Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хандай күрһәң балаңды...
Хандай күрһәң балаңды...Ата-әсәләр менән балалар араһындағы аңлашылмаусанлыҡ – мәңгелек тема. Был хаҡта бихисап яҙылған, һөйләнелгән. Киләсәктә лә шулай буласаҡ, сөнки мәсьәләне “тел болғап” ҡына хәл итеү мөмкин түгел. Тәрбиәне нигеҙенән үҙгәртеү мөһим дә бит...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике арала ҡатмарлы мөнәсәбәт тамыр йәйе­үендә ата-әсәнең дә, бөгөнгө йәмғиәттең дә өлөшө ҙур. Минеңсә, йәштәр күңеленә борон-борондан килгән йолаларға, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәренә ихтирам-хөрмәт тейешле кимәлдә һалынмай. Өлкән­дәрҙең күбеһе үҙ дәрәжәһен белмәй, ул-ҡыҙҙарын “хан тәхете”нә күтәрә. Алдарында йүгереп йөрөйҙәр. Әйтер­һең, үҙҙәрен нимәләлер ғәйепле тоялар.
Ошоға бәйле бер ваҡиғаны бәйән итмәксемен. Ул күҙ алдымда, үҙебеҙҙең ҡалала булды. Бер ҡатын менән яҡшы таныш инек. Ул оҙаҡ йылдар яуаплы вазифаларҙа эшләне, хеҙмәте аша ҙур хөрмәт ҡаҙанды. Шул уҡ ваҡытта ире менән ҡыҙы өсөн барыһына әҙер ине. Улары бындай хәстәрлектән бер ниндәй ауырлыҡ күрмәй, рәхәтләнеп, кинәнеп йәшәне. Күрәһең, бала үҙен бәләкәйҙән “ханбикә” итеп тоя башлағандыр: ялҡау, тыңлауһыҙ, үҙ һүҙле, дорфа ҡыҙ булып үҫте. Әсәһенең ярҙамы менән техникум тамамлап, эшкә урынлашҡайны ла холҡона бәйле оҙаҡ тора алманы – ҡыуылды. Атаһы ул ваҡытта икенсе ҡатынға сығып киткәйне. Ҡыҙ, тыуған йортона ҡайтып, йәнә әсәһенең “елкәһенә ултырҙы”. Тыныс ҡына йәшәһә, әллә ни ауырлыҡ булмаҫ ине лә бит. Юҡ шул. Бер нисә йылдан, ҡыҙының түҙгеһеҙ холҡонан биҙеп, әсәй кеше үҙ йортонан китергә мәжбүр булды. Ҡунып сығырға урын эҙләп, ҡалала кешенән кешегә йөрөнө. Һуңғы көндәренәсә шулай сит тупһаларҙы тапаны. Ә үҙенең һөйләгәне, борсол­ғаны бер булды: “Балам нисек кенә йәшәп ята икән? Асыҡмаймы? Ауырып китмәнеме?..” Әсә һөйөүе “һуҡыр” шул. Ә ҡыҙы уның хаҡында, исмаһам, бер тапҡыр борсолоп уйландымы икән?
Яҙмышы фажиғәле өҙөлдө танышым­дың. Ә ҡыҙы иҫән-һау, атаһы менән бергә йәшәй, тиҙәр. Мәрхүмә әсәһе иһә төшөмә йыш инә. Үҙенең яҙмышы тураһында яҙы­уымды үтенә. Ҡәҙерле балаһы уҡыр, ғәйептәрен таныр, уйланыр, тиме икән? Әллә барлыҡ кешелекте яңылыш йәшәүҙән араларға теләйме? Эйе, күп ғаиләләрҙә, алда әйткәнемсә, тәрбиә дөрөҫ алып барылмай шул. Ата-әсә балалары алдында өлтөрәп, өфөлдәп тора, улар хаҡына үҙҙәре тураһында ла онота. Кем ғәйепле бында? Өлкәндәр үҙҙәре түгелме? Яңылыш тәрбиә биреү сәбәпле, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тигән хәҙисе күптәр өсөн матур әйтем генә булып ҡалды. Бәғзеләрҙең был һүҙҙәрҙе бөтөнләй белмәүе лә ғәжәп түгел.
Илдең билдәле психиатры, профессор Зураб Кекелидзенан бер мәл: “Һеҙҙең әсәйегеҙгә – 90 йәш. Ул оҙаҡ йәшәһен өсөн ниҙәр эшләнегеҙ?” – тип һорағандар. “Әсәйҙәр кәңәш бирергә ярата һәм үҙҙәрен тыңлауҙы теләй, – тип яуаплаған ғалим. – Мин аҙна һайын ошо бурысымды үтәйем: әсәйемдең кәңәш-тәҡдимдәрен тың­ларға ваҡыт бүләм”. Оло аҡыл ята бит бында! Барлыҡ кешеләргә хасмы ул ғәҙәт? “Етер өйрәтеүең! Үҙ аҡылым бар!” – тип кенә ебәрә бит күптәр, өлкәндәрҙең әйткәнен һанламайынса.
Миңә, әл-хәмдү лил-ләһ, хаж ҡылырға насип булды. Арабыҙҙа бер ир-уҙаман әсәһен изге урындар буйлап йөкмәп йөрөттө. Был күренешкә күҙ йәшһеҙ ҡарау мөмкин түгел ине. Ошо саҡта күптәр билдәле хикәйәтте иҫкә төшөргәндер. Бер ир кеше оло йәштәге әсәһен хаж ҡылырға йөкмәп алып килгән. Арыған, аяҡтары ҡаты үләндән ҡанап бөткән, ти. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең янына килгән дә: “Йә, Рәсүлуллаһ, әсәйемдең хаҡын үтәнемме?” – тип һораған. Пәйғәм­бә­ре­беҙҙең яуабы иһә шулай яң­ғыраған: “Юҡ, әсәйҙәрҙең бер тулға­ғының да хаҡын үтәү мөмкин түгел”.
Ошо һүҙҙәр, шулай уҡ өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы булыу зарурлығын тәҡрарлаған башҡа аят-сүрәләр, хәҙистәр иҫкә төшһә, күңелдә йәмғиәтебеҙҙең, йәштәребеҙҙең киләсәгенә бәйле хәүеф-хафа тыуа. Ғүмер биргән ҡәҙерле атай-әсәйебеҙгә мәрхәмәт, шәфҡәт, хәстәрлек күрһәтеп, уларға күңел йылыһын йәлләмәй биреп йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шул саҡта, иншаллаһ, үҙебеҙҙе лә балаларыбыҙ ҡәҙер-хөрмәткә күмер. Үҙебеҙ яҡшыға ынтылмайынса, йәмғиәт үҙгәрмәҫ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521