Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт интернеты тураһында уйланыуҙар
Башҡорт интернеты тураһында уйланыуҙарМәҙәни ҡомартҡы. Был төшөнсә бик йыш ҡына иҫке йорттар, төрлө тарихи әйберҙәр, ҡыҫҡаса әйткәндә, матди монаяттар менән күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта һәр бер милләттең үҙ асылын, донъяға ҡарашын үҙләштергән иң мөһим мәҙәни байлығы, ҡанбабаларҙан ҡалған ҡомартҡыһы – туған теле бар. Туған тел – үҙенсәлекле, матди булмаған ҡомартҡы. Шуның өсөн дә уны башҡасараҡ һаҡларға кәрәк. Ысынлап та, туған телгә һаҡсы ҡуйып булмай. Милли әҙәбиәтте, халыҡ риүәйәттәрен китап итеп баҫтырып, киләсәк быуындарға ҡалдырабыҙ. Һүҙлектәр, дәреслектәр нәшер итеү, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу телдең һаҡланыуына, киләсәгенә ныҡлы тәьҫир итә. Әммә көндәлек йәшәйешебеҙҙә уны даими ҡулланмаһаҡ, әйтеп үтелгән саралар һөҙөмтәһе түбән буласаҡ.
Венгр ғалимы, математика лингвис­тикаһы белгесе Андраш Карнай әйте­үенсә: “Бөгөн билдәле булған яҡынса 7000 телдең биш проценттан әҙе­рәгендә генә һандар технологияһы дәүерендә лә йәшәү мөмкинлектәре әлегә һаҡлана. Был тикшеренеүҙең һөҙөмтәләрен ҡыҫ­ҡаса шулай билдә­ләргә була: үҙ Вики­педияһы булмаған телдең өмөтө юҡ”.
“Туған телебеҙҙе ғаилә, балалар баҡ­саһы, мәктәп мөхитендә һаҡлау һәм үҫтереү ни тиклем әһәмиәтле, шул тиклем донъя кимәлендә лә яҡлау һәм һаҡлау зарур бөгөнгө заманда. Ошо маҡсатҡа хеҙмәт иткән Башҡорт Википе­дияһын үҫтерешеү яуаплылығын һәр башҡорт тойһон ине!” – тип йөпләй ғалим һүҙҙәрен башҡорт ағинәйе, вики-өләсәй Рәшиҙә Ғиззәтуллина.
Тимәк, туған телебеҙҙе ҡулланыу даирәһен арттырыу маҡсатында 2005 йылда уҡ халыҡ-ара ирекмәндәр эшенә ҡушылыуыбыҙ урынлы булған. Башҡорт Википедияһы бар икән, телдең киләсәге­нә өмөт тә бар. Башҡорт википедистары ҙур булмаған, әммә көслө һәм берҙәм төркөмгә тупланып, тынғыһыҙ көндәлек әүҙемлектәре менән донъя кимәлендә ҙур абруй яуланы тип әйтергә лә була. Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәренең мөхәррирҙәре кәңәшмәһендә берҙән-бер төбәк википедистары булып ҡатнашыуыбыҙ – быға дәлил. Беҙҙең менән кәңәшләшәләр, кәрәккәндә, итәғәтле ярҙам итәләр.
Башҡорт алфавиты CLDR стандарты исемлегендә булмау сәбәпле барлыҡ программаларҙа ла алфавит буйынса теҙмәләр дөрөҫ төҙөлмәй. Был мәсьә­ләне быйыл Башҡорт Википедияһында хәл итә алдыҡ. Башҡорт википе­дистарының күптәнге дуҫы, Израилдән Әмир Аһарони CLDR стандарты ойош­маһына башҡорт алфавитын индереү тураһында ғариза ебәрҙе, ә ул үтенестең бойомға ашыуын оҙаҡ көтөргә кәрәк­кәнлектән, Канаданан программист Брайан Вулфф Википедия өсөн махсус программа яҙып, мәсьәләне хәл итеп ҡуйҙы. Баҡһаң, был техник яңыртыу менән беҙ, башҡорттар, башҡаларға һуҡмаҡ ярғанбыҙ икән! Рәсәйҙең башҡа милләт википедистары ла мәсьәләне хәл итергә үтенес ебәрә башланы.
Нимә һуң ул Википедия? Ул – ғәҙәти булмаған интернет-энциклопедия. Иң мөһим үҙенсәлеге – теләге ҙур һәм һәләтле һәр кешенең яңы мәҡәлә төҙөй, барҙарын тулыландыра, төрлө темаға бәхәстәрҙә ҡатнаша алыуында. Был мөмкинлектәрҙе ҡулланыу хоҡуғы бөтәһе өсөн бер кимәлдә, бер ниндәй сикләүһеҙ ирекле булыуында. Википедияла ысын мәғәнәһендә “демократия”. Бындай форсатты дөрөҫ файҙалана алыуыбыҙҙы иҫбатлау йәһәтенән дә Википедияның әһәмиәте бик ҙур. Йыш ҡына: “Тәртип урынлаштырыусы һәм күҙәтеүсе етәксе­һе булмаған Википедияға теләһә кем теләһә нимә яҙып бөтә лә инде” тигән һүҙҙәр ишетергә тура килә. Ысынлап та, ундай тәртипһеҙлек булыуы ихтимал. Әммә уларҙы булдырмау етәкселәргә ҡайтып ҡалырға тейешме, яман ҡылыҡ­тарҙан үҙебеҙ арына алмайбыҙмы ни? Көтөүсеһеҙ йөрөй алмаған мал түгелбеҙ бит. Википедияла һәр кем яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала, ҡулынан килгәнсә мәғ­лү­мәт өҫтәй, булғандарын тикшерә, етеш­мәгән ерен тулыландырырға тырыша.
Әлбиттә, Википедияла барыһы ла камил түгел. Кемдер белеп бөтмәгәнгә, кемдер яңы өйрәнә башлағанға етеш­һеҙлектәр осрай. Ҡайһылыр мәҡәлә яңы яҙыла башлаған, күптән башланып ҡуйылғандары ла бихисап, мотлаҡ булырға тейешле бәғзеләре бөтөнләй юҡ. Шуға күрә дөйөм Википедияны тулы проект итеп ҡабул итергә ярамай. Айырым мәҡәләләр генә тамамланған була. Улар ни тиклем күберәк, Википедияның сифаты ла шул ҡәҙәр яҡшыраҡ. “Әҙер булмаған мәҡәләләрҙе ниңә уҡыуға сығараһығыҙ?” – тигән дәғүәне лә йыш ишетергә мөмкин. “Көтөп ултырғандар уйланһын, эшләп ашарға кәрәклеген аңлаһын өсөн”, – тип яуапларға тура килә. Ысынлап та, Викимедиа проекттары барыһына бушлай мәғлүмәт бирә, ә уны кемдер хаҡ алмайса әҙерләгәнен уйлаусылар бармы икән? Шул уҡ ваҡытта һәр кем ниндәйҙер мәғлүмәткә, ниндәйҙер ғилемгә эйә бит. Белгәнеңде йәмғиәт менән ниңә уртаҡлаш­маҫ­ҡа?! Бының өсөн вики-технологиялар һәм Викимедиа проекттары – ҡулайлы ысул. Сит илдеке, тип шикләнһәгеҙ, үҙ илебеҙҙә төҙөгөҙ шундай уҡ майҙандарҙы.
Әҙерҙе көтөү тигәндән… Интернетта күп гиҙгәнлектән, башҡа тарафтарҙы байҡап, унда башҡа милләттәрҙең һәм башҡорт теленең өлөшөн күп тапҡыр сағыштырғаным булды. Викимедиа проекттарынан ғына түгел, киңерәк күҙлектән сығып ҡарағанда ла, башҡорт теленең Интернеттағы өлөшө һиҙелер­лек. Ҡайһы бер мәсьәләләре хәл ител­мәгән милләттәргә ҡарап маҡтанырлыҡ урын да бар. Әммә алға киткәндәр менән арабыҙ алыҫая барыуы борсоуға һала. Ҡыуып тотоуы һәр ваҡыт ауыр икәнен беләһегеҙ. Ҙурыраҡ маҡсаттар, мотлаҡ эшләнергә тейеш башланмаған йүнә­леш­тәр бихисап әле. Сәбәбе… Башҡар­ған эштәребеҙ, өлгәшкән уңыш­тарыбыҙ айырым ирекмәндәргә йәки төркөмдәргә ҡайтып ҡала. Хатта рәсми ойошмалар­ҙыҡы ла ирекмәндәр кимә­ленән артмай. Уларҙың да күбеһенең ҡарашы тар, маҡсаттары түбән, аҡса­лары наҡыҫ. Дө­йөм йүнәлеш биреүсе, көс-ҡеүәт өҫтәүсе, берләштереүсе әй­ҙәүселәребеҙ, белгес­тәребеҙ, юлбаш­сыларыбыҙ юҡ. Әмир йәки Брайандар­ҙың эшләп биргәнен көтөп ултырабыҙ… Күпме көтөрбөҙҙөр?!
Уйҙарымды тағы бер ағинәй, вики-өләсәй Миңһылыу Абдуллина һүҙҙәре менән тамамлайым: “Башҡорт Интернетын үҫтереүҙә дәүләтебеҙҙең дә, йәмәғәт ойошмаларыбыҙҙың да, спонсор булырлыҡ эшҡыуарҙарыбыҙҙың да, шәхсән һәр бер башҡорттоң да ярҙамы артһын! Ҡушылығыҙ!”


Күл тамсынан йыйыла

* Пермь крайындағы боронғо башҡорт ауылы Сөзән 200 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан 1 июлдә оло йыйын үтә. Программала Сөзән ауыл клубында музей асыу тантанаһы, “Сөзән ауылы. Тарих биттәре” китабының исем туйы, ауылды төҙөкләндереү конкурсына йомғаҡ яһау, династиялар парады, халыҡ уйындары, көрәш һәм фольклор байрамы-концерт ҡаралған. Сара киске уйын менән тамамлана, тип хәбәр итте ойоштороу комитетынан Ҡәҙриә Уразова.

* Рухлы, ғәмле йәштәребеҙ Ҡыр­ғыҙ, Елдәк, Йылан ырыуы еренә оло ҡорға йыйылды. Илеш районы үҙәге янындағы һабантуй яланында бөгөн “Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя” икенсе асыҡ йәштәр форумы асылды. Сара ике көнгә иҫәпләнгән. Тарихына битараф булмаған йәш­тәр “Шәжә­рә” конкур­сында, ҡурай, думбыра, өзләү, бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә, милли спорт уйындарында ҡатнаша. Үҙ өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән шәхестәр ҡатнашлығында “Йәштәр интеллекты – Башҡортостан киләсәге” тип аталған фекер алышыу майҙансыҡтары эшләй. Байрамға сағыу йондоҙҙар ҙа саҡырылған. Бөгөнгө көн Илгиз Абдрахманов, Ғайсар Миңлеғолов, Лиана Хәби­буллина, Рәил Өмөтбаев, Айнур Мансуров, Рәис Ҡангилдин, Сәйет Сәйет­ғәлин ҡатнашлығындағы дискотека менән тамамлана. Иртәгәһенә иһә сәхнәгә этно-рок төркөмдәр сыға. “Арғымаҡ”, “Ятаған”, “Елмерҙәк” һәм “Бәйембәт” төркөмө егеттәренең, Заһир Зәйнетдинов­тың сығышын күрергә теләйһегеҙме? Улайһа мотлаҡ Илешкә килегеҙ.
Форум хаҡында киләһе һанда уҡырһығыҙ.

*Башҡортостан Ҡырым Республикаһы менән берлектә 7-8 июлдә Ҡырым Республикаһының Белогорск ҡалаһында “Рәсәйгә ант биреп” (“Присягая России”) төбәк-ара форумын ойоштора. Ике көнлөк программала “Рәсәйгә ант биреп: “Баш­ҡортостан һәм Ҡырым быуаттар киң­легендә” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли кон­ференцияһын, урындағы милләттәштәр менән ҡоролтай ултырышын үткәреү, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Совет яугирҙәре һәм партизандары һәйкәленә сәскәләр һалыу, полководец Александр Суворовтың төрөк солтаны илселәре менән һөйләшеүҙәр алып барған Аҡ ҡая итәгендәге “Суворов имәне” тәбиғәт ҡомартҡыһына экскурсия ойоштороу ҡаралған.

*Башҡортостан менән Ҡырым дуҫ­лығын нығытып, Белогорскиҙа данлыҡлы башҡорт ҡыҙы, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланованың бюсы асыласаҡ. Бынан тыш, майҙанда Башҡортостан һәм Белогорск районының сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында “Беҙ бергә” тип исемләнгән концерт, Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” нәфис фильмын ҡарау ҙа ойошторола.

*Рәсәй төбәктәрендә һабантуйҙар һәм йыйындар дауам итә. 1 июлдә Алтай крайы үҙәгендә, Пермдә, Свердловск өлкә­һенең Сысерт районы Кадников ауылында, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы Баязит ауылында, Һамар өлкәһенең Имелей ауылында төбәк байрамдары үтә. 8 июлдә эстафетаны Ленинград, Һарытау өлкәләре, Ҡырым Республикаһы, 15 июл­дә – Пенза, 22 июлдә Мәскәү ҡабул итә.

*Эстонияның Палдиски ҡалаһындағы Салауат Юлаев бюсы яңыртыла. Билдәле скульптор Тамара Нечаева эшләгән бюстың урынына авторҙыҡын ҡабатлаған суйын һын урынлаштырыласаҡ. Тарихи сара 22 июлдә Палдиски ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойоштороласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 123

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 473

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 111

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 918

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 680

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 263

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 446

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 524

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536