Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Исламда спортҡа ҙур әһәмиәт бирелә. Тән һаулығы – йән сәләмәтлеге, рух ныҡлығы.
Борондан килгән шундай һүҙҙәр бар: “Көслө булғың килһә – йүгер, матур булғың килһә – йүгер, аҡыллы булғың килһә – йүгер!” Хәрәкәттә – бәрәкәт. Йүгереүгә, мәғлүм ки, башҡа спорт төрҙәре өсөн кәрәк булған ҡоролмалар ҙа хәжәт түгел. Барыһы ла үҙеңдән тора. Йүгерә башлау өсөн бер нисә сәбәпте ҡарап үтәйек:

1. Ул йөрәктең, ҡан тамырҙары­ның мөмкинлектәрен арттыра. Мускулдар өсөн күнекмә. Йөрәкте нығыта, уға көс бирә.
2. Йүгергәндә ҡандың кислород һыйҙырышлылығы арта. Йөрәк мускулдарына күнекмә үткәрелгән­лектән, ҡан әйләнеше йышая. Кислород алмашыныуы ла арта.
3. Нервы ҡаҡшауына ҡаршы яҡшы көрәш сараһы. Хәлһеҙлектән арыныу өсөн тейешенсә тирләргә кәрәк – был мәсьәләне яйға һалырға йүгереү ҙур булышлыҡ ҡыла.
4. Оҙайлы күнекмә ваҡытында ҡанға эндорфин гормоны һалына. Уның концентрацияһы артһа, кеше рәхәтлек кисерә, көсөргәнеш юғала.
5. Йүгергәндә аҡыл әүҙемлеге арта. Был ваҡытта йыш ҡына үҙенән-үҙе ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеү юлы табыла. Күнекмә мәлендә организмда матдәләр алмашыныуы көсәйә, шул арҡала үҙәк нервы сис­тема­һының, мейенең эшмәкәрлеге әүҙемләшә.
6. Ҡанда эритроциттар, гемоглобин артыуы арҡаһында иммунитет нығый. Холестерин кимәле төшә, асығыу тойғоһо кәмей, эсәктәрҙең эшмәкәрлеге яҡшыра. Был матдәләр алмашыныуын яйға һала, тән ауырлығын нормаға һала.
7. Ваҡытҡа килгәндә, көндөң һәр ҡайһы мәлендә йүгерергә мөмкин. Иртәнсәк, ҡанда гормондарҙың кимәле юғары саҡта, яңы көнгә көс алына. Ә кис йүгереү көсөргәнеште бөтөрә, артыҡ аппетитты баҫа, тыныс йоҡоға нигеҙ һала.
8. Даими йүгергән кешеләрҙең бауыры, бөйөрө эшмәкәрлегендә ыңғай һөҙөмтә күҙәтелә – хәрәкәт барышында уларҙан ауырлыҡ төшә.
9. Йүгереү шулай уҡ терәк-хәрәкәт аппаратына ыңғай йоғонто яһай. Өлкәндәр өсөн бындай күнекмәләр айырыуса файҙалы – быуындарҙағы, мускул туҡымаларындағы үҙгәреш­тәргә ҡаршы тора.

Яҡшылығы тейҙеме һуң?

Бер ир күрше ауылда йәшәгән туғанының хәлен белергә китеп бара икән. Ҡаршыһына танышы килә, ти.
– Ҡайҙа китеп барыуың?
– Туғанымдың хәлен белмәк­семен.
– Ә уның һиңә берәй яҡшылығы тейҙеме һуң?
– Изгелеге генә түгел, Раббы­быҙ­ҙың ризалығы өсөн хәлен белергә теләйем, – тип яуаплаған ир. – Туғаныңды нисек яратһаң, Аллаһ Тәғәлә үҙеңде шулай һөйөр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 281

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 241

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 366

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 345

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 877

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 476

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 465

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 560

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 430

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 405

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 337

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 614