә бағышлайБаҡыйлыҡҡа күскән шағир-яҙыусыларҙың әҙәби мираҫын күҙ ҡараһындай һаҡлаусы, уҡыусыларға еткереүсе, берәмтекләп өйрәнеүсе вариҫтары тураһында уйланғанда күҙ алдыма Мостай Кәримдең улы Илгиз, Яныбай Хамматовтың ҡыҙы Гүзәл, Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә” трилогияһының өсөнсө өлөшөн уҡыусыларға алып килеп еткергән ҡыҙы Һөйөклө, Зәйнәб Биишеваның улдары Юлай менән Дарвин Әминевтәр, йырсы шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң иҫтәлеген мәңгеләштереү өҫтөндә арымай-талмай эшләгән туғаны Миләүшә Ҡолмөхәмәтова-Годбодь күҙ алдыма килеп баҫа.

Уҡыусыла “Ә Яҡуп Ҡолмойҙоң үҙ балалары атайҙарының ижады менән ҡыҙыҡһындымы икән?” тигән һорау тыуыуы тәбиғилер был осраҡта. “Шағирҙың улдары Булат менән Марат атайҙарының шиғыр, поэмаларын яттан һөйләй ине. “Йәншишмә” гәзитендә Булат Ҡолмөхәмәтовтың атаһының холоҡ-тәбиғәтен сағыу һүрәтләгән “Минең атай алтын ине” тигән мәҡәләһе лә баҫылып сыҡты заманында. Ҡанаҡайҙа үҙ аҡсабыҙға шағирҙың бюсын эшләтеп ҡуйҙыҡ, Ишембай ҡалаһының бер урамына Яҡуп Ҡолмойҙоң исеме бирелде, ауылда музей-кабинеты бар. Был эштәрҙең ғәмәлгә ашыуында шағир улдарының роле ҙур. Тик Марат абзыйым — 66 йәштә, Булат 63 йәштә генә йөрәк сиренән китеп барҙы”, – тип яуап бирә быға тиклем шағирҙың ике шиғыр йыйынтығын нәшер итергә, 2012 йылда донъя күргән “Әҙиптәр хаҡында хәтирәләр” китабында 122 биттән торған иҫтәлектәрҙе әҙерләп баҫтырырға өлгөргән, әлеге мәлдә билен быуып, Яҡуп бабайының “Һайланма әҫәрҙәр”ен төҙөп ултырған, тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлап “Былбыл һайратыусы шағир” тигән китап өҫтөндә эшләүсе Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы. Шағирҙың көндәлектәрен эшкәртеп, иҫтәлекле датаға әҙерләп ҡуйырға ла өлгөргән егәрле журналист.
“Мин яҙмаһам, кем?” тигән принциптан сығып эшләй ул. Студент сағынан уҡ шағирҙың ижадын өйрәнә, утыҙҙан ашыу мәҡәләһе Яҡуп Ҡолмой ижадына арналған. Мәҡәләләрҙең төрлө йылдарҙа, төрлө баҫмаларҙа баҫылып сығыуы иғтибарҙы тарта: Ишембай ҡалаһы һәм районының “Торатау”, “Восход” гәзиттәренән башлап “Башҡортостан”, “Кызыл таң”, “Республика Башкортостан”, “Истоки”, “Йәшлек”, “Өмет” кеүек абруйлы баҫмалар, “Ағиҙел”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Шоңҡар” журналдарында шағир Яҡуп Ҡолмой ижадын заман уҡыусыһы күҙлегенән баһалай, ижади табыштарын уҡыусыға әлегә билдәһеҙ яҡтан күрһәтеп, баҙлатып ебәрә, шағир шәхесенә ҡыҙыҡһыныу уята.
Ошо мәҡәләләр араһында 1988 йылда Сибай ҡалаһында шағир менән осрашыуҙар уҙғарғандан һуң ижад ителгән “Тыныслыҡ тураһында яҙам” интервьюһы иғтибарҙы йәлеп итә. “Сибайский рабочий” гәзитендә сыҡҡан был материал Яҡуп Ҡолмойҙоң йөрәк һүҙен туранан-тура уҡыусыға еткереүе, тәғәйен ошо баҫмаға төбәп бирелеүе менән ҡәҙерле. Был бәләкәй генә факт Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙының Яҡуп Ҡолмой үҙе иҫән саҡта уҡ шағирға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ҡала алыуын дәлилләй.
Ҡолмөхәмәтовтарҙың аҫыл затынан булыуы менән ғорурлана автор. Китапханасы Мәрйәм Хисмәтулла ҡыҙы Йыһангирова (Ҡолмөхәмәтова) тураһында йылы хистәр менән һуғарылған “Китапҡа арналған ғүмер” исемле очерк-портреты, Рәсәй Федерацияһы илсеһе Азамат Ҡолмөхәмәтов хаҡында “Азамат – ил ағаһы”, “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән “Ҡолмөхәмәтовтар нәҫеленәнбеҙ”, “Ырыу ҡото (Ҡолмөхәмәтовтар шәжәрәһе)” мәҡәләләре, “Ватандаш” журналында баҫылған “Ҡанаҡай ауылы тарихы” очеркы – оҙаҡ йылдар буйы уйланыуҙар, эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәргә нигеҙләнгән ижад емештәре Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙының. Ырыу-затының, ауылының игелекле ҡыҙы ғәмәлдә Ҡолмөхәмәтовтар затының лайыҡлы вариҫы икәнен раҫлай.
Туғандары араһында ғорурланырлыҡ шәхестәр күп булғас, яҙышыуы тәбиғи, хатта яҙышырға тейеш тә Миләүшә Ҡолмөхәмәтова, тиер ҡайһы берәүҙәр. Дөрөҫөн әйткәндә, элегерәк мин үҙем дә тап ошо уйҙа инем. Һуңынан авторҙың башҡа йүнәлештәрҙә лә бик әүҙем эшләүенә иғтибар иттем.
Юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы булараҡ, тиҫтәләрсә йыл һуҙымында шәхси китапханамда тупланған фәнни-ғәмәли конференциялар йыйынтыҡтарына күҙ һалам. Уларҙа ла таныш фамилия йыш осрай. Төрлө йылдарҙа сыҡҡан йыйынтыҡтарҙа Миләүшә Ҡолмөхә­мәтованың Сәғит Агиш хикәйәләренең тәрбиәүи роленә бағышланған, Мәжит Ғафури ижадына арналған, филология фәндәре докторы, профессор Зиннур Нурғәлиндың ғилми эшмәкәрлеген баһалаған, телсе ғалим Данис Тикеевтың ижади эшмәкәрлеген тасуирлаған фәнни характерҙағы мәҡәләләр урын алған. Уларҙың һәр береһе оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән уҡытыусының тәжрибәһе, күҙәтеүҙәре нигеҙендә тыуған. Фекерҙәре тос, ҡәләме осло уҡытыусы-эҙләнеүсенең.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын булдырыу зарурлығы, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары тураһындағы мәҡәләләрен әле лә иҫләйҙәрҙер журнал уҡыусылары.
2004 йылда тормошо яңы боролош алып, үҙе ғүмер буйы ынтылған өлкәгә – журналистикаға яңынан аяҡ баҫҡас (1979 –1981 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телевидениеһында, 1981–1983 йылдарҙа Бөрө ҡалаһы һәм районының “Победа”, 1983–1985 йылдарҙа Благовещен районының “Заветы Ильича” гәзиттәрендә эшләүен иҫәпкә алып әйтәм), Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙының ижади офоҡтары тағы ла киңәйеп китте. Рецензиялар, очерктар, ижади портреттар, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре республика матбуғатында йыш күренә башланы.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтирәләре һәм ошо темаға бағышланған әҫәрҙәре, хәҙерге заман йәштәренең һуғышҡа төрлө ҡарашта булыуы тураһындағы әрнеүле уйланыуҙары урын ала “Өмет”, “Истоки” гәзиттәрендә баҫылған интервьюларҙа. Фронтовик-шағир Файыҡ Мөхәмәтйәнов ижадына бағышланған яҙмалар, яҙыусы, ғалим, йәмәғәтсе, журналист Эдуард Байковтың ижад серҙәрен байҡаған, Рәсәйҙең билдәле сатиригы, Чех Республикаһының рус телле яҙыусылар һәм журналистар союзы рәйесе Сергей Левицкийҙың сатира һәм юморын анализлаған мәҡәләләре баҫылды Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙының. Республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән авторҙарға ла иғтибарлы журналист: Нефтекамала йәшәүсе шағир Мәснәүи Зәйнуллиндың, прозаик Марат Муллаҡаевтың балаларға арналған ижадын төпсөрләп өйрәнде ул.
Алда байҡап үтелгән мәҡәләләрҙең гел генә фәнни йүнәлештә булғанына иғтибар иткәндер зирәк уҡыусы. Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙының ижади багажында иһә сәнғәт өлкәһенә бағышланған хеҙмәттәр ҙә байтаҡ.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрында сәхнәләштерелгән Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары”, Ризуан Хәмидтең “Әллүки”, Мөкәрәмә Садиҡованың “Бергенәм-гөлгөнәм” спектаклдәренә, Азат Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” драмаһына үҙ мәлендә тос рецензиялар ҙа яҙып баҫтырған Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы. Баш ҡаланан ситтә ятҡан театрҙың эшмәкәрлеген даими рәүештә матбуғатта яҡтыртып барыуы – сауаплы һәм үтә кәрәкле шөғөл. Үрҙә атап үтелгән очерктар, режиссер һәм актерҙарҙың ижади портреттары менән автор үҙенең тағы ла бер ижади потенциалын – театр тәнҡите өлкәһендә лә бына тигән итеп эшләй алыу маһирлығын асты.
Башҡорт рәссамдары Ҡасим Дәүләткилдеев, Әҙиә Ситдиҡова, Анатолий Лежнев, Рәшит Зәйнетдинов, Фәйзрахман Исмәғилев, Эрнест Сәйетов, З. Ғәлимова, М. Карташев, Салауат Юлаев образына тәүгеләрҙән булып мөрәжәғәт иткән рәссам Фридрих-Хар, скульптор Сосланбәк Тавасиевтың Миләүшә Ҡолмөхәмәтова-Годбодь тарафынан тыуҙырылған ижади портреттары һәм һүрәтләмәләре башҡорт һынлы сәнғәтенең үҙенсәлекле галереяһын барлыҡҡа килтерҙе. Әлеге көндә “Китап” нәшриәтендә үҙ сиратын көтөп ятҡан был йыйынтыҡтың маҡсаты – уҡыусылар күңелендә матурлыҡҡа ынтылыу тойғоһо тәрбиәләү.
Үҙ иленең ысын патриоты булғанғамы, Бөйөк Ватан һуғышы ғаиләләренә туранан-тура ҡағылғанғамы, Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышы темаһын бер нисек тә урап үтә алманы. Был серияға бағышланған әҫәрҙәре, интервьюлары уның Благовещен районының “Ильич васыяттары” гәзитендә эшләгән ваҡытынан уҡ килә ине. Советтар Союзы геройы Р.Р. Бабушкин менән әңгәмәне “Көнләшерлек яҙмыш кешеләре” тип атағайны Миләүшә апай. Әлеге көндә, яҙмышы уны алыҫ Чех Республикаһына илткәс, ошо ерҙәрҙе немец фашистарынан азат итеү өсөн көрәшкән данлыҡлы “ҡара генералыбыҙ” Даян Баян улы Мурзин шәхесенә өр-яңы ҡараш ташларға мәжбүр итте журналист. Ростислав Макуликтың “Ҡара генерал кемде туҡманы?” тигән мәҡәләһен, Чех Республикаһының Лидице ҡасабаһы һәм Злина ҡалаһының музей мәғлүмәттәрен, архив материалдарын файҙаланып, герой шәхесенең биография­һында әлегә билдәле булмаған факттарҙы асыҡланы. “Ҡара генерал нимәгә лайыҡ?” исемле материалын очерк-өндәшеү формаһында уҡыусыға тәҡдим итте. Күренекле яҙыусыбыҙ Йыһат Солтанов, авторҙың “Кем һин, Даян Мурзин?” тигән ҙур күләмле публицистик мәҡәләһе менән танышҡас, Миләүшә Годбодте тарихсы-документалист тип нарыҡлағайны (“Ағи­ҙел”, 2016, №3, 114-се бит). Даян Мурзин тураһындағы мәҡәләләрен туплап китап итеп сығарыуға ла фатихаһын бирҙе оло әҙип.
2004–2006 йылдарҙа яҙылған мәҡәлә­ләренә байҡау яһау Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙының сатира һәм юмор өлкәһендә лә әүҙем эшләүен күрһәтте. “Һәнәк” журна­лы­ның сығарылыуына 80 йыл тулыуға ҡарата төплө анализға ҡоролған мәҡәлә­ләре “Башҡортостан”, “Кызыл таң”, “Истоки”, “Йәншишмә” гәзиттәрендә урын алды. Тәнҡит мәҡәләләре, хикәйәләр, фельетондар яҙып та ҡәләмен шымарта автор. “Башҡортостан ҡыҙы” журналында Гөлнара Хәлфетдинова яҙыуынса, Баш­ҡортостанда юмор үҫешенә һәм “Һәнәк” журналы тарихына арналған диссер­та­цияһы ла яҙылып бөткән авторҙың, әммә сит илгә күсеп китеү сәбәпле, яҡланмай ҡалған.
2011 йылда йәшәү урынын үҙгәрткәндән һуң, Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙының ижады тағы ла бер жанрға – сәйәхәт тураһында очерктарға (сәйәхәтнамә) байыны. “Книжный ларек” тип аталған онлайн нәшриәттә Миләүшә Годбодтең рус һәм башҡорт телдәрендәге сәйәхәтнамәләрен кинәнеп уҡып барам шәхсән үҙем. Республика матбуғатында ла, атап әйткәндә “Ватандаш” һәм “Шоңҡар” журналдарында, Европанан Башҡортостанға яһаған сәйәхә­тенән тәьҫораттары менән уртаҡлашты журналист.
Миләүшә менән Владимир Годбодтәр­ҙең ғаилә сәйәхәттәрендә иң һоҡландыр­ғаны: тарихи урындарға иғтибар итеүҙәре, халҡыбыҙ менән бәйләнешле төбәктәргә өҫтөнлөк биреүҙәре, һәр бер географик атамаға иғтибарлы булып, төрки сығанаҡ­лыларын асыҡлауҙары. “Шоңҡар” журна­лының 2016 йылдың 4-се һанында баҫылған “Сит илдә уҡыу кәрәкме?” тигән мәҡәләһе Чехияла юғары белем алырға теләп, авторға мөрәжәғәт иткән абиту­риент­тарҙың һорауҙарына яуап рәүе­шендә.
Шуны билдәләргә кәрәк, автор был һорауға яуапты, ошо илдә йәшәүенә биш йыл үткәндән һуң ғына, китапханаларҙа ултырып, кәрәкле мәғлүмәттәр туплаған­дан һәм шунда белем алыусы Рәсәй студенттары менән әңгәмәләшкәндән һуң яҙырға йөрьәт иткән. Миләүшә Годбодь үҙ фекерен йәштәр мейеһенә тыңҡыслап тултырыуҙан алыҫ: уларҙың үҙҙәренә уйланырға урын ҡалдыра, сит илдә белем алыуҙың тарихи сығанаҡтарын байҡап сыға, ыңғай яҡтарын күрһәтә. Интернет аша мәғлүмәт эҙләү мөмкинлектәрен ентекләп аңлата. “Чехияла ниндәй вуздар бар, ҡайһыһын һайларға, унда кемдәр уҡый, ни өсөн меңәрләгән Рәсәй йәштәре Чехия вуздарын һайлай?” тигән һорауҙарға яуап бирә.
Йәш ватандаштарына әсәйҙәрсә мөғә­мәлә менән ҡиммәтле кәңәштәрен дә тәҡ­дим итергә онотмай. Йәнә шуныһын да өҫтәп китергә кәрәк: Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙының сит илдә белем алған башҡорт йәштәре менән электән үк ҡыҙыҡһын­ғанлығы 2005 йылда “Йәшлек” гәзитендә баҫылған “Башҡорт ҡыҙы Лилиә — Германияла” мәҡәләһенән үк билдәле ине.
Журналистың наркомания, тәмәке тартыуға, алкоголизмға ҡаршы мәҡәләләре лә йыш баҫылды республика матбуға­тын­да. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса үткәрел­гән акциялар, экология мәсьәләләре, бигерәк тә Торатауҙы һаҡлап ҡалыу темаһын йыш күтәрҙе Миләүшә апай.
Ғаилә, тәрбиә, йәмғиәт, мәктәп, туған тел мәсьәләһенә бағышланған мәҡәләләре генә дүрт тиҫтәнән ашыу. Улар барыһы ла үҙ мәлендә әйтелгән, эш тәжрибәһенә, шәхси юғалтыу-табыштарға нигеҙләнеп ижад ителгән. Үҙ ваҡытында теге йәки был мәсьәләнең хәл ителешенә булышлыҡ иткән улар. Әйтергә кәрәк, был мәҡәләләр авторҙың мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәте мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәғариф идаралығында туған телдәр буйынса методист булып эшләгән саҡтарында, йәғни эш араһында яҙылған.
Эш һөҙөмтәһе матбуғатта баҫылып сыҡҡан йөрәк һүҙе менән нығытылып барған. Башҡорт теле буйынса 2008 йылда “Китап” нәшриәтендә баҫылған, 1995–2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты нәшриәтендә 5-7-се кластар өсөн донъя күргән методик ҡулланмаларҙың авторы ла ул.
Уҡытыусы-журналист уҡыусылары күңелен­дә ижади осҡондар тыуҙыра алыуы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Ундан ашыу уҡыусыһы уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Өфө ҡалаһы Совет районының Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһында ул ойошторған “Иман” журналистар клубының ағзаларын һанап китеү ҙә алдыбыҙға ҡыҙыҡлы картина баҫтырыр. Бына улар: Гөлназ Ғәлимуллина, Ләйсән Сөләймәнова, Заһир Ишкинин, Раушания Фәтҡуллина, Айгөл Хафизова һәм башҡалар. Өфө ҡалаһында беренселәрҙән булып ижади яҡтан һәләтле уҡыусыларының йыйынтығын сығарып, балаларҙың күңелен үҫтерә, киләсәккә өмөт, ышаныс уятыуға ирешә ижади эшләүсе уҡытыусы. “Урал батыр” республика сәсәндәр конкурсына ул яҙған сценарийҙарҙа ҡатнашып, күпме бала йондоҙло сәғәттәр кисерҙе икән?!
Миләүшә Ҡолмөхәмәтованың ижади егәрлелеге үтә яуаплы баҫмаларҙың да иғтибарын йәлеп иткән: “Ишембай ҡалаһы һәм районы энциклопедияһы”нда уның авторлығында 17 мәҡәлә бирелгән һәм үҙе мөхәрририәт составына ла индерелгән. Тиҙҙән донъя күрәсәк “Мостай Кәрим” энциклопе­дияһында Марат Кәримовтың һәм Тамара Ғәниеваның Башҡортостандың халыҡ шағиры ижадына мөнәсәбәте тураһындағы ике мәҡәләһе йыйнаҡ, тос, ҡыҙыҡлы булыуы менән һоҡландыра.
Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенә иғтибарлы булыуы Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙының ғалим һәм яҙыусы Роберт Байымовтың тормошон һәм ижадын байҡаған “Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы”, Тамара Ғәниева ижадына арналған “Нескә моңло сая шағирә”, “Поэт гражданского мужества и нежности”, йәш шағирә Гөлнара Хәлфетдинованың “Бәғерҙәрҙе өҙөрҙәй моңло, ҡараңғыны телерҙәй нурлы” шиғырҙарын анализлаған “Шиғри биҙәккә бай ижад” мәҡәләләрендә сағыла. “Ағиҙел” журналында 2016 йылдың 6-сы һанында баҫылған “Мин ҡатын-ҡыҙ”. Ҡырҡ сүрәттә янамын бына балҡып!” тип аталған мәҡәләһе шағирә Гөлназ Ҡотоеваның ижад донъяһының төрлө ҡырҙарын яҡтыртты. Шағирәнең тел байлығы, төрлө жанрҙарға мөрәжәғәт итеүе, уңышлы поэтик табыштары, яратып ҡулланған образдары, шиғырҙа­рындағы тематик төрлөлөк – бөтәһе лә уҡытыусы-журналистың күҙ уңынан ситтә ҡалмаған. Юғары кимәлдә яҙылған был мәҡәлә Миләүшә Годбодь-Ҡолмөхәмәтованың әҙерлекле әҙәби тәнҡитсе икәнен дә асты. Бындай мәҡәләләр яҙыу өсөн белем, төплө әҙерлек кенә етмәй, күңел байлығы, башҡаларҙың уңышына ҡыуана белеү кеүек сифаттар ҙа кәрәк, беҙҙеңсә. Уларҙың барыһына ла эйә Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы. 2015 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Йылдар тыуҙырған юлдар” йыйынтығы ошо фекеребеҙҙе дәлилләне лә инде.
Күренекле шағир Яҡуп Ҡолмой бабайы күрһәткән юлдан тайпылмай алға ынтылған, ғүмерен лайыҡлы ватандаштарының ижади портреттарын тыуҙырып, күңелдәрен үҫтереү кеүек сауаплы эшкә бағышлаған Миләүшә Годбодь бөгөн дә ошо изге юлын дауам итә.

Гөлнур ҠАСҠЫНОВА,
филология фәндәре кандидаты,
БДУ-ның Бөрө филиалы доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523