Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Динебеҙҙән айырылмайыҡ
– Минең ҡыҙым христиан динен ҡабул итте. Һеҙ был күренешкә нисек ҡарайһығыҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Х. МӨҘӘРИСОВА.
Өфө ҡалаһы.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә ошо ғаләмде яратып, әҙәм балаһына йәшәү өсөн мөмкинлектәре, тағы ла беҙ аңлап бөтмәгән бөйөк ниғмәттәре булған Ер шарын яралтҡан. “Әҙәм балаһын иң күркәм сифатлы итеп яралттыҡ”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Быға өҫтәп кешегә иң яҡшы ризыҡ насип ителгән, тормош көтөү өсөн аҡыл, зиһен бирелгән. Пәйғәмбәрҙәргә ҡулланыу өсөн сәхифәләр ебәрелгән. Әммә Аллаһ Тәғәлә, Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яратып, барлыҡ фәрештәләргә лә уға сәждә ҡылырға бойорғас, иблис тәкәббәрлек күрһәткән. “Эй, Раббым, уны – ерҙән, ә мине уттан яралттың”, – тип үҙенең кешенән өҫтөнлөгөн иҫбатларға булған. Һөҙөмтәлә Аллаһ Тәғәлә уны йәннәттән, тимәк, үҙенең рәхмәтенән, мәхрүм иткән. Күңелендә асыу һаҡлаған иблис Әҙәм ғәләйһис-сәләмде лә берәй нисек ожмахтан сығарыу ниәтендә хәйлә ҡора башлаған һәм маҡсатына ирешкән. Иблистең нәҫелдәре иһә кешеләрҙе яңылышлыҡҡа илтеүҙе дауам итә. Бындай аҙашыуҙың иң беренсеһе – бөтөн донъяны юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең юлынан барыу түгел, ә икенсе яҡҡа китеү.
Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы Хоҙайҙың ҡанунына табынмаһа, уның буйынса йәшәмәһә, шайтанға эйәреп китә. Ә иблистең аҙаштырыу юлдары ифрат күп: эскелек, хәрәм ризыҡ менән туҡланыу, наркотиктар ҡулланыу, отош уйындары һәм башҡалар.
Бөгөн донъяла булған һәр милләт үҙен юғарыраҡ күтәрергә тырыша. Хоҙай Тәғәлә былай тип аңлата: “Һеҙҙең иң хөрмәтлегеҙ – Аллаһ Тәғәләнең ҡанундарын күберәк үтәгән милләт”. Ҡөрьәндә бөтә милләттәрҙең дә тигеҙлеге хаҡында әйтелә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – Әҙәм ғәләйһис-сәләм балалары, ә ул тупраҡтан яратылған”, – тигән. Пәйғәмбәребеҙ үҙе ғәрәп булған, һәм күп кенә ғәрәптәр Исламға килгән. Уларҙан тыш, башҡа милләт вәкилдәре лә ошо динде һайлаған. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм был хаҡта: “Ғәрәптәрҙең башҡа милләт вәкилдәре алдында өҫтөнлөгө юҡ, һәм башҡа халыҡтар ҙа ғәрәптәрҙән өҫтөн түгел”, – тигән. Әгәр ҙә ки кемдер Исламды ҡабул ҡылманы икән, ул – үҙенең ихтыярында.
Әл-хәмдү лил-ләһ, бынан 11 быуат элек беҙгә иң таҙа, саф Ислам индерелгән. Был – бер тарихи мөғжизә. Динебеҙ халҡыбыҙ өсөн иге-сиге булмаған ниғмәт: таҙалыҡта, ғаилә һаҡлауҙа, бала тәрбиәләүҙә, күршегә мөнәсәбәттә, тирә-яҡты таҙа тотоуҙа, телде, илде һаҡлауҙа.
Бөгөнгө көндә лә Ислам халҡыбыҙға нур, тәрбиә өләшә. Һәр аҙна тиерлек республика ауылдарында мәсеттәр асыла. Уны төҙөүҙә халҡыбыҙ дәррәү, бергә ҡулға-ҡул тотоношоп хеҙмәттәшлек итә. Мәсет бар ерҙә бәрәкәт бар. Аллаға шөкөр, халҡыбыҙ иманлы, әхлаҡлы, тәрбиәле, рухлы. Беҙ динебеҙҙе алмаштырырға тейеш түгел. Беҙҙе бер кем дә көсләп Исламға индермәгән. Уның бөйөклөгөн аңлаған кеше һис ҡасан был динде ташлап, икенсегә күсмәйәсәк.
Һәр кеше ғаләмде һәм үҙен юҡтан бар итеп яралтҡан Раббыһын ғилеме, аҡылы, зиһене менән танырға тейеш. Әгәр ҙә шулай икән, ул Ер йөҙөн матурлап, унда бәрәкәт, татыулыҡ, тыныслыҡ булдырып, булғанды ҡәҙерләп, һаҡлап йәшәй.
Артабан да паклыҡҡа таянып, ғәмәл һәм ғибәҙәт менән йәшәргә насип итһен һәммәбеҙгә лә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бөгөн динебеҙҙе өйрәнер өсөн ҙур мөмкинлектәр бар, уларҙы файҙаланайыҡ.
“Фани донъя – ахирәттең игенлеге” – тигән пәйғәм­бә­ребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Яҡшылыҡ икһәк, бер-бе­ребеҙ һәм йәмғиәт өсөн файҙалы эштәр башҡарһаҡ, күңелебеҙ гел таҙа булһа, илебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, хаҡ динебеҙҙән ситкә китмәһәк, иншаллаһ, ахирәтебеҙ ҙә игелекле булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519