Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изгелек өләшә “Рабиға”
Изгелек өләшә “Рабиға” “Ерҙә мәсет һалған кеше йәннәттә үҙенә һарай булдырыр” тигән фәһемле һүҙ бар мосолмандарҙа. Әммә бөгөн нәфсеһен тыя алмай, үҙен генә хәстәрләп икешәр-дүртәр ҡатлы зиннәтле йорттар һалған әҙәмдәр юҡ түгел арабыҙҙа. Ошондай заманда Күгәрсен районының Сапыҡ ауылында мөһабәт мәсеттең ҡалҡып сығыуы – үтә лә шатлыҡлы күренеш.
Иман йортон асыу тантанаһын са­пыҡ­тар күркәм байрам итеп ойош­тор­ҙо. “Ауылымдың данлы тарихы” тип аталған сараға танылған дин әһел­дә­ре, сәхнә оҫталары, ҡәләм эйәләре йыйылды.
Изгелек өләшә “Рабиға”Ниндәй генә эшкә тотонма – һәр ва­ҡыт башлаусыһы кәрәк. Сапыҡтар был йәһәттән бик бәхетле. Ошонда ты­уып үҫкән уҙаман, автомеханиктан алып абруйлы етәксе дәрәжәһенә тиклем хеҙмәт юлы үткән Әхмәҙи Ибра­һимовты республикабыҙҙа белмәгән кеше юҡтыр. Ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатында эшләгән­дә халыҡҡа байтаҡ изгелек өләште. Бөгөн Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты проректоры була­раҡ та яҡташтарын иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Сапыҡта мәсет төҙөүҙең төп ойоштороусыһы булған да инде Әхмәҙи Таһир улы.
– 2005 йылда, туғандар менән ауыл­да йыйылғас, иман йорто төҙөү тураһында һүҙ ҡуҙғаттыҡ, – тип хәти­рәләргә бирелә Әхмәҙи Ибраһимов. – Томск ҡалаһында вице-мэр булып эшләгән Йосоп ағайым аҡсалата яр­ҙам күрһәтергә теләген белдерҙе. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, ул юл фажи­ғәһе­нә тарып, донъянан китеп барҙы. Ләкин был һөйләшеү буш һүҙ булып ҡалманы — өс йылдан һуң мәсеттең тәүге нигеҙ ташы һалынды.
Әхмәҙи Таһир улы тағы ла бер кү­ңелһеҙ осраҡ хаҡында әйтә һалып бармай, әммә ауылдаштары ул турала яҡшы белә. Мәсет төҙөү ҡыҙған осорҙа ғына Әхмәҙи ағай үҙе лә авто­һәләкәткә юлыға. Хатта шул ауыр мәлдә лә төҙөлөш туҡтамай. Әлбиттә, бында сапыҡтарҙың берҙәмлеге, һәр баш­лан­ғысты күтәреп алырға әҙер тороуы оло ихтирамға лайыҡ. Шуға ла “Рабиға” мәсете – иманлы кешеләр­ҙең уртаҡ хеҙмәте.
Ҙур булмаған ауылда ике манаралы күркәм ғибәҙәтхананың асылыуы – һирәк күренеш. Әммә иман йортоноң төҙөлөүенән бигерәк халыҡ­тың дингә ынтылыуы мөһим. Рәсәй мосолманда­рының Үҙәк диниә назараты етәксеһе урынбаҫары Әхмәт хәҙрәт Әхмәров Аллаһ йортоноң яҙмышы һәр кешегә бәйле икәнлеген төшөндөрҙө.
– Иман йорто буш тороп, әҙәмдәргә рәнйемәһен. Бында намаҙ­ҙар уҡылһын, моңло аҙан яңғыраһын, балалар дини белем алырға ынтыл­һын, никах, исем ҡушыу кеүек йолалар үтәлеп торһон, – тине ул.
Ә инде танылған шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарҙың, ауыл хал­ҡын ошондай иҫтәлекле көн уңайынан ҡотлап, “Иман” шиғырын уҡыуы үтә лә урынлы булды.
Ниндәйҙер кеше тураһында яҡшы­раҡ белгең килһә, уның тыуған еренә бар, тиҙәр. Яҡындарының, дуҫ-иштә­ренең уға ҡарата мөнәсәбәте күп нәмә хаҡында һөйләй.
Халҡыбыҙ зыялыларының береһе Әхмәҙи Ибраһимов – был йәһәттән бәхетле кеше. Мәсет асыу тантанаһы менән бер көндә Сапыҡ ауылы халҡы уның 60 йәшлек юбилейын да билдәләне.
– Әхмәҙи Таһир улы шундай тынғы­һыҙ кеше, – тине, шәхесте ҡотлап, Башҡортостандың Мәғарифты үҫте­реү институты ректоры Рәмил Мәжи­тов. – Уның тыуған ауылынан айы­рылғаны юҡ. Ниндәй генә дини байрам йәки иҫтәлекле ваҡиға бил­дә­лән­мәһен, Әхмәҙи уҙаман уның үҙә­гендә ҡайнай. Институт коллекти­вы ла ихлас, эскерһеҙ, ҙур тәжрибәле колле­габыҙҙы хөрмәт итә.
Боронғо йолаға ярашлы, халҡы алдында ихтирам ҡаҙанған ир-аттың иңе­нә елән һалғандар. Был юлы ошо күркәм ғәҙәтте дауам итеп, Рәмил Ғиниәт улы Әхмәҙи Ибраһимовҡа милли кейем бүләк итте. Ә инде Сапыҡ ауыл Советы хакимиәте баш­лығы Наил Ибраһимов юбилярға тай инселәп, йүгән тотторҙо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исеменән ғалим Фәнзил Санъяров замандашыбыҙға халҡы алдындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын тап­шыр­ҙы. Башҡортостан буйынса Эске эш­тәр министрлығындағы идаралыҡ етәк­сеһе, эске хеҙмәт полковнигы Сер­гей Емелиндың, Рәсәйҙең Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмә­ро­ва­ның ярҙамсыһы Марсель Ва­хи­тов­тың ихлас ҡотлауҙары сара­ның мәртәбәһен арттырып ебәрҙе. Ә инде Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Геннадий Родионовтың, танылған актриса Фирүзә Париждың, йәш эстрада йондоҙҙары Резеда Бүләкова, Сәйет Билалов, Сабина Кучаева, Гүзәл Әҙе­һә­мова, Илнур Рамазановтарҙың йыр­лы-моңло “күстәнәс”ен халыҡ яратып ҡабул итте.
“Ни сыҡһа ла, шул сапыҡтарҙан!” – тип әйтергә яраталар икән Күгәрсендә. Эйе, “Ауылымдың данлы тарихы” байрамын тәүге булып ойоштороп та, улар күптәргә өлгө күрһәтте. Сөнки сапыҡтарҙың ғорурланырлыҡ ул-ҡыҙ­ҙа­ры бар, башҡаларға күрһәтерлек уңыштары етәрлек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523