Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көҙгө моңһоулыҡҡа урын юҡ
Көҙгө моңһоулыҡҡа урын юҡ Көҙгө һауа торошо, тәбиғәттең моңһоулығы күптәргә насар тәьҫир итеүсән. Ошондай ваҡытта организм төрлө витаминдарға айырыуса мохтаж, ти белгестәр. Был йәһәттән Ҡөрьәндә иҫкә алынған барлыҡ йәшелсә-емеш әҙәм балаһының тән һәм йән сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай. Күптәре сирҙәрҙе иҫкәртә, дауалай. Өҫтәүенә Аллаһ Тәғәлә емештәрҙең төҫөн дә матур, әҙәм балаһының күңеленә ял бирерлек итеп яралтҡан.


Банан. Ожмахтың матурлығы һүрәтләнгән аяттарҙа шундай һүҙҙәр әйтелгән: “Банан пальмалары ботаҡ­тары рәткә теҙелгән һутлы емештәрҙән бөгөлә...” (“Әл-Вәкиә” сүрәһенән). Был туҡ­лыҡлы емештең 75 процентын һыу, ҡалған өлөшөн аҡһым, май, калий, углеводтар тәшкил итә. Банан – күп ауырыуҙан дауа, айырыуса тән тем­ператураһы күтәрелгәндә, ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолғанда ярҙам итә. Шулай уҡ ҡан баҫымын төшөрөү, аллергиянан арыныу өсөн ҡулланыла. Емештә В6 витамины күп.
Йөҙөм. “...Һеҙҙең өсөн финик пальмалары һәм виноград үҫтерҙек, уларҙың һутлы емешен ҡыуанып ашар­һығыҙ” (“Әл-Мөьминун” сүрәһенән). Йөҙөм витаминға, минераль мат­дәләргә бай. Уның 20 – 25 проценты глюкозанан тора, шун­лыҡ­тан виноград ауыр физик һәм аҡыл кө­сөр­гәнеше ки­сер­гән кеше­ләр өсөн айырыуса файҙа­лы. Йө­ҙөм­дә шулай уҡ тимер күп. Тик­ше­реүҙәр күрһәтеүенсә, соста­вындағы ҡайһы бер химик бәйләнештәр яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.
Инжир. “Инжир һәм зәйтүн ағасы менән ант итәм” (“Әт-Тин” сүрәһенән). Был емеш физик һәм аҡыл эшенә күп көс һалған кешегә тиҙ арала яңы ҡеүәт өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта инжир мускулдарға, нервы система­һына ыңғай йоғонто яһай. Ул минералдарға ифрат бай. Емеште даими ҡул­ланған кеше бер ваҡытта ла йөрәк-ҡан тамыр­ҙары ауырыуына зарланмаҫ.
Финик. “Ерҙә бер-бере­һенә тоташып ятҡан, бер үк һыу менән һу­ға­рылған виноград ялан­дары, баҫыуҙар, пальма урмандары бар. Улар араһынан бер емеш­кә айырым үҙен­сәлек, тәм бирҙек” (“Әр-Раад” сү­рәһенән). Был сүрәлә финик хаҡында әйтел­гән. Уның яртыһын глюкоза тәшкил итә. Аллаһ емеше мейе эшмә­кәрлеге өсөн айырыуса файҙалы, сөнки ул аҡһымға, А, В1, В2 витаминдарына бай. Ошо өҫтөнлөгө арҡаһында финик иммунитетты, һөйәкте, тештәрҙе, күҙ мускулдарын нығыта, организмдың күҙәнәк­тәрен яңырта.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә