Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлле булыу байлыҡмы?
– Ауылыбыҙҙа хәллеләр күп хәҙер. Бер-береһе менән байлыҡта ярышып йәшәйҙәр. Быға ҡыуанырға кәрәк икәнен беләм дә, әммә күңелдә ниндәйҙер төйөр бар. Их, ошо муллыҡтан дөйөм тормошобоҙға ла файҙа булһын ине лә... Киреһенсә, һәр кем бейек ҡапҡа артына йәшеренеп, айырым дәүләткә әйләнде кеүек. Ошо күренешкә ҡарата ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
А. КИРӘЕВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Эйе, әл-хәмдү лил-ләһ, ауылдарыбыҙҙа хәллеләр күп хәҙер, ләкин байлыҡ мөлкәтле булыу тигәнде генә аңлатмай, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Донъя малы йыйып, башҡаларҙы ошо йәһәттән уҙырға тырышып, маһайып, ҡупырайып, тәкәбберләнеп, һаранланып йөрөгән кеше йәмғиәттә абруй ҡаҙана аламы? Кем унан өлгө алырға тырышһын? Ярҙам кәрәк ваҡытта был кеше берәйһенә таяна алырмы? Мөлкәтең үҙеңә генә файҙа килтерә икән, ғүмерле булырмы? Бәрәкәтһеҙ байлыҡ – бер айлыҡ ул, йәмәғәт.
Был донъяла барыһы ла Аллаһ Тәғәләнеке. Әгәр ҙә ки Раббыбыҙ бәндәһенә мөлкәт биргән икән, был уны һынау өсөн генә. Әҙәм балаһы байлыҡтың ҡәҙерен белерме, юҡҡа-бушҡа сарыф итмәҫме, мохтаждарға өлөш сығарырмы, йәмғиәткә файҙа килтерерме, тәкәбберләнеп, бөтөн ниғмәттең Аллаһ Тәғәләнеке икәнен, Уның ҡушыуы буйынса йәшәргә кәрәклеген онотмаҫмы? Ошоға бәйле бер хикәйәтте лә иҫкә төшөрөп үтәйек. Муса ғәләйһис-сәләм заманында Ҡарун исемле бик белемле, хәлле кеше булған. Уның мөлкәте һаҡланған асҡысты бер көслө кеше саҡ күтәреп йөрөгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, зәҡәт хаҡында аят төшкәс, Ҡарун мөлкәтенән өлөш сығарыуға ҡырҡа ҡаршылығын белдергән. Иртәнсәк уянып баҡһа, Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән уның бар байлығын ер йотҡан, ти...
Һис шикһеҙ, әҙәм балаһы мул тормошҡа ынтылырға тейеш. “Фәҡирлек динһеҙлеккә яҡын”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Шул уҡ ваҡытта ул үҙеңдән алда башҡаларҙы уйлап йәшәргә саҡырған. “Тәкәб­берлеккә бирел­мәгеҙ. Был һыҙат – шайтан фиғеле”, – тип өйрәткән. Мөлкәте менән генә түгел, холҡоноң яҡшылығы, күңеленең киңлеге аша йәмғиәттә абруй ҡаҙанған кеше генә “бай” исеменә лайыҡ. Ул “Бүлешкәндән бәрәкәт арта” тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн белә, Аллаһ Тәғәлә күрһәткән хаҡ юлдан тайпылмай, һөҙөмтәлә Раббыбыҙ рәхмәтендә тормошонан ырыҫ китмәй. Ә инде мөлкәтеңде бейек ҡапҡа артына йәшереп, ҡасып, туғандарың менән күршеләреңә лә бик ҡуйып көн итһәң, йәшәүеңдән ни файҙа? Киләсәккә нимә ҡалдырырһың? Балаларың ниндәй тәрбиә алыр? Һине тыуҙырып үҫтергән ата-әсәң, Ватаның рәнйемәҫме, фатиха бирерме? Әҙәм балаһы бит Ергә донъяны матурлау, изгелек өләшеү өсөн ебәрелгән.
Бай булыуға ынтылыу менән бер рәттән изгелек өләшеү буйынса ярышып йәшәргә тейешбеҙ, хөрмәтле йәмәғәт. Динебеҙ тап шуға өйрәтә. “Бер-берегеҙҙе яҡшы ғәмәлдәр менән уҙырға тырышығыҙ”, – тиелгән изге Ҡөрьәндә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм һәм уның фекерҙәштәре тап ошондай өлгө күрһәткән: бөтөн яҡлап бай булғандар, йәмғиәтте шул үрнәктә тәрбиәләгәндәр. Беҙ ошо юлды дауам итергә, ғаиләбеҙҙе муллыҡта йәшәтеү менән бер рәттән, эргә-тирәгә лә ырыҫ-бәрәкәт өләшергә бурыслыбыҙ. Шул саҡта, иншаллаһ, Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшербеҙ.
Бер ни ҙә тиҙ генә бар булмаған. Ваҡыт кәрәк. Ауылдарыбыҙҙа хәллеләр күбәйә икән, иншаллаһ, улар тора-бара байлыҡтың төп асылын аңлар, хаҡ юлға боролор. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 166

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 160

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 280

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 276

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 762

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 372

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 364

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 449

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 312

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 303

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 269

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 521