Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
* Ырыҫ-бәхет асҡыс­тары – иман һәм уның өлөштәре һаналған изге ғәмәлдәр. Шуларға өлгәшергә тырыш.
* Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – тормошоң яйланыр.
* Гонаһлы эштәрҙән тыйыл.
* Ҡөрьәнде йышыраҡ уҡып, мәғәнәһенә төшө­нөргә тырыш.
* Башҡаларға изгелек ҡылһаң, үҙеңде бәхетле тойорһоң.
* Йөрәгеңде асыу, көнсөллөк, нәфрәт, һа­ранлыҡ кеүек насар той­ғоларҙан таҙарт.
* Файҙаһыҙ эштәрҙән – ғәмәл­дәрҙәге, ара­ла­шыу­ҙағы, туҡланыу­ҙағы самаһыҙлыҡтан – һаҡлан.
* Үткәндәр тураһында күп уйлама – уларҙы барыбер ҡайтарып булмай, алдағы хаҡында йыш хыял ҡорма – киләсәгең әле етмәгән. Ғүмереңдең һәр көнөн матур, файҙалы итеп үткәрергә ынтыл.
* Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан.
* Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Асыуланма. Ғүмерҙең бик ҡыҫҡа икәнен онотма.
* Кисерелгән шатлыҡ­тың ките­үе­нән ҡурҡма, әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Барыһын да Аллаһҡа тапшыр.
* Энәнән дөйә яһап, ауыр­лыҡ­тарыңды ҡабар­тып ебәрмә.
* Артыҡ бай, мул тормоштан һаҡлан. Ябай бул.
* Үҙеңә ебәрелгән һынауҙар менән өлөшөңә төшкән ниғмәттәрҙе са­ғыштыр. Һуңғылары һәр саҡ күберәк.
* Кемдер һиңә яман һүҙ әйтә икән, был хаҡта күп уйланма. Гонаһы бит ул кешенең үҙенә төшә.
* Гелән яҡшы уйҙа бул, насарҙа­рынан һаҡлан.
* Изге эштәрең өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмә. Барыһын да Аллаһ­тың ризалығы өсөн башҡар.
* Күңелең ятҡан эш менән шөғөл­лән. Ул үҙеңә лә, башҡа кешеләргә лә файҙа килтерер.
* Тәүәккәл бул, бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡал­дырма.
* Һәр кемдең яҡшы яғына иғтибар ит, кәм­селектәренә күҙ йом. Камил кеше юҡ, был һинең үҙеңә лә ҡағыла.
* Ғәйбәткә ышанма. Баш­ҡаларҙың кәмсе­лек­тәрен эҙләмә, хаталан­ғандарын күреп көлмә. Был үҙеңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.
* Һаулығыңды һаҡла: тән сә­ләмәтлеге – йән бөтөнлөгө.
* Аллаһ Тәғәләгә һәр ваҡыт доға ҡыл. Унан ғәфү үтен, ярҙам һора, нәфел намаҙҙар уҡы, өҫтәмә ураҙалар тот – йән-тәнең­дең яйлап таҙарына барыуын тойорһоң.

(“Ҡайғырма!” китабынан).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523