Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир кеше илаймы?
– Эшендә ауырлыҡ килеп сыҡҡан мәлдә, айырыуса әлеге миҙгел мәшә­ҡәттәре барған саҡта ниндәйҙер проблемаға юлыҡһа, ирем күҙ йәшен түгергә әҙер тора. “Ҡатын-ҡыҙ шикелле балауыҙ һығырға шәпһең”, – тим гел. Ир-атҡа ауырлыҡ сыҡҡан һайын илау бөтөнләй килешмәй бит, Нурмөхәмәт хәҙрәт?


А. ШӘРИПОВА.
Иглин районы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рә­йесе мөфтөй Нурмө­хәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәш­тәр, тәү сиратта ураҙа тотҡан ҡәрҙәштә­ребеҙгә сабырлыҡ, рухи көс теләп үтәйек. Рамаҙан айы мөбәрәк булһын, ҡылған изге ғәмәлдәребеҙ Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшһен, доғаларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ!
“Беҙ әҙәм балаһын шул ҡәҙәр күркәм итеп, еренә еткереп яралттыҡ, уға бөтөн нәмәне үлсәп бирҙек”, – тиелә “Ҡөрьән Кәрим”дә. Икенсе бер аят-кәримәлә иһә: “Минең берлегемде һәм барлығымды таныу өсөн үҙегеҙгә ҡарағыҙ”, – тип белдерелә. Ысынлап та, кешенең тән төҙөлөшө, ҡиәфәт-торошо, хәрәкәттәре, һәр ағзаһының үҙенсәлекле бурысы – барыһы ла ҙур хикмәт. Усығыҙға ғына ҡарағыҙ әле: нисәмә һыҙыҡ үтә унан! Шул уҡ ваҡытта, мәғлүм ки, донъялағы һис кемдең бармаҡ эҙҙәре бер-береһенеке менән тап килмәй. Мөғжизә бит был! Ошо ғына ла – Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ныҡлы дәлил.
Ҡөрьәндә әйтелә ки: “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Мин һеҙгә өс бөйөк ниғмәт бирҙем: ишетеү, күреү һәм аҡыл”. Уларҙың йәшәүҙәге әһәмиәте хаҡында һәр беребеҙ яҡшы белә. Шул уҡ ваҡытта был ниғмәттәргә зарар килтермәү, һаҡларға тырышыу тураһында онотмау зарур. Әйтәйек, әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәлә биргән аҡылын төрлө яҡлап үҫтергәндә ғилемдең дөрөҫөн, аҙыҡтың хәләлен һайлау зарурлығын иҫтән сығармаҫҡа тейеш.
Күҙгә килгәндә иһә, әгәр ҙә ки уны йомоп, бер нисә аҙым ғына атлап ҡараһаң да, ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлегенә төшөнәһең. Был тән ағзаһының асылып-ябылып тороуы, ситендә керпектәр үҫеүе, йәш сығыуы ла – ҙур хикмәт. Әгәр күҙ йомолмаҫ итеп эшләнгән булһа, кибер, ҡорор ине. Йәш биҙҙәре ярҙамында йыуылып тора ул.
Эйе, әҙәм балаһына һәр нәмә үлсәп бирелгән. Күҙ йәше лә үҙ миҡдарында сығып, тейешле бурысын үтәй. Ләкин, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, донъя булғас, ҡайһы ваҡытта саманан ашып та китәлер. Күңел тула, рәнйей, тынғылыҡ тапмай, тәнгә ауыртыу килә, ҡайғы-хәсрәт баҫа... Күҙ йәше эстәге ошо тойғоларҙы күпмелер өлөшөн йыуып сығара. Һөҙөмтәлә көсөргәнеш кәмей, тимәк, йөрәк-ҡан, күңел ауырыуҙарына ниндәйҙер кимәлдә кәртә ҡуйыла.
Ир кеше иларға тейешме? Әҙәм балаһы булғас, ул да күҙ йәше түгеүҙән мәхрүм түгел. Хатта ки пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә бер улы баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң илаған. “Йә, Рәсүлуллаһ, һин бит беҙгә күҙ йәше түгергә ҡушмағайның”, – тип аптырап һорай янындағылар. “Ҡысҡырып, яр һалып иларға рөхсәт ителмәй, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Ә тауыш сығармайынса ғына күҙ йәшен түгергә мөмкин”. Ир-аттың, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ныҡлы сәбәп булғанда ғына илауы ихтимал. Ә ауырлыҡ килгән һайын балауыҙ һығып йөрөһә, алға бара алырмы? Айырыуса әлегеләй эш миҙгелендә һәр минут, сәғәт, көн ҡәҙерле бит.
Шул уҡ ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә шөкөр ҡылып, йәки Уның ғазабынан күҙ йәшен түгә икән, йәһәннәм утында янмаҫ”, – тигән. Ир-аттың илағанын башҡаларға күрһәтмәй, ишеттермәй, тойғоһона мәсеттә юл ҡуйыуы дөрөҫтөр.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә Аллаһ Тәғәлә биргән ниғмәттәрҙең ҡәҙерен белергә, күңелебеҙҙе, йәнебеҙҙе таҙа килеш һаҡларға, һәр нәмәнең самаһын, ваҡытын белергә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523